Уғрылар асыҡлана, тоғролар ни эшләр?13.10.2017
Уғрылар асыҡлана, тоғролар ни эшләр?Алданған өлөшсөләр проблемаһы илебеҙҙә бер һүрелә төшә, шунан йәнә ҡырҡыулаша. Ҡануниәт белгестәре раҫлауынса, төҙөлөш ойошмаларынан объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу һуңлатыла ҡалһа тип, страховкалау фондтарына иғәнә йыйыу тураһындағы закон үҙ маҡсатына өлгәшмәне – алданған өлөшсөләр күбәйә генә төштө. Ни өсөн ул шулай тиҫтәләрсә йылдар хәл ителә алмаҫлыҡ мәсьәләгә әйләнгән һуң?

Бөгөн Рәсәйҙә биш мең ярым төҙөлөш ойошмаһы халыҡтан аҡса йыйыу иҫәбенә 14 мең самаһы торлаҡ йорт һалыу менән мәшғүл. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень күптән түгел илдең 67 төбәгендә төҙөлөп бөтмәй туҡтап ҡалған, проблемалы 714 йорт барлығын әйтте. Уларҙы һалыу өсөн алдан уҡ 39 меңдән ашыу кешенән аҡса йыйылған. Министр аңлатыуынса, хәҙер төҙөүселәргә ҡарата “уйын ҡағиҙәләре” ҡатыраҡ, улар үҙҙәре тураһындағы мәғлүмәтте тулыраҡ бирергә бурыслы, контроль ойошмаларының вәкәләттәре киңәйтелгән.
Йоғонтоһо булырмы был яңы ҡағиҙәләрҙең – әлегә әйтеүе ҡыйын. Былтыр Хөкүмәт төҙөлөш баҙарында ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген страховкалау маҡсатында махсус фонд булдырырға ҡарар иткәйне, ләкин был фондтың эшләй башлауын ярты йылға кисектереп торҙолар. Баҡһаң, ойошманың эшмәкәрлеге өсөн хоҡуҡи механизм булдырылмаған, проблемалы йорттарҙы һалып бөтөү юлдары ла билдәле түгел икән. Ул арала, матбуғатта хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш “бизнесмен”дары халыҡтан йыйылған аҡсаны банктарҙа проценттар алыу өсөн файҙаланыуҙы, башҡа төрлө табышлы тармаҡтар булдырыуға тотоноуҙы дауам итә. Ә фатирға заказ биргәндәр бер ни ҙә эшләй алмай. Ғәжәп бит: хоҡуҡи яҡтан тулыһынса дөрөҫ булған килешеү бар – тимәк, төҙөүсе йә фатир бирергә, йә аҡсаһын хужаһына кире ҡайтарырға бурыслы, ләкин быларҙың береһен дә эшләмәй, уны шулай итергә һис кем мәжбүрләй ҙә алмай.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хә­митов, белеүебеҙсә, ошо вазифаға килгән тәүге көндәрендә үк был ҡырҡыулаша барған проблемаға иғтибар итте.
“Мәсьәләне хәл итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалына, әммә ошо эш буйынса яуаплы органдар яғынан артыҡ әүҙемлек күрмәйбеҙ. Халыҡтан урланған аҡсаны табып кире ҡайтарыу – хоҡуҡ һаҡлау органдарының туранан-тура бурысы ғына түгел, ә намыҫ эше лә, тип иҫәпләйем”, – Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бынан бер нисә йыл элек үк шулай тип әйткәйне. Уның был һүҙҙәренән һуң эш йәнләнә төштө. Ғәйеплеләрҙе асыҡлау, уларҙың алдаҡ ғәмәлдәрен фашлау һәм туҡтатыу, енәйәт эше асыу һәм суд хөкөмөнә тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған хәрәкәт башланды.
Ахырҙа күп ҡатлы йорттар төҙөүгә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеүгә бәйле енәйәттәр тураһындағы ғаризалар һәм мөрәжәғәттәр буйынса тәүтикшереүҙе һәм енәйәт эштәрен алып барыуҙы республика Прокуратураһы махсус контролгә алды, ошо енәйәт эшен тикшереүҙе туҡтатып тороу тураһындағы нигеҙһеҙ ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарҙы. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш идаралығына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, тәфтиш эшен тиҙләтеү талабы ҡуйылды. Был хәлде тейешенсә тикшереү маҡсатында Башҡортостан прокуратураһы даими нигеҙҙә оператив хеҙмәткәрҙәрҙең эшен тыңлауҙы ойошторҙо.
Һөҙөмтәлә байтаҡ ҡына төҙөлөш ойошмалары етәкселәре хөкөм ителде, уларҙың төҙөлөп бөтмәгән объекттары, етештереү ҡорамалдары һәм башҡа техникаһы тартып алынды. Әлбиттә, кемделер төрмәгә ултыртыуҙан нигеҙе генә һалынған йәки стена панелдәре саҡ ҡуйылған йорт үҙенән-үҙе төҙөлөп бөтмәй. “Проблемалы йорт” тип аталған бер нисә тиҫтә торлаҡ бинаһын һалып бөтөүгә һәм аҡса түләп тә фатирһыҙ тороп ҡалған ике меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтарын яҡлауға әллә күпме сығым тотонолдо. Иң ауыр хәлдәге йорттарҙы – Өфөләге “Баҡалы” һәм “Йәшел яр” микрорайондарын – фай­ҙаланыуға тапшырыу Торлаҡ төҙөлөшө фондына ҡушылды. Билдәле булыуынса, был дәүләт унитар предприятиеһы бер нисә йыл инде мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итеү менән шөғөлләнә.
Мутлашыусылар һәм төҙөлөш бизнесын алып бара белмәүселәр йорт һалыу – тиҙ башҡарыла торған эш, тип уйлаған, ахырыһы. Халыҡтан йыйған аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алһаң, был һөнәр буйынса тәжрибәһе булған инженерҙар һәм эшселәрҙе яллаһаң, йәнәһе, бөтә проблема йорт һалыу өсөн уңайлы майҙан табыуға ғына ҡайтып ҡала. Ә бындай майҙанды ҡала властарынан төрлө хәйләкәр юлдар менән алыу осраҡтары ла байтаҡ булған. Ләкин объекттарға нигеҙ һала башлағас та, был фирмалар етәкселәренең тармаҡ үҙенсәлектәрен бик үк төшөнмәүе, фәҡәт үҙ кеҫәләренә күберәк табыш туплау теләгенең үтә көслө булыуы асыҡлана. Артабан башланып киткән иҡтисади көрсөк ошо булдыҡһыҙлыҡты тағы ла көсәйтә төшкән. Әлбиттә, хәҙер белеүебеҙсә, алдан уҡ алдашыу, кешеләрҙән йыйған аҡсаны һис тә төҙөлөшкә түгел, ә шунда уҡ башҡа маҡсаттарҙа тотонған, ҡануниәт бәйләнә алмаҫлыҡ итеп йәшергән йәки үҙләштергән “эшҡыуарҙар” ҙа булған.
Хәҙер килеп проблема тағы көнүҙәккә әйләнде. Дөрөҫ, килешеүҙә ҡаралған ваҡыт килеп еткән мәлдә лә торлаҡ йорт һаман әҙер булмаһа, бының өсөн аҡса түккән кеше төҙөлөш ойошмаһын судҡа бирә ала. 214-се Федераль законға ярашлы, быны килешеүҙәге ваҡыт боҙолоп ике ай үткәс тә эшләргә мөмкин. Ләкин, тәжрибә күрһәтеүенсә, уның йоғонтоһо бик аҙ.
Ҡануниәткә ярашлы, бындай осраҡтарҙа штрафты Үҙәк банктың рефинанслау күләменең 1/300 ставкаһы рәүешендә түләттерәләр. Ғәҙәттә ул, бөгөнгө квадрат метр хаҡтарын иҫәпкә алһаҡ, торлаҡ өсөн түләнгән сумманың биш-һигеҙ проценты самаһын тәшкил итә. Әммә суд, ҡағиҙә булараҡ, ғәйепле яҡтан, йәғни төҙөлөш ойошмаһынан, уның яртыһын ғына түләттерә. Әхлаҡи зыян биш меңдән алып 15 мең һумға саҡлы, һирәк осраҡта ғына 50 мең һумға етә. Йөҙҙәрсә миллион һумды әйләнештә йөрөткән ҙур төҙөлөш ойошмаһы өсөн был сүп кенә. Ә суд бындай ҡарарҙы шулай тип аңлата: Рәсәй Граждандар кодексының 333-сө статьяһына ярашлы, сумманың ҙурлығы йөкләмәнең үтәлешен боҙоу эҙемтәләренә тура килмәй икән, ул яртылаш һәм унан да күберәккә кәметелә.
Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләне хәл итеүҙең ҡануни юлдарын аныҡлау һәм камиллаштырыу буйынса ҙур һөйләшеү үтте. Унда тикшерелгән “Башҡортостан Республика­һының айырым хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты алданған өлөшсөләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгәйне. Сараның вәкәләтлек кимәле лә юғары ине: унда парламент етәксеһе Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный, республика министрлыҡтары һәм ойошмалары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары белгестәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, төҙөлөш ойошмалары һәм төрлө яҡтарҙан килгән инициатив төркөмдәр вәкилдәре ҡатнашты.
Тикшереүгә тәҡдим ителгән ҡануни проект ике законға – “Башҡортостан Респуб­ликаһы биләмәһендә төҙөүселәрҙең (заказсыларҙың) күп ҡатлы йорттарҙы төҙөү буйынса йөкләмәһен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау саралары тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы закондарға – төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тота. Уларҙың асылы шунда: масштаблы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға дәүләт милке йәки муниципаль милектә булған ер майҙаны сауҙалашыу үткәрмәй генә тапшырыла, ул торлаҡ майҙаны кәмендә ун мең квадрат метр булған күп фатирлы йорт (йорттар) һалыу өсөн Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы бирелә. Был йорттағы торлаҡ майҙанының ун проценттан да кәм булмаған өлөшө аҡсаһы төҙөлөшкә тотонолған һәм фатирлы булыу хоҡуғы боҙолған граждандарға тапшыры­лырға тейеш. Ундай граждандарҙың ошо йорттағы торлаҡҡа хоҡуғы “Күп фатирлы йорттар һәм башҡа күсемһеҙ мөлкәт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу хаҡында һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы билдәләнергә тейеш.
Тикшерелгән закон проекты беренсе уҡыу­ҙа ҡабул ителгән дә инде. Хәҙер парла­менттың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты 18 октябргә саҡлы ҡануни башланғыстар хоҡуғына эйә булған субъекттарҙан уға төҙәтмәләр һәм тәҡдимдәр ҡабул итә. Был ҡанунды ентекләберәк эшләү өсөн бе­ренсе һәм икенсе уҡыуҙар араһында ошондай сара үткәрергә ҡарар ителгән дә инде.
– Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе бөтә Рәсәйгә хас, – тине Константин Толкачев. – Илдең 13 төбәгендә генә ошо өлкәлә проблема юҡ. Федераль үҙәк уны хәл итеү юлдарына иғтибарҙы кәметмәй. Быйыл июлдә генә лә, мәҫәлән, Дәүләт Ду­маһында “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнаш­ҡан­дарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мән­фәғәтен яҡлау буйынса йоғонтоло ҡануни механизмдар булдырыу” тигән темаға парламент тыңлауҙары үткәрелгәйне. Унда Рәсәй Хөкүмәтенең, Үҙәк банктың вәкилдәре, Дәүләт Думаһының фракциялары һәм тейешле комитеттары етәкселәре, Рәсәй төбәктәренең башҡарма власть органдары белгестәре, эксперттар һәм эшлекле даирәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандар сығыш яһаны.
Төбәк властары күрһәткән тырышлыҡ тураһында һөйләгәндә Константин Толкачев республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм Хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашлығында быйыл йәй үткәрелгән кәңәшмәне лә иҫкә алды. Унда өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге норматив нигеҙҙе камиллаштырыу буйынса байтаҡ тәҡдимдәр бирелгәйне һәм эшлекле тикшерелгәйне.
– Бөгөн Башҡортостанда төҙөү ваҡыты байтаҡҡа кисектерелгән 29 майҙансыҡ шикләнеү тыуҙыра, – ти республика парламенты етәксеһе. – Зыян күргән граждандар һаны 3 500-ҙән ашты. Фәҡәт киң күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда ғына был йорттарҙы төҙөп бөтөргә мөмкин буласаҡ.


Вернуться назад