Яуаплылыҡ — уңыш нигеҙе04.10.2017
Яуаплылыҡ — уңыш нигеҙеЭдуард Мәмлиев – күптәргә өлгө булырлыҡ, заман менән бергә атлаған булдыҡлы йәштәрҙең береһе. Өфө дәүләт нефть техник университетында – технология һәм механика, артабан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында дәүләт муниципаль хеҙмәте йүнәлешендә белемен камиллаштырып, бер аҙ эшләп алғандан һуң, шәхси эшен асырға йөрьәт итә тырыш егет. Эшләгәнгә эш ҡарышмай тигән әйтем дә тап уның ише һөнәрен яҡшы белгән, ҙур тиҙлектә алға барған заман шарттарында бөгөнгөнөң ихтыяждарын һәм талаптарын ҡәнәғәтләндерер күндәмдәргә ҡарата әйтелгән кеүек.
Һамар – Өфө – Силәбе юлында – М5 трассаһының 1494-се саҡрымында Силәбе яғынан Өфөгә боролған ерҙә әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора төрлө-төрлө ауыр йөк машиналарын хеҙмәтләндереү өсөн махсус­лашҡан урын. Төрлө ерҙәрҙән баш ҡалаға ағылған ҙур машиналар сервисҡа туҡтал­майынса китмәй, сөнки автомобилдең төҙөклөгө — юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе сараларҙың береһе. Ә бөгөн төрлө тармаҡлы иҡтисади күтәрелеш заманында был, бәлки, бик үк күҙгә ташланып бармаһа ла, берҙәй үк мөһим күренеш. Шуға ла бында заман толпарҙары – йөк машиналары, автобустар, ҙур булмаған йөк, мал ташыу техникаһы өсөн төрлө йүнәлештә махсус хеҙмәт күрһәтелә.
Уңайлы шарттар булдырылған: машиналар бина аша сыға ала, хеҙмәтләндереү ҙә тәүлек әйләнәһенә аҙнаның һәр көнөндә, сервис янында ҙур машиналарға туҡталыу өсөн ярайһы уҡ иркен урын да бар. Бынан тыш юлсылар өсөн оҙон юлда туҡтап хәл алыу һәм туҡланыу өсөн кафе ла бар. Ял итергә ҡунаҡхана һәм машиналарға махсус туҡталҡа ла алыҫ түгел.
– Яуаплылыҡ һәм хеҙмәт сифаты – беҙҙең эштең төп нигеҙе, – тине мөкиббән бирелеп идара эштәре менән мәшғүл булған Эдуард Мәмлиев әңгәмәгә туҡталған арала. — Тырышлығыбыҙ һәм тәжрибәбеҙ ҙә эш һөҙөмтәһендә сағылыш таба. Илдәге иҡтисади селтәрҙең үҫешкән мәлендә тауар ташыу өсөн ҙур техникаға һорау бермә-бер арта. Мәҫәлән, Росстат мәғлүмәттәре буйынса бер йыл эсендә Рәсәйҙә йөк ташыу өсөн 150 мең яңы машина етештерелә. Ә ошондай бер машина аҙна-ай эсендә юл йөрөгәндә йыйылған батҡаҡ һәм ҡом менән 150 килограмм саң ташый. Ә был, уйлап ҡараһаң, йыл эсендә бер ҡалаға ғына ла машиналар менән һанһыҙ саң-бысраҡ инә тигән һүҙ. Беҙ ҡаланың һәм уның тирә-яғының таҙалығы өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Шуға ла эшебеҙ төрлө йәһәттән: юл хәүефһеҙлеге, техник һәм экологик яҡтан да бик актуаль.
Сервиста төрлө брендтағы йөк машиналарын техник хеҙмәтләндереү, шулай уҡ диагностикалау, ремонтлау һәм йыйыу хеҙмәте күрһәтелә. Айырым төрлө аҙыҡ-түлек компаниялары һәм агрокомплекстар менән дә хеҙмәттәшлек итәләр. Эшселәре – тәжрибәле белгестәр — Санкт-Петербург ҡалаһына барып, белемдәрен даими камиллаштыра. Машиналарҙың төҙөклөгө һәм таҙалығы — һәр эшсенең яуаплылығында. Һәр кем үҙ эшен намыҫ һәм тырышлыҡ менән сифатлы итеп башҡара.
Заман шарттарына яраҡлаша белгән, тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу өсөн дә әҙме-күпме үҙ өлөшөн индергән ошондай ихлас белгестәребеҙ барҙа юлдар ҙа хәүефһеҙерәк, уңайлыраҡ һәм таҙараҡ булыр. Һәр эштә йылдамлыҡ һәм күндәмлек менән үлсәнгән хәҡиҡәт уны үҙ миҫалында раҫлай.

Иглин районы.


Вернуться назад