Иҡтисад яңылыҡтары26.09.2017
Рәсәй бөтә донъяны туйҙырырмы?
Британия белгестәре Рәсәй ауыл хужалығының әүҙем үҫеүен билдәләй. Күптән түгел илдең “Financial Times” тигән бизнес гәзите беҙҙең аграр тармаҡ эшсәндәренең уңышы хаҡында етди мәҡәлә баҫып сығарған.
“Барлыҡ Рәсәйҙең баҫыуҙары, фермалары, теплицалары, ашламалар етештереү фабрикалары күтәрелеш осоро кисерә. Халыҡ башлыса үҙҙәренең тауарын алырға тырыша”, тип яҙа баҫма. Күҙаллауҙар буйынса, быйыл беҙҙең ил 1978 йылдағы рекордты уҙып, 130 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алыуға ниәт тота. Был экспортҡа 40 миллион тонна иген оҙатырға мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, күрһәткес буйынса Рәсәй былтыр Американы уҙып китте.
Рәсәйҙең шулай уҡ балыҡсылыҡ, йәшелсә һәм ит етештереү буйынса уңышын да инглиздәр һиҙмәй ҡалмаған. Санкциялар һуғышы иғлан итеүгә ҡарамаҫтан, был тармаҡтарға сит ил инвесторҙары тиҫтә, йөҙәр миллион евро, доллар һала. “Көнбайыш үҙенә насар эшләне. Санкциялар Рәсәйҙе ҡаҡшатырға тейеш ине, әммә уны ауыл хужалығы был хәлдән алып сыҡты. Рәсәй бөтә донъяны туйҙыра аласаҡ. Быға бер ниндәй шик юҡ”, – тип һығымта яһай “Financial Times”.
Ауылдар йәшәһен!
Ил хөкүмәте 2025 йылға тиклем аграр комплексты үҫтереү буйынса маҡсатлы федераль программа ҡабул итте. Иң ҡыҙығы шул: ғилми-техник үҫешкә ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлешкә алдағы туғыҙ йылда 21,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Программа авторҙары киләһе тиҫтә йылдарың Рәсәй ауылдарына өмөт бирерҙәй итеп күҙ алдына килтерә. Документта ике йүнәлеш билдәләнгән. Тәүгеһе өлгәшелгәнен, булғанын үҫтереү булһа, икенсеһе барыһынан алда иген, көнбағыш һәм ҡош ите әҙерләүҙе тәүге планға ҡуя. Был осраҡта 2030 йылға донъя буйынса аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә беҙҙең өлөш бөгөнгө 1,3 проценттан 1,5 -кә тиклем күтәрелергә тейеш. Был аҡсалата йылына 8,4 триллион һум самаһы.
Икенсе сценарий технологик һикереүҙе, йәғни аграр етештереүҙең бихисап тармаҡтарында тиҙ арала юғары уңышҡа өлгәшеүҙе күҙ алдына килтерә. Ул сағында донъяла беҙҙең өлөш 3,5 процентҡа күтәрелер, аграр өлкәлә йыллыҡ табыш 19,5 триллион һумға етер тип күҙаллана. Бында заманса техника һатып алыу ғына аҙ. Эште иң тәүҙә ауыл хужалығы фәненә ярҙамдан башларға кәрәк.
Ошоно иҫәпкә алып, дәүләт селекция эшмәкәрлеген йылдам күтәрергә ниәтләй. Ябай ғына әйткәндә, аҡса түгеп, сит дәүләттәрҙән ҡыйбатлы орлоҡ, Европанан, Австралиянан тоҡомло мал ташыу етәр, үҙебеҙҙеке кәрәк.
Бөгөн ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн ситтән алынған импорт өлөшө – 80, шәкәр сөгөлдөрө орлоғо – 80, көнбағыштыҡы – 50, кукуруз орлоғо 40 процент самаһы тәшкил итә. План буйынса алдағы ете йылда импорт орлоҡ – 30, тоҡомло мал импорт 20 процент тирәһе ҡалырға тейеш.
Вертолет, вертолет...
Рәсәйҙә вертолет етештереү йылдам тиҙлектә үҫә. Быйыл бөтәһе 244 миллиард һумға торошло 217 машина йыйып, был тармаҡ рекорд күрһәтмәксе.
Белгестәр быны ҙур ҡаҙаныш тип баһалай. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа беленә. 2000 йылдарҙа йылына 30 – 40 дананан арттыра алмаһаҡ, 2010 йылға 98 машина йыя алдыҡ. Былтыр беҙ 189 вертолетты сафҡа индергәнбеҙ. Шуның 17-һе граждандар машинаһы булһа, 172-һе – хәрбиҙәр өсөн.
Дөрөҫ, тәүгеһенең аҙыраҡ булыуы бер аҙ борсой. Бының сәбәбе лә бар. Элек бындай төр техниканы нефть һәм газ тармағына ҡараған предприятиелар заказ биреп эшләтһә, хәҙер уларҙың хәле әүәлгесә түгел. Былтыр вертолетты башлыса санитар авиацияһы һатып алған. Дәүләт транспорт лизингы компанияһы төбәктәр өсөн “Ансат” һәм “Ми-8” маркалы 29 вертолетҡа заказ биргән. Киләһе йыл тағы ла 30 дана алырға әҙерҙәр.
Дөйөм алғанда, яҡындағы йылдарҙа граждандар транспортына ла ихтыяждың кинәт артыуы көтөлә. Мәҫәлән, киләсәктә, йылына 80 – 90 вертолет йыйылыуына шик юҡ.
Хәрби техника етештереү уларҙы экспортҡа оҙатыу иҫәбенә үҫәсәк.
Парфюмерия ла кәрәк
Рәсәй илде үҙенең парфюмерия һәм биҙәнеү әйберҙәре менән күмеп ташларға йыйына. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы асыҡлауынса, был тармаҡта импорт өлөшө 70 проценттан ашып китә.
Кем матур булырға, биҙәнергә яратмай икән?! Гүзәл заттарҙың һәр төрлө биҙәнеү әйберҙәренә битараф булмауы бер кемгә лә сер түгел. Быйыл төрлө парфюмерия һәм косметика тауарҙары 760 миллиард һум тирәһе һатыласаҡ тип көтөлә. Был шаҡтай ҙур сумма. Бындай төр продукцияны етештереүгә әллә ниндәй аҡыл, көс талап ителмәһә лә, әлегә үҙебеҙҙеке ни бары 30 – 35 процент самаһы тәшкил итә. Мәғлүмәттәр буйынса, илдә хушбуй етештергән предприятиелар иҫәбе тиҫтәгә лә етмәй. Үкенескә ҡаршы, улары ла үтә арзан тауар эшләп сығарыу менән мәшғүл. Дөйөм алғанда, илдә 420 эре косметика фабрикаһы бар. Әммә уларҙың төп кәмселеге – әлеге лә баяғы сеймалдың 90 процент самаһын ситтән ала. Тимәк, иң тәүҙә илдең сеймал базаһын үҫтереү мөһим.
Ҡытайҙар арта
Ҡытай планетала иң күп халыҡ йәшәгән ил булараҡ билдәле. Бөгөн бында тыуым арта бара.
Бығаса Ҡытайҙа берәүҙән артыҡ бала табыу рөхсәт ителмәһә, күптән түгел сикләү тыйылды. Һөҙөмтәһе тиҙ күренә башланы. Ошо көндәрҙә Ҡытайҙың Һаулыҡ һаҡлау һәм бала табыуҙы планлаштырыу эштәре буйынса дәүләт комитеты 2016 йылдағы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Документтар күрһәтеүенсә, илдә 18,46 миллион бала донъяға килгән. Был, 2013 йыл менән сағыштырғанда, ике миллиондан ашыуға күберәк. Бер үк ваҡытта тыуымдың дөйөм коэффициенты үҫте – ул 1,7-нән артып китте.
Илдә балалар үлеме лә кәмегән. Яҡын йылдарҙа Ҡытай халҡының ике миллиардтан ашып китәсәгенә шикләнмәй белгестәр.
Әлдә нефть менән газ бар
Илдә иң күп һалым түләгәндәр араһында “Роснефть”кә тиңләшеүсе юҡ – 2016 йылда ул Рәсәй ҡаҙнаһына 1,36 триллион һум аҡса индергән.
Былтыр иҡтисад ойошмалары түләгән дөйөм һалым 0,1 процентҡа кәмеһә, быйыл иң эре 50 предприятие түләүҙәрҙе, киреһенсә 12,4 проценттан 12,9-ға ҡәҙәр арттырған. Был юҫыҡта иң маһиры булып танылған тиҫтә компания араһында етәүһе яғыулыҡ-энергетика комплексына ҡарай. “Роснефть”тән тыш, йәнә тәүге унау исемлегенә алты нефть һәм газ компанияһы, шулай уҡ “Һаҡлыҡ банкы”, “Рәсәй тимер юлдары”, “Росатом” ингән. Ҡаҙнаға килгән бөтә һалымдың 37,8 процентын улар күсергән. Бер “Роснефть”тең генә өлөшө – 12 процент.
“Альпари” аналитик үҙәге директоры Александр Разванов был рейтингты ошолай билдәләй: “2016 йылда “Роснефть” бюджетҡа 1,36 триллион күләмендә һалым ғына түгел, тағы ярты капиталға дивиденд та индерҙе. Ҡайһы бер баҫмалар билдәләүенсә, дәүләт унан күпте алмай. Был тикшереүҙәргә ҡараһаҡ, бюджетты тултырыу нефть һәм газ тармағы иңендә ята”.
Үҫтерергә өйрәнәбеҙ
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл теплицала йәшелсә үҫтереү 24 процентҡа артҡан, ил буйынса тулайым йыйым 568,2 мең тонна тәшкил итә. Былтыр иһә ул 459,5 мең тонна булған.
Барлығы 391,5 мең тонна ҡыяр (былтыр 327, 9 мең тонна), 167,8, мең тонна помидор (11,8 мең тонна) йыйып алынған. Башҡа культуралар уңышы 8,9 мең тонна (13,3 мең тонна) тәшкил итә.
Был өлкәлә ауыл хужалығы ойошмалары, фермер хужалыҡтары араһында Краснодар крайына тиңләшеүсе юҡ – 72,3 мең тонна. Ставрополь – 46,3 мең тонна, Татарстан – 34,6 мең тонна, Башҡортостан – 32,3 мең тонна, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы 28,1 мең тонна уңыш йыйып, был исемлектә иң алда тора.
Предприятиелар кәмей, эшҡыуарҙар арта
2017 йылда Урал һәм Волга буйы федераль округтарында предприятиеларҙың кәмеүе күҙәтелә. Бигерәк тә сауҙа, финанс һәм страховкалау ойошмалары юҡҡа сыға. Шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуарҙар һаны, киреһенсә, арта бара.
Кокс, нефть, ағас эшкәртеү, металлургия етештереү тармағындағы предприятиелар кәмеһә, транспорт, келәт хужалығы, ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу эшмәкәрлеге һиҙелерлек үҫкән.
Икеләтә түләмәйем, тиһәң...
2018 йылда сиктәре аныҡ межаланмаған ерҙе хужалары һата ла, бүләк итә лә алмаясаҡ.
Рәсәйҙә ер участкаларында йорттары теркәлмәгән хужалар өсөн яуаплылыҡ арттырыласаҡ. Әгәр улар яҡын арала мөлкәтен законлаштырмаһа, ер һалымын икеләтә арттырып түләйәсәк. Әлбиттә, Федераль һалым хеҙмәте иҫкәртеүенсә, бындай ҡарар 2006 йылда уҡ ҡабул ителгән, ә быйыл иһә ул үҙ көсөнә инеп, тәүге түләүҙәр башланасаҡ. Мәҫәлән, бығаса ер участкаһы майҙаны өсөн дүрт мең һум күләмендә һалым түләргә кәрәк булһа, бынан ары һигеҙ меңеңде сығарырға тура киләсәк.
Бөгөнгө көн дә Рәсәйҙә шәхси йорт төҙөү өсөн 16 миллион гектар ер бүленгән. Уларҙың күбеһендә өй һалынған, әммә мөлкәт булараҡ законлаштырылмаған. Тағы биш миллион самаһы участканы ҡара-ғура баҫҡан.
Йәнә бер үҙенсәлек – “күренмәгән” йорттарҙы страховкалау ҙа мөмкин булмаясаҡ. Дөрөҫ, табыш тип күҙе тонған компаниялар теркәлмәгән торлаҡтарҙы страховкалау өсөн аптырап тормай. Әммә янғын кеүек бәлә-ҡаза тыуа ҡалһа, күрелгән зыянды ҡаплатыуы бик ауыр, сөнки документ буйынса булмаған йортҡа аҡса түләгәнеңде раҫлау еңел эш түгел.
Әйткәндәй, хәҙер Рәсәйҙә мөлкәтте теркәү юлдары ябайлашты. “Росреестр”ға йәки үҙегеҙ теләгән күп функциялы үҙәккә документтарығыҙҙы тапшырып, дәүләт кадастр иҫәбенә инергә һәм мөлкәткә хоҡуғығыҙҙы законлаштырырға мөмкин.
Ике кешелек самолет
Алыҫ Төньяҡ шарттарында осоу өсөн Өфөлә “Птенец” тип аталған үтә еңел самолет етештерә башланылар. Уны Рәсәйҙең Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәренең аҙ һанлы аҫаба халыҡтары ассоциацияһы һатып ала.
Самолет 250 килограмға тиклем йөк күтәрә ала. Аппарат ике кешегә иҫәпләнгән һәм тундраның бөтә ерендә лә тиерлек төшә ала. “Уның өсөн махсус майҙансыҡ та, аэродром ҡоролмаһы ла кәрәкмәй. Уртаса тиҙлеге – сәғәтенә 120 километр, осоу алыҫлығы мең километр”, – ти Дәүләт Думаһы депутаты Григорий Ледков.
Самолеттың төп маҡсаты – тундрала йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ ветеринарҙарҙы йөрөтөү. Бындай аппарат урмандарҙағы янғындарҙы аныҡлау өсөн дә ҡулайлы.