Үҫеш һинән, минән башлана03.10.2017
Иҡтисади көрсөк, донъя аҫҡа тәгәрәй, тип яр һалабыҙ. Туҡта! Һәр нәмәгә зарланып, башҡаларҙан көтөп ятырға күнегеп киттек түгелме?! Эйе, халыҡта әле һаман кемдәндер өмөт итеп, алып килеп бирерҙәр тигән ҡараш йәшәй. СССР тарҡалғанға инде өс тиҫтә йыл ваҡыт үтеп бара, уянырға, тормош дилбегәһен үҙ ҡулыбыҙға алырға ваҡыт. Бөгөн ҡырағай капитализм заманында йәшәгәнебеҙҙе онотмайыҡ.
Шәхси тормошоңдоң, ғаиләңдең, ауылыңдың, иң ахырҙа – илеңдең иҡтисады һинән-минән башлана. Беҙ эшләмәйбеҙ икән, тимәк, урыныбыҙҙы башҡалар аласаҡ. Кемгәлер үпкәләп ятыуҙан тормошобоҙ бер ҙә алға китмәйәсәк. Ҡыбырлайыҡ, ҡуҙғалайыҡ, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр бит. Әҙме ни арабыҙҙа матур итеп тормош көткән кешеләр?! Беҙгә лә уларға эйәрергә, йәшәргә ынтылырға кәрәк. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең хәлдән килмәҫтәй ауырлыҡтар килеп тыуа икән, шымып ултырырға ярамай, халыҡ араһына сығарып, күмәкләшеп хәл итеү юлдарын эҙләү мөһим.
“Ферзь эшлекле клуб” социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһының пиар директоры Юлия Рябчинская менән дә ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ул сығышы менән Ейәнсура районынан. Әсәһе башҡорт, шуға ла ул милләттәштәренең яҙмышына битараф түгел. Бөгөн Юлия шәхси компанияла уңышлы эшләп йөрөй.
– Һеҙ Өфөлә ВДНХ-ла хәләл маркаһы менән етештерелгән күргәҙмә ойошторорға йыйынаһығыҙ. Был сара ниндәй маҡсатты күҙ уңында тота, Юлия Вячеславовна?
– Яңыраҡ Мәскәүҙә күргәҙмәлә булып ҡайттыҡ. Унда бер эшҡыуарҙы балы менән алып барҙым. Ошо сарала тотош Рәсәйҙән, Мысыр, Төркиә, Ҡаҙағстан илдәренән етештереүселәр ҡатнашты. Күргәҙмәгә ҡуйылған бөтә әйберҙәрҙең дә хәләл булыуы оҡшаны. Шуға ла үҙебеҙҙең республикала ла ошондай күргәҙмә ойоштороу теләге менән янып ҡайттым. Буласаҡ сара ла тәү сиратта республика етештереүсеһенә йүнәлтелгән. Уны Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойоштора. Төп маҡсат – республикала юғары сифатлы тауар етештереүселәрҙе ил һәм донъя кимәленә сығарыу, сөнки унда башҡа төбәктәрҙән, сит илдәрҙән дә ҡатнашасаҡтар. Был иһә аралашыу мөмкинлеген тыуҙыра. Яңы эшлекле килешеүҙәр төҙөргә лә мөмкин.
– Хәләл ризыҡтың, әйберҙәрҙең башҡаларҙан айырмаһы нимәлә?
– Хәләл – мосолмандарға файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән продукт. Бындай тауар сифатлы, тәбиғи яҡтан таҙа булырға тейеш. Ул бөтә дәүләт стандарттарына ла яуап бирә. Аҙыҡ-түлектең составында сусҡа ите, спиртлы эсемлектәр булмауы – тәүшарттарҙың береһе. Беҙҙә хәләл һүҙе аҙыҡ-түлеккә генә ҡағыла тигән ҡараш йәшәй. Был – хаталы фекер. Хәләл күргәҙмәһендә кейем, медицина хеҙмәте өлгөләре, спорт тауарҙары етештереүселәр ҙә буласаҡ. Сарала ҡатнашыусыларға сикләүҙәр ҡуймайбыҙ. Мәҫәлән, ауылдан килгән ябай эшҡыуар үҙе етештергән ризыҡтарын тәҡдим итә ала.
– Аңлауымса, был күргәҙмәлә ауылдарҙан етештереүселәрҙе лә күргегеҙ килә?
– Эйе, бөгөн ауыл кешеһе күп осраҡта үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай. Эшен күрһәтә белмәй. “Мине күрмәһендәр, теймәһендәр” тигән кеүек күләгәлә йәшәү яғын ҡарай. Ә ниңә ҡурҡырға? Киреһенсә, эшен күрһәтеп, үҙе менән таныштырып, тәжрибә уртаҡлашып, файҙалы кәңәштәр алып йәшәргә кәрәк. Бикләнеп ятмаһындар. Ҡайһы бер етештереүселәрҙә, бындай сараларҙа ҡатнашыуға лайыҡлы түгелбеҙ, тигән фекер йәшәй. Ҙур һәм файҙалы эштәр атҡарһалар ҙа, үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоялар. Был – беҙҙең төп хатабыҙ, етешһеҙлегебеҙ. Күргәҙмә кеүек сараларҙа ла һәр беребеҙ кеүек ябай эшҡыуарҙар йөрөй, шул уҡ әйберҙе һатыуға сығара. Тик айырма шунда: улар үҙ тауарын тәҡдим итә, рекламалай, күрһәтә һәм һата белә. Әле лә, хәләл тауарҙар күргәҙмәһе тураһында мәғлүмәтте интернетҡа ҡуйғас, сит өлкәләрҙән, илдәрҙән ҡатнашырға теләгәндәр шылтырата, ҡыҙыҡһына, ә республика етештереүселәре бик һүлпән.
– Тимәк, тир түгеп тапҡан малыбыҙҙы һата белмәйбеҙ?
– Эйе, күп етештереүселәр өсөн был көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Иғтибар итәһегеҙҙер: Өфө сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа, маркеттарҙа күпселек тауар, аҙыҡ-түлек Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалалары, Силәбе, Пермь өлкәләренән һәм башҡа сит төбәк, илдәрҙән килтерелгән. Шуға ла етештереү генә түгел, булғанын һатыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Үҙемдең дә был хәл менән күҙмә-күҙ осрашҡаным булды. Мәләүез районынан таныштарым тәүҙә иген үҫтерҙе, он эшләп һатты. Бер йыл уңыш булмағас, көнбағыш сәстеләр һәм май етештерә башланылар. Йәшел массаһын ҡайҙа итергә белмәгәс, мал алдылар. Итте Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һаттылар. Бер мәл Өфө баҙарына ла сығырға теләп, ярҙам һорап миңә мөрәжәғәт иттеләр. Ҡалалағы сауҙа үҙәктәре буйлап йөрөп сыҡтым һәм уларҙа тик алыпһатарҙар ғына тороуын күрҙем. Ябай ауыл фермерын бында осратмаҫһығыҙ. Сәбәбе – урын юҡ. Сауҙа үҙәге администраторы тауыҡ, һыйыр ите һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек өсөн бүленгән рәттәрҙе күрһәтеп сыға ла: “Урын юҡ, быларында күптән башҡалар һатыу итә. Улар менән һөйләшегеҙ”, – тип тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә таныштарыма Өфөлә ит һатыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә алманым. Сауҙа үҙәктәрендә урындар ҙа ҡиммәт. Тәҡдим ителгән хаҡ менән етештереүсе риза түгел.
– Әйҙә, хәҙер шылтыратып ҡарайыҡ!
– Үҙәк баҙарғамы? (Әңгәмәсем телефонын бөтә тауышҡа асып, Үҙәк баҙар хакимиәтенең телефон һанын йыя – авт.) Алло, Үҙәк баҙармы? Һеҙҙә аҙыҡ-түлек һатыу урындары бармы һәм күпме тора? “Бер урын өсөн ҡуртым хаҡы 40 мең һум, әммә буш урындар юҡ”. Бына үҙегеҙ ҙә ишеттегеҙ.
– Күптәр эш аса, әммә бик һирәктәре генә нығынып китә. Уңышһыҙлыҡтың сәбәбе нимәлә?
– Беренсенән, тәүҙә эшкә тотонғанда яҡшы сифатлы продукт етештерә башлайҙар. Бер аҙҙан ниңәлер сифат насарая. Үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер: сыға ғына башлаған саҡта аҙыҡ-түлек тәмле була. Халыҡ та уны теләп ала. Ә сифатһыҙ тауар етештереүсе иң беренсе үҙен алдай һәм эшен хәүеф аҫтына ҡуя, һатып алыусыһын юғалта. Бөгөн ҡулланыусылар баҙары үҫешкән, көнәркәшлек көслө, кешегә һайлау мөмкинлеге ҙур.
Икенсенән, бөгөн ихтыяж менән файҙаланылған көнүҙәк продукт етештерергә кәрәк. Идея үҙенсәлекле булырға тейеш.
Өсөнсөнән, эшҡыуар үҙ тауарын һата алмай уңышһыҙлыҡҡа осрай. Мәҫәлән, күптәр һөт етештерә. Бер һатыусы уны матур итеп төрөп бирә, ә икенсеһе былай тоттора. Икмәк менән дә шул уҡ хәл. Һөҙөмтәлә кеше яҡшы хеҙмәтләндергән һатыусыға барасаҡ. Халыҡ магазиндың биҙәлешенә лә, тыштағы яҙыуҙарға ла, таҙалыҡ һәм тәртипкә лә иғтибар итә.
Клиенттар өсөн төрлө акциялар ойоштороу, бүләктәр, бонустар таратыу ҙа – һатып алыусыны йәлеп итеүҙең бер алымы. Хеҙмәтләндереү сифатлы булырға тейеш.
– Мең йәшә, мең өйрән, тип әйтәләр. Тимәк, тауарҙы етештереү генә етмәй, уны һата белеү оҫталығына ла эйә булырға кәрәк. Ябай эшҡыуар ул сифаттарға ҡайҙа өйрәнә ала?
– Был йәһәттән район-ҡала, республика кимәлендә эшҡыуарҙар өсөн уҡыуҙар, курстар, семинарҙар ойошторолоп тора. Уларҙа даими ҡатнашырға кәрәк. Төрлө күргәҙмәләрҙән дә ситтә ҡалмаһындар. Үҙҙәренең продукцияларын ҡуйып ҡатнашыу мөмкинлектәре булмаһа, килеп, башҡаларҙың тауарҙары һәм эш алымдары менән танышып, яңы идеялар алып ҡайтһындар. Йөрөгән таш шымара бит. Хәләл күргәҙмәһендә лә беҙ булдыҡлы эшҡыуарҙар өлгөһөндә уңыш серҙәренә, бизнесты үҫтереү алымдарына өйрәтеүгә арналған семинарҙар ойошторасаҡбыҙ.
Беҙҙең халыҡ был өлкәлә тәүәккәл түгел. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙ бик теләһә лә тәүге аҙым яһауҙан ҡурҡа. Бындай саҡта башҡаларҙың өлгөһөн ҡарап, үҙеңдең эшеңде асырға мөмкин бит. Ныҡыш, ҡыйыу булһаҡ, бындай ысул менән беҙ үҙебеҙҙе генә түгел, ә республика иҡтисадын да үҫтереүгә тос өлөш индерәсәкбеҙ.
Арабыҙҙа аяғында ныҡлы баҫып торған, эшен уңышлы алып барған йүнселдәр артыуы ҡыуандыра. Әммә уларҙың күпселеге етештергән тауарын һата ла, тәҡдим итә лә белмәй. Ҡайһы берәүҙәре интернет биргән мөмкинлектәрҙе лә файҙаланмай. Ә бит заман селтәре аша күп эште, проекттарҙы бойомға ашырырға мөмкин. Милләттәштәребеҙ бер нимәнән дә ҡурҡмаһын, тырышлыҡ ыңғай һөҙөмтәһен бирәсәк. Ә өйҙә генә ятһаҡ, мүкләнәсәкбеҙ...
– Ысынлап та һәр кеше ҙур көс-ҡеүәткә эйә, тик уны файҙалы эштәргә йүнәлтә генә белергә кәрәк.