Әйҙәгеҙ, ҡаҙнаны бергәләп бүләйек17.10.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға һәм 2019 – 2020 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса республика парламенты тарихында беренсе тапҡыр асыҡ тыңлау үткәрелде.

Был асыҡ тыңлау депутаттар эшмәкәрлеген халыҡҡа яҡынайтыу, билдәлелек һәм асыҡлыҡты киңәйтеү маҡсатында уҙғарылды. Сарала теләгән бер кеше ҡатнаша ала ине. Унда килергә теләк белдергән һәр кем парламентҡа шылтыратып та, ойошманың интернеттағы сайтында ла теркәлә алды. Тәҡдимдәр һәм иҫкәр­мәләрҙең йөкмәткеһен дә алдан ебәреү мөмкинлеге булды. Тәүге тапҡыр булһа ла, халыҡ яғынан әүҙемлек ярайһы уҡ юғары ине: 133 кеше ҡатнашырға теләк бел­дерҙе, теркәү үткән граж­дан­дарҙың 119-ы асыҡ тыңлауға килеү мөм­кинлеген тапҡайны, 11 кеше трибунанан үҙ тәҡдимен яңғырат­ты.
– Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары был закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡарауҙы дауам итәсәк, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев, барыһына ла әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдереп. – Асыҡ тыңлауҙа әйтелгән тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙе беҙ ошо проектты камиллаштырғанда, шулай уҡ республиканың бюджет сәйәсәте­нең дөйөм ҡоролошонда файҙа­ланыуҙы планлаштырабыҙ.
Башҡортостандың дәүләт ҡаҙ­наһы буйынса асыҡ тыңлау һәм бюджеттың төп үлсәмдәре, уны мәғарифҡа, мәҙәниәткә, һаулыҡ һаҡлауға, йәмәғәт транспортын үҫтереүгә һәм башҡа йүнәлеш­тәрҙә күпме тотонорға уйлауҙары тура­һында гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.


Вернуться назад