Иген уңған17.10.2017
Быйыл тәбиғәт шарттары ауыл хужалығы эшсәндәрен иркәләмәне. Ҡайҙалыр ҡойма ямғырҙар йонсотһа, икенсе төбәктәрҙә баҫыуҙар ҡоролоҡтан зыян күрҙе. Тап шуға ла тәүҙәрәк мул уңышҡа әллә ни өмөтләнеп булмай ине.
Шулай ҙа яңыраҡ Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев, уңыш совет осорондағы 1979 йылдағы кеүек ғәжәп юғары булыуы мөмкин, тип һаҡ ҡына әйтеп ҡуйһа ла, ошо көндәрҙә ил етәксеһе Владимир Путин, аграр тармаҡ эшсәндәрен ҡотлап, быйылғы күрһәткес ҡыуандырасағын белдерҙе.
– Ауыл хужалығы, дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексы – беҙҙең иҡтисадта эҙмә-эҙлекле үҫешкән тармаҡтың береһе, – тине Президент. – Быйыл иген уңышынан рекорд көтәбеҙ. Был яҡынса 130 миллион тонна тирәһе. Тәбиғәт шарттарының ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә ошондай ҙур күрһәткескә өлгәшә алдыҡ. Рәсәй үҙен әйҙәүсе иген державаһы булыуын иҫбатлай. Экспортҡа бойҙай оҙатыу буйынса ла донъяла алдынғы урынды биләйбеҙ.
Артабан ил башлығы сусҡа, ҡош ите, үҫемлек майы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, емеш-еләк, йәшелсә етештереү йүнәлешендә лә эштең дәррәү барыуын билдәләне.
– Тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Эре предприятиелар ғына түгел, ҙур булмаған крәҫтиән хужалыҡтары ла әүҙем үҫешә. Был яҡшы, сөнки Рәсәйҙең әүәлдән килгән тарихи традициялары тергеҙелә. Фермерлыҡ хәрәкәтен, дөйөм алғанда, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар мотлаҡ дауам итәсәк.