Тәбиғи газ менән тәбиғәт тә дуҫ11.10.2017
Тәбиғи газ менән тәбиғәт тә дуҫРеспубликабыҙҙа байрам алдынан социаль һәм иҡтисад объекттарын сафҡа индереү күркәм йолаға әйләнде. Кисә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы файҙаланыуға тапшырылды.

Башта сараға йыйылғандарҙың барыһы ла тәбиғи газ ҡулланған ҡеүәтле коммуналь-хужалыҡ идаралығының техникаһы, газ ҡойоу станцияһы һәм технологик блок менән танышты.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, Республика көнө алдынан бынан да шәп бүләктең булыуы мөмкин түгел. Башҡортостанда нәҡ Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында ошондай объект­тың асылыуы – яҡшы күренеш.
– Автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары даими төҙөлә, – тине Ирек Ишмөхәмәт улы. – Киләсәктә лә ошон­дай проекттар тормошҡа ашы­рыласаҡ.
Ғөмүмән, был – “Газпром” компания­һының Өфөләге дүртенсе газ заправкалау станцияһы, ә республика буйынса иҫәпләгәндә, уларҙың һаны 13-кә етте.
Компрессор станцияһы юғары донъя экологик стандарттарына тулыһынса яуап бирә, ә тәбиғи газдың яғыулыҡ сифатында ҡулланылыуы тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Станция Черниковка менән Шакша биҫтәләрен тоташтырған юл сатында урынлашыуы менән дә отошло. Бер үк ваҡытта бында алты автомобиль хеҙмәт­ләндерелә, тәүлек әйләнәһенә 21 мең кубометрҙан ашыу тәбиғи газ ҡойоу күҙаллана. Әйткәндәй, уны һалғанда тик ватан төҙөлөш материалдары ғына тото­нолған, импортты алмаштырыу тураһында һөйләгәндә был да бик мөһим.
Әллә ҡасандан бирле тәбиғи газ яғыу­лы­ғына күскән автоһәүәҫкәрҙәр билдәлә­үенсә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырайыҡ тиһәк, бөгөндән ошо өлгөгә эйәреү зарур. Станцияла һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер итәғәтле хеҙмәткәрҙәр эшләй.



Вернуться назад