Ете ҡат үлсәп, бер тапҡыр бүлергә04.10.2017
Ете ҡат үлсәп,  бер тапҡыр бүлергәБашҡортостандың 2018 йылғы ҡаҙнаһында социаль өлкәгә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу күҙаллана. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты Президиумының ултырышынан һуң белдерҙе.

Был сарала киләһе йылға, шулай уҡ 2019 һәм 2020 йылға тиклемге осорға бюджетты туплау һәм тотоноу мәсьәләләре тикшерелде. Үтә ҡатмарлы һәм сетерекле, сығымдарҙы һумына хәтлем иҫәпләүҙе генә түгел, ә ҡаҙнаға инәсәк килемдең күпме буласағын да алдан белеп тороуҙы талап иткән был документты эшләүгә байтаҡ белгестәр йәлеп ителә, ул парламенттың бөтә депутаттары ҡатнашҡан пленар ултырышында мотлаҡ өс тапҡыр ҡаралырға һәм шунан һуң ғына закон хоҡуғына эйә булырға тейеш.
Ултырышта төп һүҙ ҡаҙна туплау буйынса ҙур тәжрибәгә эйә булған ойошмалар етәкселәренә бирелде: республиканың финанс министры Рида Собханғолова “Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға һәм 2019–2020 йылдарға тиклемге планлы осорона бюджеты тураһында”ғы закон проекты менән таныштырҙы, иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков – төбәгебеҙҙең ошо осорҙағы социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы, Мотлаҡ медицина страховкалауының төбәк фонды директоры Алексей Меньшиков был фонд ҡаҙнаһының проекты тураһында һөйләне.
– Беҙҙең республика ҡаҙнаһының киләһе йылға килеме дөйөм алғанда – 147,7 миллиард һум, ә сығымдары 156,7 миллиард һум күләмендә булыр тип планлаштырыла, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Был ағымдағы йылдың күрһәткестәренән бер аҙ ҡалыша һәм бының сәбәбе йыл аҙағына саҡлы ошо документҡа үҙгәрештәр индереү зарурлығы менән аңлатыла. Был осраҡта шуныһын хәҙер үк әйтергә мөмкин: дәүләттең граждандар алдындағы йөкләмәһе тулыһынса үтәләсәк – социаль сәйәсәткә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә сығымдарға өҫтөнлөк биреләсәк. Ошо маҡсатҡа ҡаҙна проектының тәүге вариантында уҡ 100 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынды ла инде. Социаль йүнәлеш күп йылдар инде беҙҙең бюджеттың иң күләмле сығымдарын тәшкил итә.
Уның аңлатыуына ҡарағанда, республика ҡаҙнаһы тураһындағы ҡануниәт ҡабул ителгәс һәм закон көсөнә ингәс тә үҙгәрештәр кисерәсәк. Ғәҙәттә, депутаттар уны йылына бер нисә тапҡыр ҡарай, төҙәтмәләр индерә. Шуныһын айырым билдәләргә мөмкин: был төҙәтмәләр һәр саҡ ҡаҙнаның килем һәм сығым өлөштәрен арттырыуға йүнәлтелә. Башҡортостандың быйылғы ҡаҙнаһы, мәҫәлән, өс тапҡыр ҡайтанан ҡаралды. Уның сәбәбе федераль ҡаҙнанан субвенциялар килеп тороуы менән аңлатыла.



Вернуться назад