Яңауылдарға – яңы йорттар18.10.2017
Яңауылдарға – яңы йорттар Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү, иҫкергән һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр һәр ваҡытта ла республика, район етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Яңауыл районы бөгөн, әйтерһең дә, төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Мәҫәлән, көҙ айында ғына 150-нән ашыу ғаилә авария хәлендәге йорттарҙан күсеп, яңы фатирҙарҙа өй туйлаған.

Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү адреслы федераль программаһында район ете йыл ҡатнаша.
Күп граждандар, Адреслы федераль программаға ярашлы, үҙҙәренең көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға өмөт итә. Әйткәндәй, был программаның беренсе этабы республиканың алты ҡалаһында үтә. Яңауыл районының авария хәлендәге йорттарҙан күп фатирлы йорттарға күсереү адреслы программаһында ҡатнашыуы юҡҡа түгел. Ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын үҙгәртеү, энергия ресурстарын һаҡлау, уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур эш башҡарыла.
— Программаға авария хәлендәге 20778 квадрат метр майҙанлы, күп фатирлы 96 йорт инде. 2010 йылдан мөһим социаль бурысты ғәмәлгә ашырыуға барлығы 645 миллион һум аҡса тотонолған. Шул иҫәптән 352 миллионы – республика, 58 миллионы төбәк бюджетынан, – ти Яңауыл районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Салауат Ғилмәев. – Бөгөн авария хәлендәге күп фатирлы 77 йорт һүтелеп, ай аҙағына тиклем 1426 кеше яңы торлаҡҡа күсәсәк. Улар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған 560 фатир алынды. Әле Еңеү урамындағы — 110-сы, Яҡут урамында — 18-се, Көньяҡ урамында 2-се, 6-сы йорттарға күсеү тамамланды.
Программаның ыңғай яҡтары бик күп. Мәҫәлән, ҡаланың төньяғында – Кирзавод урамында күп фатирлы һигеҙ йорт һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлгән. Яңы “Көньяҡ” биҫтәһендә йәнле тормош башлана.
Әйткәндәй, социаль мәсьәләләр менән бер рәттән ҡаланы матурлау, йәшел­ләндереү саралары ла күрелә. Мәҫәлән, һүтеп ташланған ҡайһы бер йорттар урынына тимер юлсылар скверы, 15-се, 16-сы балалар баҡсалары алдында йәмәғәт урындары барлыҡҡа килгән.
Ете йыл эсендә ҡалала өс, дүрт, биш ҡатлы күп фатирлы йорттар һалынған. Был халыҡҡа эш урындары һаҡлап ҡалыу йәһәтенән уңышлы булған.
Яңауыл районы республика програм­маһының һуңғы этабына эләгеп өлгөрә. Авария хәлендәге йорттарҙан граждан­дарҙы күсереү ваҡыты 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылған. Ошо йәһәттән Совет урамының 39-сы, Кирзавод урамының 4-се, 14-се, 16-сы, Яҡут урамының 13-сө, Октябрь урамының 18-се йорттарында йәшәгән кешеләр яңы йорттарға күсереләсәк. Республика бюджетынан торлаҡ һатып алыу өсөн 84 миллион һум аҡса бүленгән. Әммә һәр эштә лә ауырлыҡһыҙ булмай. Әле төбәктә авария хәлендә тип табылған йорттан яңы фатирҙарға күсергә теләмәгән 13 ғаилә бар.
Йорттарын авария хәлендә тип таныуҙы һораған кешеләрҙән мөрәжә­ғәттәр әленән-әле килеп тора. Әле күп фатирлы 21 йорт муниципалитет контролендә тотола. Иң мөһиме — Яңауыл районы программаның бер этабында ла “төшөп ҡалмаған”, сөнки барлыҡ структуралар эшен ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарған: кәрәкле документтар әҙерләү, һатып алыу, халыҡты күсереү эштәре, фатирҙар үҙ ваҡытында сафҡа индерелгән.


Вернуться назад