Ҡанаттарын кирә аэропорт04.10.2017
Ҡанаттарын кирә аэропорт28 сентябрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропортында киң күләмле яңыртыу эштәре тамамланды. 2014 йылдан алып барылған был эштәргә “Рәсәй Федерацияһында транспорт системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһы бюджет линияһы буйынса 7 миллиард һум бүленде. Һөҙөмтәлә Өфө ҡалаһы Рәсәй региондары араһында тәүгеләрҙән булып ИКАО (Халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһы) стандарттарына тулыһынса тап килгән заманса аэропортҡа эйә булды.

Эштәрҙең 2015 йылда тамамланған тәүге этабында аэропортта перрон киңәйтелде һәм киң фюзеляжлы самолеттар өсөн ете туҡталыу майҙансығы булдырылды. 2016 йылда аэродромдың икенсе осоу-төшөү таҫмаһы төҙөлдө. Боинг-747 кеүек иң ҙур пассажир самолеттары, Ан-124 “Руслан” кеүек йөк машиналарына иҫәпләнгән таҫма сафҡа ингәс, аэропорт хәҙер сәғәтенә 24 самолетты үткәреүгә һәләтле.
Төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы – Һауа транспорты федераль агентлығы, төҙөүсе-заказсыһы – “Граждандар аэропорттар администрацияһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы, генераль подрядчик – “Трансстроймеханизация” ойошмаһы.
Аэропортта төҙөлөш эштәре дауам итә. 2019 йылда эске авиалиниялар зонаһы яңыртыласаҡ.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 27 сентябрҙә уҙғарылған һәм акцияларының 100 процентына Башҡортостан Хөкүмәте эйә булған “Өфө” халыҡ-ара аэропорты үҫеше йүнәлештәренә арналған кәңәшмәлә яҡын киләсәктә аэропортҡа беркетелгән самолеттар һанын арттырыу, техник хеҙмәтләндереү үҙәге төҙөү мәсьәләләрен ҡуйҙы. Кадрҙар Өфө дәүләт авиация техник университетында әҙерләнәсәк. Рөстәм Хәмитов авиаташыуҙарҙы артабан арттырыу, айырыуса был йәһәттән ҙур мохтажлыҡ кисергән нефть тармағын, эске һәм тышҡы туризмды артабан үҫтереү өсөн йылына 4 миллион авиапассажирҙы хеҙмәтләндереү зарурлығына күрһәтте.



Вернуться назад