Тауар хаҡтарының ҡотороп тигәндәй артыуына күнектек инде. Аралашсылар ҙа, һатыусылар ҙа оҫтарҙы, хаҡты яйлап, артыҡ һиҙҙермәй генә күтәрә. Аҙыҡ-түлектең күпме тороуы менән ҡыҙыҡһынғанда, ҡайһы берәүҙәрҙең “ярай әле, икмәккә хаҡты йүгәнләп торалар” тип ҡыуаныуын да йыш ишетергә тура килә.
Элегерәк төбәгебеҙ етештереүселәренең тауарҙы баҙарға ҡыйыуһыҙ индереүенә, продукцияларын күрмәлекле итеп төрөп тәҡдим итмәүенә, үҙ урынын ныҡлы ала алмауына борсола инек. Хәҙер хәл үҙгәрҙе: сифатлы итеп етештерә лә, иғтибарҙы йәлеп итерлек итеп төрә лә беләләр, үҙҙәренең ҡулланыусыларын да таптылар. Шул уҡ ваҡытта сит ил һәм башҡа төбәк етештереүселәре лә беҙгә юлын һыуытырға ашыҡмай. Әммә тауар муллығы хаҡтарға йоғонто яһай тип әйтергә иртәрәк. Булмаһа, Өфөнөң Үҙәк баҙарындағы аҙыҡ-түлек хаҡына күҙ һалайыҡ.
Тауар хаҡтары
килограмдарҙа, һумдарҙа.
Икмәк һәм ярма:
икмәк (аҡ ондан бешерелгәне) — 15-18
туҡмастар — 19-22
он — 21
ҡарабойҙай — 32-35
дөгө — 40
манный ярмаһы — 20
борсаҡ — 16
тары — 16
Йәшелсә-емеш:
картуф — 15-25
сөгөлдөр — 15-20
кишер — 18-25
һуған — 15-25
йәшел һуған —100
орлоҡ һуғаны (Иглиндеке, Һарытауҙыҡы) — 60, 100 -130
кәбеҫтә — 10-25, яңы уңыштыҡы — 50
ҡыяр — 85-95,
помидор — 90 -130
банан — 55
мандарин — 55-65
йөҙөм — 150
күрәгә — 150-160
алма — 45 -70
әфлисун — 55
груша — 70-90
һарымһаҡ — 130
Һөт ризыҡтары:
аҡ май (Миәкә, Дүртөйлө) — 150 -190,
(шәхси хужалыҡтарҙыҡы) — 200
көнбағыш майы (Шишмәнеке, 1 литры) — 62-70
һөт (бер литры) —21-24
кәзә һөтө — 150
сыр (Баҡалыныҡы) — 256-295
эремсек (шәхси хужалыҡтарҙыҡы) — 120-295
ҡаймаҡ (шәхси хужалыҡтарҙыҡы) 0,7 банкала 130-150
ҡымыҙ (0,5 литры) — 60
Ит:
һарыҡ ите — 250
һыйыр ите — 230-300
сусҡа ите — 130-200
йылҡы ите — 280-320
ҡаҙ ите — 350
тауыҡ ите — 105-125
өйрәк ите — 240
йомортҡа — 55-71
шәкәр ҡомо — 35
Һуңғы аҙналарҙа йомортҡа хаҡы, шаҡ ҡатырып, үргә менде. Тиҫтәһе 26-34 һум торған йомортҡа һә тигәнсә 55 һумға етте. Шәхси хужалыҡтарҙағы был тауарҙың хаҡы хатта 70 һумдан артты. Һүҙ юҡ, аралашсылар һәм һатыусылар баҙар “һулышын” яҡшы тоя, христиандарҙың Пасха байрамы етеүенә бәйле йомортҡаны алтынға әйләндергәндәр. Ә бына байрам үткәс, хаҡы шундай тиҙлектә аҫҡа табан тәгәрәрме — ҡулланыусыны шуныһы ҡыҙыҡһындыра.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.