Утын әҙерләй... завод17.10.2017
Белорет районында ағас онтағынан (пеллет) утын әҙерләү буйынса завод асылды. 80 миллион һум инвес­тиция йәлеп ителгән, унда 40 кеше эшләйәсәк.

Предприятиеға “Amandus Kahl” немец ҡорамалы һатып алынған. Ул йылына 14 мең тоннаға тиклем утын етеш­терә. Шуныһы үҙен­сәлекле: сеймал өсөн бар­лыҡ ҡалдыҡ, шулай уҡ түбән сортлы ағас материалдары файҙаланыла.


Вернуться назад