Август аҙағында Рәсәйҙең Финанс министрлығы Шәхси пенсия капиталы тураһындағы федераль закон проекты концепцияһын әҙерләп, Хөкүмәткә тикшереүгә тапшырҙы. Яңы закон 2019 йылда эшләй башлаясаҡ. Шәхси пенсия капиталына иғәнәләр әле ҡулланылған 22 процентлыҡ страховка өлөшө урынына түләнергә тейеш. Закон проектына ярашлы, шәхси пенсия капиталы программаһында буласаҡ пенсионерҙарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашып, йыл һайын 1 триллион һумға яҡын иғәнә йыйыласаҡ.Финанс министрлығы шәхси (индивидуаль) пенсия капиталы (ИПК) идеяһын яҡлаһа, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әлегә был инициативаға бик һаҡ ҡарай. Билдәле булыуынса, 2015 йылға тиклем пенсиялар ике өлөшкә бүлеп тупланды: страховкалау буйынса пенсия — 16 процент һәм тупланған пенсия (Рәсәйҙең Пенсия фондында физик шәхестең үҙ иҫәбендә тупланған пенсия) өлөшө — 6 процент. Граждандарҙың бер өлөшө 2015 йылда иғәнәләрен Рәсәй Пенсия фондында (ПФР) ғына ҡалдырып, страховкалау буйынса пенсия иғәнәләрен 22 процент күләмендә түләй башланы. Тупланған пенсия иғәнәләренең ҙур өлөшө дәүләттән тыш пенсия фондтарына (НПФ) күсте. Айырым фондтар криминаль даирәләр ҡулына эләкте. “Норильский никель”, “Стратегия”, “Благовест” һәм башҡа фондтар етәкселәренә ҡаршы енәйәт эштәре асылды, уларҙың клиенттары байтаҡ аҡсаһын юғалтты. Был граждандар билдәле әкиәттәгесә, алдаҡсыларға ышанып, алтын тәңкәһен ергә күмгән һәм күп яңы тәңкәләр эленеп торған “аҡса ағасы” үҫеп сыҡҡанын көтөп ултырған геройҙан әллә ни айырылмай, әлбиттә.
Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин ТАСС агентлығына биргән һәм иҡтисад даирәләрендә етди бәхәстәр, хатта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған интервьюла дәүләттән тыш пенсия фондтары эшмәкәрлегендә асыҡтан-асыҡ ҡәҙимге финанс пирамидалары ысулдары ҡулланылыуына күрһәтеп, НПФ-тар мәжбүри пенсия страховкаһы системаһынан мотлаҡ рәүештә ситләштерелергә тейеш, тип белдерҙе.
Икенсе яҡтан, НПФ структураларына тапшырылған иғәнәләр, 2014 йылдан башлап Рәсәй Пенсия фонды тарафынан тартып алынып, ағымдағы пенсияларҙы түләүгә йүнәлтелеп торғанда, ул НПФ-тар ауыр хәлдә ҡала — фонд аҡсаларын үҫтереү өсөн инвестицияларға һалмағас, уларҙың килемдәре кәмей. Был шарттарҙа НПФ-тар яңы иғәнәләр иҫәбенә генә йәшәй башлай — ғәмәлдә финанс пирамидаһына әйләнә. НПФ системаһын ойошторғанда иғәнәләрҙе оҙайлы инвестицияларға һалып килем алыу аша фондтарҙы ишәйтеү төп маҡсат итеп ҡуйылһа, иғәнәләрҙе ағымдағы пенсияларҙы түләүгә йүнәлтеү (2014 — 2016 йылдарҙа НПФ-тарҙан был маҡсатта 1,5 триллион һум тартып алынған) системаны юҡҡа сығара. НПФ-тар бөгөн уртаса 5 процентлыҡ, йәғни реаль инфляциянан кәмерәк килем менән эшләй. Киләсәктә, халыҡҡа тупланған пенсиялар түләү башланғас, НПФ-тар был функцияны үтәй алмаясаҡ. Бындай перспектива иң тәүҙә тотош Рәсәй Пенсия фондын дискредитациялай. Фондтың үҙ функцияларын тулыһынса үтәй алмауы, айырыуса пенсияларға реаль инфляция кимәлендә индексация үткәрелмәүе, пенсионерҙарҙың килемдәре кәмеүе һәм көнкүреш кимәле түбәнәйеүе йәмғиәттә етди социаль көсөргәнешлек тыуҙыра.
Бындай шарттарҙа НПФ-тарға, киләсәкте, үҫеш перспективаһын ҡайғыртмайынса, клиенттарға — буласаҡ пенсионерҙарға ысын һунар ойоштороп, примитив финанс пирамидаһы ысулдарын ҡулланыуға күсергә генә ҡала. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры М. Топилиндың НПФ-тар эшмәкәрлегенә биргән баһаһы менән ризалашмау, һуңғы йылдарҙағы реаль факттарҙан күренеүенсә, мөмкин түгел. Ә Финанс министрлығының Шәхси пенсия капиталы тураһындағы яңы федераль закон проекты концепцияһы әҙерләүен иҫәпкә алғанда, был өлкәлә йәнә етди реформа башланғанын төҫмөрләргә була.