Уразай ауылының Ҡушсы йылғаһы буйындағы Менәүәрә шишмәһе Экология йылында яңы төҫ алды. Уны төҙөкләндереүгә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Өфө” йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов ҙур ярҙам күрһәтте.Һалҡын һыуы Ҡушсыға ҡойған, әрәмәгә һыйынып ултырған шишмәне ҡәҙерләп һаҡлай уразайҙар. Уның тарихын да йәш быуынға һөйләп киләләр. Ә тарихы үҙенсәлекле. Райондан Бөйөк Ватан һуғышына алынған 50 ҡатын-ҡыҙҙың унауһы Уразай ауылынан, шуларҙың береһе Менәүәрә Ҡорбанова була. Ҡыҙ, дошман танкыһына граната ырғытып, үҙ-үҙен ҡорбан итә. Ауыл уртаһындағы шишмәне уның иҫтәлегенә атай ауылдаштары.
Уразай ауылы ҡараған Иҫке Янбай ауыл биләмәһе башлығы Рәзиф Ахунов аңлатыуынса, Шамил Ғосман улы Экология йылында Балтас, Асҡын, Тәтешле райондарында берәр шишмәне төҙөкләндерергә вәғәҙә итә. Беҙҙең райондағы тәҡдимдәр ҡаралғандан һуң Менәүәрә шишмәһенә туҡталалар.
Шишмәне төҙөкләндереүгә әҙерлек эштәрен райондың “Агропродукт” йәмғиәте ир-егеттәре башҡарҙы. Йәмғиәт вәкиле Ренат Хәйруллин:
— Шишмә майҙанына тәбиғи таш түшәлде. Һуҡмағына лемезит тип аталған тәбиғи декоратив таш йәйелде, ул бетонлы нигеҙгә нығытылды, — ти.
Шишмә янындағы майҙанға ял урыны өсөн профилдән эшләнгән сатыр урынлаштырылды. Түбәһен — йәшел ҡалайҙан, иҙәндәрен һәм эскәмйәһен ағастан эшләгән газпромдар.
Рәзиф Мөбәрәк улы әйтеүенсә, элек урындағы халыҡ шишмә һыуын эскән. Хәҙер ауылда һыу селтәре үткәрелгән һәм күптәрҙең эсәр һыуы өйҙә крандан аға. Ә шишмә фәҡәт ял урыны булараҡ файҙаланыла.
Ауыл биләмәһендәге өс шишмәнең (шуларҙың береһе — Менәүәрә шишмәһе) һыуына бактериологик һәм химик анализдар үткәрелгән. Улар һөҙөмтәләре буйынса өсәүһенең дә һыуы эсергә яраҡлы тип табылған.
Яңыртылып матур төҫ алған Менәүәрә шишмәһе йыраҡтан үҙенә саҡырып тора, һыуһағандарға һаулыҡ, көс өҫтәй.
Балтас районы.