Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә ямғыр ҙа, ҡар ҙа ҡамасауламай, улар тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән. Бөгөн дә ураҡ эштәрен ваҡытында һәм, иң мөһиме, бер генә башаҡты ла юғалтмайынса, атҡарып сығыу бурысы менән янып йәшәйҙәр.— Халыҡтың уңғанлығына, тырышлығына аптырарһың инде, алһыҙ-ялһыҙ иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр ялан-баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй, — ти Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Миңзарип улы Садыров. — Шөкөр, игенселәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки баҫыуҙарҙан хужалыҡ ихаталарына ылау-ылау мул уңыш ҡайта, хатта бөгөн келәттәрҙә урын да юҡ.
Төбәктең барлыҡ хужалыҡтарында әле ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре күп көс, тир түгеп йыйылған уңышты әрәм-шәрәм итмәй һаҡлауға һалып, ерҙе туңға һөрөп, минераль ашламалар менән туйындыра.
Үрге Ҡасмаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Владислав Бикмырҙин да баҫыуҙан ҡайтып инмәй, хеҙмәткәрҙәре менән аяҙ көндәрҙе файҙаланып, тиҙ арала уңышты йыйып алып, һаҡлауға һалыу бурысы менән йәшәй. 2002 йылда дүрт гектарҙа ғына эш башлаған фермер әле 4 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәртә. Рәсәйҙә, сит илдә етештерелгән заманса һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы ярҙамында баҫыу эштәрен алып бара.
— Быйылғы уңыштан хатта баш әйләнә, яҙҙан сәселгән бөтә культуралар ҙа мул булыуы менән һөйөндөрә, тик бына уны һатыу мәсьәләһе генә киҫкен тора, игенгә хаҡ түбән, — тип борсола фермер.
Ысынлап та, келәт-амбарҙар түшәмгә ҡәҙәр ашлыҡ менән тулған, ә баҫыуҙарҙан әле бөтә уңыш йыйып алынмаған. Уңышты һаҡлау өсөн заманса иген һаҡлағыс төҙөп ултыртҡандар, келәт-амбарҙар етерлек. Техниканың яңы, төҙөк булыуы ла эште тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Владислав Петрович — төбәктә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барған крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Әлбиттә, быға өлгәшеү өсөн уға бик күп тырышлыҡ һалырға тура килә. Бала саҡтан әсәһе янына фермаға йөрөргә ярата ул. Әсәһе Софья Шәмси ҡыҙы районда ғына түгел, республикала билдәле шәхес — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары кавалеры. Етенсе класта Владислав үҙе тәү тапҡыр фермаға эшкә килә, һуңынан комбайнсы ярҙамсыһы була, үҫә төшкәс иһә үҙаллы штурвалға ултыра. Мәктәптән һуң туған колхозында эшкә ҡала. Әммә үҙгәртеп ҡороу елдәре ул эшләгән “За коммунизм” хужалығын да тарҡалыу сигенә килтерә. Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтың юҡҡа сығыуын, ауылдаштарының эшһеҙ ҡалыуын ауыр кисерә Владислав. Ул туғандары менән кәңәшләшеп, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт итә. Булдыҡлы егет малсылыҡты һайлай. Бер нисә йыл эсендә ауылда көслө хужалыҡ булдырыуға өлгәшә. Бөгөн уның хужалығында 300-ҙән ашыу һыйыр малы тотола, 70-ен һауалар, әҙер продукцияны Нефтекама һөт заводына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш фәҡәт эш хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә тотонола. Бынан тыш фермерҙың 180 баш йылҡыһы ла бар. Киләсәктә мал һанын арттырыуҙы күҙаллай.
— Бөтә уңайлы шарттар, мөмкинлектәр бар, шуға ла малсылыҡ тармағына иғтибарҙы көсәйтергә иҫәп тотабыҙ. Шөкөр, заманса һөтсөлөк фермалары уңышлы эшләй, иң мөһиме, үҙ эшенә талапсан ҡараған хеҙмәткәрҙәр беҙҙә байтаҡ, — ти Владислав Петрович.
Әйткәндәй, ул һигеҙ кешегә эш урыны булдырған, ә яҙғы баҫыу эштәре, бесән әҙерләү, урып-йыйыу осоронда уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Эш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең дә үтенесен ҡәнәғәтләндереп, күптәрҙе эш урыны менән тәьмин итә.
Әлбиттә, ишле малды ашатырға ла кәрәк, шуға ла Владислав өс меңдән ашыу гектарҙа иген культураларынан тыш күп йыллыҡ үләндәр ҙә үҫтерә. Мал аҙығына бында ҡытлыҡ юҡ, уны ике йыл ярымға етерлек итеп хәстәрләгәндәр, силос соҡорҙары ла тулы.
— Беҙ тырыш, уңғандарҙы ихтирам итәбеҙ, ялҡауҙар, эш һөймәгәндәр хужалыҡта эшләй алмай. Шуға ла тик ерҙе яратҡан, ауылды үҙ иткәндәр генә хеҙмәт итә, — ти Владислав Бикмырҙин.
“ИТС Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙары ла мул уңышы менән ҡыуандыра. Хужалыҡ игенселәре бөгөнгә 117 гектарҙа ҡарабойҙай, 327 гектарҙа ужым культуралары һәм 715 гектарҙа иген культуралары йыйып алыуға өлгәшкән, гектар ҡеүәте лә яҡшы — 25 центнер тәшкил итә. Әле бөтә уңыш ҡеүәтле йөк машиналарында ырҙын табағына ҡайта, таҙартылған ашлыҡ иһә заманса келәттәргә һаҡлауға һалына. Йәмғиәттә биш механизатор, бер агроном эш менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, һөҙөмтәләргә ҡарап премиялар ҙа бирелә.
— Элекке ташландыҡ баҫыуҙарҙы эшкәртеп, минераль ашламалар менән туйындырып, бына икенсе йыл рәттән ярайһы ғына уңыш алыуға өлгәшәбеҙ, — ти йәмғиәттең башҡарыусы директоры Сергей Огуречников. — Ауыл халҡының кәйефе күтәренке, “оҙаҡ йылдар перспективаһыҙ һаналған ауылға йән һәм йәм инде” тип ҡыуана улар.
Ысынлап та, ошо ауыл егете, “ИТС Агро” йәмғиәте генераль директоры Михаил Попов тыуған ауылын яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һала. Бөгөн Братовщина ауылы күҙгә күренеп үҙгәрә, яңы йорттар ҡалҡа. Етәкселек хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ төҙөүҙе күҙаллай. Тиҙҙән ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәләсәк, район үҙәгенә йөрөү ҙә күпкә еңеләйәсәк, әле юл мәсьәләһе хәл ителә.
Хужалыҡ етәкселеге техника яңыртыуға аҡса йәлләмәй, бөгөн баҫыуҙарҙы сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй. Йәмғиәт киләсәктә малсылыҡ тармағына ла иғтибар бүлмәксе. Ярма ярҙырыу цехы, заманса оҫтахана, гараж төҙөргә уйлайҙар. Тиҙҙән “ЗАВ” агрегаты сафҡа инәсәк.
— Әлбиттә, беҙгә махсус белемле белгестәр менән бер рәттән эшселәр ҙә талап ителә, ә йәмғиәткә килеүселәр булһа, уларҙы торлаҡ менән дә, эш урыны менән дә тәьмин итергә мөмкинлектәр бар, шуға ла һәр кемде эшкә саҡырып ҡалабыҙ, — ти Сергей Анатольевич.
“Восход” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе — Дамир Әнғәм улы Низаметдинов) ырҙын табаҡтарында ла эш иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр дауам итә. Ылау-ылау булып килгән йөк машиналары баҫыуҙарҙан уңыш ташый. Хужалыҡ етәкселеге лә, быйылғы уңыштың мул булыуын билдәләп, “игенгә хаҡ булмауы ғына бер аҙ кәйефте төшөрә”, тип борсола.
Йәмғиәттең өс мең гектар ере бар, бөгөнгә игенселәр һоло, арпа, борсаҡ, арыш, иген баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алған да инде. Ошо көндәрҙә ураҡты тамамларға иҫәп тоталар. Гектар ҡеүәте лә бына тигән — гектарынан уртаса 32-шәр центнер алғандар. Сәғәтенә 20 тонна ашлыҡ эшкәртеү һәләтенә эйә булған заманса иген киптергес төҙөп ултыртҡандар. Тимәк, баҫыуҙарҙан ҡайтҡан ашлыҡ сифатлы һаҡланасаҡ.
Етәкселек алдынғы комбайнсылар Григорий Тимерғәлин, Алик Йәндемәров, Григорий Иргибаев һәм Юрий Изибаев, водитель Игорь Баймырҙин, мал аҙығы әҙерләүҙә Федор Ирбулатов менән Анатолий Романовты һәр яҡлап маҡтап телгә алды. Әйткәндәй, бында эш хаҡы юғары, ҡыҙыу миҙгелдә ураҡ батырҙары ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, ғаилә бюджетын ярайһы ғына тулыландыра. Етәкселек тарафынан һәр яҡлап иғтибар, ихтирам булғас, белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, йәштәр ҙә ауыл тормошон һайлап яңылышмай.
Йәмғиәт, нигеҙҙә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә. Мал һаны ишле, шуға ла ҡыш мал аҙығы мул булһын өсөн етерлек күләмдә әҙерләнгән, ике мең тонна силос һыйҙырышлы соҡорҙар тулы. Бында төҙөлөш туҡтағаны юҡ, тағы ла өс силос соҡоро төҙөлә, фермалар малды ҡаршыларға әҙер, йәй матур итеп ремонт та үткәргәндәр. Техника паркы ла бай, йыл һайын тиерлек яңы ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡоролмалар йәмғиәткә һатып алына.
Хужалыҡта 40 кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәткәрҙәр бушлай ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Эш хаҡының юғары булыуы йәштәрҙе йәмғиәткә тарта, белемле кадрҙар ҙур ихласлыҡ менән килә. Төрлө социаль яҡлауҙар, премиялар ҙа ҡаралған. Шәхси ихатаһында мал аҫрағандар ҙа иғтибарҙан ситтә түгел, бесән-һаламы, ашлығы бүленә.
Хужалыҡ етештергән малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Район үҙәгендә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла “Ышаныс” аҙыҡ-түлек магазиндары уңышлы эшләй. Бынан тыш кондитер, төрлө ит ризыҡтары етештереү цехтары бар. Өс ашхананан халыҡ өҙөлмәй, бында килешеү нигеҙендә туй тантаналары, төрлө байрам саралары, юбилейҙар үткәрелә. Продукцияның сифатлы һәм арзан булыуы һатып алыусыларҙы ылыҡтыра.
— Беҙ етештергән продукцияны халыҡ яратып һатып ала, заказ буйынса ла эшләйбеҙ. Шуға ла кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай, тиҙ арала һатылып бөтә, — ти йәмғиәттең кадрҙар бүлеге начальнигы Любовь Фәтихова. — Ассортиментты төрләндереү өҫтөндә лә эш алып барабыҙ, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар.
Ҡалтасы районы.