Яңауылдар яңыса эшләй29.09.2017
Яңауылдар яңыса эшләй Хеҙмәт һөйгән ауыл кешеһенә йылдың һәр миҙгеле үҙенең мәшәҡәттәрен тыуҙырып ҡына тора, әммә ысын ер хужаһы бер ваҡытта ла һуҡранмай: ҡыштан да, яҙҙан да, йәйҙән дә бәрәкәт алып йәшәй. Республикабыҙҙың бер яҡ сигендә урынлашҡан Яңауыл районында йәшәгәндәр ҙә быйылғы көйһөҙ тәбиғәт шарттарына һис бирешмәй, һәр аяҙ көндө файҙалы итеп үткәреп ҡалырға тырыша. Шундай уңғандар иҫәбендә райондың алдынғы хужалығы – “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Мал аҙығы
ике йыл ярымға етерлек


Юғары күрһәткестәргә өлгәшеү нигеҙе уңышлы идара итеү системаһы булдырылыуға ҡайтып ҡала. Бында иген үҫтереү менән генә сикләнмәйҙәр, уңышты юғалтыуһыҙ һаҡлау сараһын да ҡайғырталар – былтыр тәүлегенә 100 тонна ашлыҡ эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған иген киптергес төҙөп ҡуйғандар.
– Келәттәр тулы. Әле халыҡҡа ашлыҡ һата башланыҡ, пай ерҙәре өсөн дә иҫәпләштек. Бында бер пай ер биләмәһе өсөн ике центнер ашлыҡ бирелә, – тине ырҙын табағы мөдире Синара Касфатова.
Хужалыҡта бөтәһе 1596 баш мал иҫәпләнә, шуларҙың 500-ө – һауын һыйыры. Көнөнә 8 тонна һөт тапшыралар, йәғни бер һыйырҙан тәүлек һауым 20 килограмм самаһы тәшкил итә.
Яңауылдар яңыса эшләйӘле хужалыҡта 163 кеше үҙенә эш урыны тапҡан. Хеҙмәт хаҡы уртаса 18 мең һум. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән саҡта премия кеүек дәртләндереү саралары күрелә. Ауыл ерендә был – ғаилә ҡаҙнаһы өсөн ярайһы уҡ яҡшы килем, шуға ла коллектив та тотороҡло.
Һәр хужалыҡтың төп терәге булған, күккә күтәреп маҡтарлыҡ уңғандары бар. Улар араһында Мария Ғарипова – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Наташа Хәйерзаманова “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Малсы Фидарис Әхмәтгәрәев, механизаторҙар Игорь Вәлиев, Рәдис Әхмәтов үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарып, хеҙмәттәштәренә һәр яҡлап өлгө күрһәтә.
Әлбиттә, заман менән бергә атламаһаң, бөгөн юғары күрһәткестәргә өлгәшеү, үҫеш тураһында һөйләү киләсәккә хыял кеүек кенә күренәсәк. Ә бына “Победа” хужалығы был йәһәттән ышаныслы аҙымдар менән алға бара – техника паркы ҙур яңырыу кисерә. Һуңғы өс йылда ошо маҡсатта 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Яңауылдар яңыса эшләйХужалыҡтың “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына инеүе лә – ҙур ҡаҙаныш, сөнки был проект нигеҙендә һөтсөлөк фермалары ре­конструкцияланған, ике силос соҡоро төҙөлгән.
– Быйыл мал аҙығын мул әҙерләнек, ике йыл ярымға етерлек. Яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламаларға ла ҡытлыҡ юҡ. Эш хаҡы юғары булғас, һәр кем тырышып, эш өсөн өҙөлөп тора, – ти хужалыҡтың Шүдек бүлексәһе мөдире Юрий Зидияров. Ул үҙе лә ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләп, абруй ҡаҙанған.
Бөгөн хужалыҡта бер баш малға уртаса 38 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Әле лә ҡышҡы осорға мал әҙерләү дауам итә. Үҙ көстәренә бесән һаҡлағыс та төҙөгәндәр. Фермаларҙа “Хозяин” аҙыҡ таратҡыстары эшләй, бөтә эш процесы механизацияланған, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай.
Мал түлһеҙ булмаһын һәм яҡшы үрсеһен өсөн яһалма ҡасырыу эше киң файҙаланыла.

Һөттө үҙҙәре эшкәртә

Бөгөн һөт етештереп кенә ҙур килем алыу мөмкин түгел. “Победа” хужалығының тәүлегенә 15-20 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған заводы бар. Завод яңы заманса технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Төҙөлөш ваҡытында уҡ тәбиғи продукт етештереүгә йүнәлтелгән производствоны урынлаштырыуға баҫым яһала. Был иһә һөттөң витаминдар комплексын һәм минераль составын һаҡлауға булышлыҡ итә.
Әле Яңауыл һөт заводы һөт, сыр, ҡаймаҡ, ряженка, эремсек, май һәм башҡа бик күп һөт ризыҡтары етештерә. “Крәҫтиән” сливочный майы, ҡайнатылған һөт, спред, “Адыгей” сыры, эремсектәрҙең төрлөһө һатып алыусыла ҙур һорау менән файҙалана.
Көнәркәшлек көслө булһа ла, завод етештергән сифатлы продукция һәм уны һата белеү оҫталығы менән бөгөн баҙарҙа ныҡлы урын алыуға өлгәшкән. Өфө, Нефтекама, Благовещен, Борай, Бөрө, Яңауыл, Ҡалтасы ҡала-райондар халҡы Яңауыл һөт заводы етештергән продукцияны яратып һатып ала.
Бында 93 кешегә эш урыны булдырылған. Ҡыҫҡа ваҡытта предприятиела берҙәм, тотороҡло коллектив тупланып өлгөргән.
Ысынлап та, республика халҡы урында етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә, сөнки сифаты буйынса беҙҙең етештереүселәр һынатмай, шуға ла уларҙы таратыу, халыҡҡа тәҡдим итеү йәһәтенән эште тағы ла әүҙемләштерергә кәрәк.

Ышаныслы аҙымдар менән

“Восток” колхозы” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Владимир Ҡасим улы Кәмиуллин 40 йыл ғүмерен ауыл хужалығына арнаған. Ул хеҙмәт юлын ошо хужалыҡта тракторсы булып башлай, бер аҙҙан ферма мөдире вазифаһын ышанып тапшыралар. Үҙен һәр яҡлап яуаплы, ойоштороусан хеҙмәткәр итеп танытҡан Владимир Ҡасим улын тиҙҙән хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.
Яңауылдар яңыса эшләйШулай итеп, 28 йыл рәттән ул алыштырғыһыҙ етәксе булып ҡала. Ысынлап та, хужалыҡтағы бөтә эште биш бармағы кеүек белгән Владимир Кәмиуллин үҙ ғүмерен ер эшенән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай, кооператив үҫешһен өсөн, бар йөрәк йылыһын һала ул.
Әле хужалыҡ ҡарамағында 3240 гектар ер, шуның 2743-ө – һөрөнтө ер, ә 1748 гектары иһә иген культуралары өсөн тәғәйенләнгән.
Бойҙай, арыш, арпа, кәрешкә, һоло, силосҡа кукуруз сәскәндәр. Яҙғы культураларҙың гектарынан 20 центнерҙан ашыу уңыш алғандар. Һәр көндө файҙалы үткәреү уңыштың ваҡытында келәттәргә инеп ятыуына булышлыҡ иткән.
Хужалыҡта ғаилә династияһы менән эшләгәндәр бар. Улар иҫәбенә Нәсибуллиндар ғаиләһен индерергә була. Николай, уның улдары Артем һәм Андрей, Николайҙың бер туған ҡустыһы Афанасий Нәсибуллиндар быйылғы уңыш йыйыу кампанияһына тос өлөш индергән. Ә, дөйөм алғанда, хужалыҡта 90 кеше эшләй, йәғни дүрт ауыл халҡы бында үҙ шөғөлөн тапҡан.
Яңауылдар яңыса эшләйЙәмғиәттең иген киптергесе булыуы быйылғы ямғырлы йылда ла уңышты юғалтыуһыҙ ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалырға ярҙам итә.
Ауыл хужалығы 1970 гектарҙы пайға алған. Ер хужалары менән ашлыҡ, һалам, бесән биреп иҫәпләшәләр. Мал аҙығы ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә әҙерләнгән.
Хужалыҡ был төбәктә ҙурҙар иҫәбендә. Әлеге ваҡытта уның 1300 һыйыр малы бар, шул иҫәптән 400 һауын һыйыры. Көн һайын 7-7,5 тонна һөт һауыла. Уны Борай, Удмурт Республикаһына һатыуға сығаралар.
Һауынсылар Светлана Шакирйәнова, Зөлфиә Насретдинова яҡшы күрһәт­кестәргә ирешә. Малсылар Рим Шакирйәнов, Дмитрий Низаметдинов алдынғылар иҫәбендә.
Йәмғиәт “500 ферма” дәүләт программаһында ҡатнаша. Меха­низацияланған дүрт фермалары бар, әле уға өҫтәп тағы ла бер бина төҙөлә.
– Йәштәр әҙ, күптәр ҡалаға китә. Кадрҙар мәсьәләһе борсой, – ти хужалыҡ етәксеһе.
– Хужалыҡтың финанс хәле тотороҡло. Кәрәк саҡта хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы иҫәбенә йәш мал бирелә. Йыл һайын 300-гә яҡын баш мал ошо маҡсатта тотонола. Әлеге ваҡытта хужалыҡта уртаса эш хаҡы 20 мең һум самаһы тәшкил итә. Ҡыҙыу баҫыу эштәре ваҡытында эш хаҡы күпкә арта, ашлыҡ та бирелә, – ти баш бухгалтер Олег Зәйнуллин.
Хужалыҡтың бер урында тормауы, алға барыуы – ҡыуаныслы хәл. Техника йыл һайын яңыртыла. Бында Рәсәй етештереүсеһенә өҫтөнлөк бирәләр. Фермаларҙы ремонтлау маҡсатында 2015 йылда – 16, 2016 йылда 7 миллион һум аҡса һалынған.
Ғөмүмән, Яңауыл районы крәҫтиәндәре ныҡлы һәм ышаныслы аҙымдар менән алға бара, республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Яңауыл районы.


Вернуться назад