– Әле баҫыуҙарҙан бесән-һаламды ташып бөттөк, ашлыҡ та келәттәрҙә ята, – тип ҡаршы алды крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Михаил Белоусов. Мишкә районындағы билдәле һәм уңышлы эшләп килгән йүнсел менән танышыу ана шулай башланды.Йәмғиәттең төп кәсебе – малсылыҡ һәм үҫемлекселек. Үҙ техникалары бар. Бөгөн төбәктә ауыл хужалығы проблемаларын Михаил Николаевичтан да яҡшы төшөнгән кешене таба алмаҫһың. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында атаһы Николай Борисович менән “Рефандинский” совхозында эшләй. Илдәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә фермерлыҡ хәрәкәте башланыу менән Белоусовтар шундай хужалыҡ ойоштора. Ҡуртымға ер алып, иген культуралары сәсәләр. Әлбиттә, эш башлауы, нығынып китеүе еңел булмай, төрлө ауырлыҡтарға осрай, ләкин төшөнкөлөккә бирелмәй, башлаған эштәрен дауам итәләр. Һөҙөмтәлә билдәле фермер булып танылалар. Тәүҙә бөтә хужалыҡ Николай Борисович исемендә була. Йылдар үтә, олоғая төшкәс, бар эшен улына тапшыра. Атаһы әле булһа ярҙам итә, ҡағыҙ эштәрен алып бара.
Бөгөн хужалыҡта 417 баш һыйыр малы һанала, нигеҙҙә, уларҙы иткә тапшыралар.
– Хужалыҡта малдар төркөмдәргә бүленеп тотола. Алты айҙан алып йәш ярымға тиклемге башмаҡ, быҙауҙар айырым аҫрала. Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм: инәһенең һөтөн эсеп үҫкән быҙауҙар аяҡтарына тиҙерәк баҫа, тиҙерәк үҫә лә, – ти Михаил Белоусов.
Етәксе белдереүенсә, малдың тоҡомо мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Мәҫәлән, лимузин үгеҙенән 75 процентҡа тиклем ит алыу мөмкинлеге бар. Михаил Николаевич быйыл тоҡомдо яҡшыртыу йәһәтенән Дыуан районының “Ярославский” хужалығынан шундай үгеҙ һатып ала. Әйткәндәй, крәҫтиән (фермер) хужалығы “2013–2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, грант алыу мөмкинлегенә ирешә. Бүленгән аҡсаға Илеш районынан 100 баш симменталь тоҡомло тана һатып алалар.
Бөгөн фермер бер мең гектарҙан ашыу майҙанда иген культуралары үҫтерә. Бынан тыш, күп йыллыҡ үләндәр сәсә. Шулай уҡ мал аҙығы әҙерләүгә лә етди иғтибар бүленә хужалыҡта. Сенаж һалынып, бесән әҙерләнеп, ферма ихатаһына ташып өйөлгән. Һалам төргәктәрҙә ята. Ғөмүмән, мал аҙығы етерлек, хатта ике йыл ярымға хәстәрләнгән.
Ҡыш малдар йылы һарайҙа тәрбиәләнә. Әле бында ремонт эштәре дауам итә.
Хужалыҡта ете кешегә эш урыны булдырылған. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә, һәр кемгә эш һөҙөмтәһенә ҡарап премия бүленә.
Эйе, тынғыһыҙ кешеләрҙең мәшәҡәттәре лә арта, һәм шул уҡ мәлдә уңыш та уларға йышыраҡ юлдаш була.