Иң байы кем?26.09.2017
Аллаға шөкөр, байлыҡ туплауҙа гүзәл заттарыбыҙ ҙа ҡалышмай. “Форбс” журналы билдәләүенсә, “Рәсәйҙең иң бай ҡатын-ҡыҙҙары” араһында Мәскәүҙең элекке башлығы Юрий Лужковтың йәмәғәте Елена Батуринаға тиңләшеүсе юҡ.


Ул бына бишенсе йыл рәттән был урынды берәүгә лә бирмәй. Дөрөҫ, быйыл уның мөлкәте 100 миллион долларға кәмегән һәм бер миллиард доллар самаһы тәшкил итә. 2011 йылда үҙенең “Интенко” компанияһын һатҡандан һуң ул ошо тиклем аҡсаға эйә булған. Хәҙер Елена Батурина үҙенең эшҡыуарлығын сит илгә ҡарай йүнәлтә. Ул аҡсаһын Европала, АҠШ-та ҡунаҡхана, энергетика, торлаҡ һәм коммерция милке өлкәһенә һала.
Исемлектең икенсе баҫҡысында – Елена Рыболовлева. Уның да кемдең йәмәғәте икәнлеген белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Рәсәйҙең билдәле эшҡыуары, “Уралкалий”ҙың әүәлге етәксеһе – Дмитрий Рыболовлев. Айырылыш­ҡандан һуң уның мөлкәтенең шаҡтай өлөшө – 600 миллион доллары ҡатынына эләгә. Етенсенән өсөнсө урынға йәһәт кенә һикергән Наталья Филева – авиакомпанияларҙың директорҙар советы рәйесе. Уның кеҫәһендә – 600 миллион доллар.
Иң бай 25 ҡатын-ҡыҙҙың алтыһы был исемлек­кә быйыл ғына ингән. Баҫма билдәләүенсә, былтыр күп ҡатын-ҡыҙ, бай ирҙәренән айырылып, тәүге тапҡыр иң бай ҡатындар булып танылһа, быйыл, киреһенсә, ғаилә ныҡлығы арҡаһында шундай байлыҡҡа эйә булғандар. Мәҫәлән, Тула өлкәһенең элекке губернаторының ҡатыны Ольга Груздева (13-сө урын – 200 миллион доллар), ә миллиардер Геннадий Тимченконың ҡыҙы Ксения Франк (14-се урын – 200 миллион доллар), “Лукойл”дың президенты Лариса Александрова (21-се урын – 120 миллион доллар), Татарстан башлығының ҡатыны Гөлсинә Миңлеханова (23-сө урын –100 миллион доллар) ошо юл менән байыған гүзәл заттар иҫәбендә.


Вернуться назад