Моно-ҡалаларға – яңы старт03.10.2017
Республикала бәләкәй ҡалаларҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатта Башҡортостан Хөкүмәте 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән “Республика моноҡалаларын комплекслы үҫтереү” өҫтөнлөклө төбәк программаһын раҫланы. Документҡа ярашлы, 2018 йылдың аҙағына ҡалаларҙы тотоп торған предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә бәйле булмаған туғыҙ меңдән ашыу хеҙмәт урыны булдырылырға һәм 30 миллиард һумлап инвестиция йәлеп ителергә тейеш.
Был программаның финанслау күләме 8,5 миллиард һумдан ашыу: федераль сараларҙан – 800 миллион һум самаһы, төбәктән – 1,8 миллиард һум, урындағы бюджеттан 120 миллион һумдан күберәк бүлеү. 5,8 миллиард һум бюджеттан тыш сара булыуы ҡарала.
Программаға федераль кимәлдәге йөкләмәләр һәм урындағы башланғыстар инә.
“Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәр моно-ҡала өсөн инвестиция сәйәсәтендә төп күрһәткестәрҙе билдәләне. Хөкүмәт тейешле шарттарҙы төбәк дәүләт программаларына индереү юлы менән финанс ярҙамы сараларын ҡараны. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек сараларына ярашлы төҙөлгән юбилей объекттары исемлегенә һәр моноҡаланың проекттары индерелде. Республика Башлығының йөкләмәләрен үтәү йәһәтенән үҙәк урамдарҙы ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүленәсәк”, — тип хәбәр итәләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығынан.
Бынан тыш, бөтә моно-ҡалаларҙа ла “Биш төҙөкләндереү аҙымы” саралары башҡарыла. 2018 йылдың мартына ҡәҙәр парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндереү, биналарҙы яңыртыу, фонтандар булдырыу буйынса 24 проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.
Рәсәй Хөкүмәтенең 2014 йылдағы 1398-р ҡарары менән төбәктә Бәләбәй һәм Күмертау – ауыр социаль-иҡтисади хәлдә булған (беренсе категория), Нефтекама һәм Белорет – социаль-иҡтисади хәле насарайыу ҡурҡынысы янаған (икенсе категория), Учалы һәм Благовещен тотороҡло социаль-иҡтисади хәлдәге (өсөнсө категория) моно-ҡалалар тип билдәләнгәйне.