Кәштәләрҙә – һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ...13.09.2017
Кәштәләрҙә – һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ...Һатып алыусыға магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Уларҙың ниндәйе генә юҡ?! Ситтән килтерелгәндәре лә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәре лә етерлек. Әммә һуңғы ваҡытта һәр кемдең сифатлы, экологик яҡтан таҙа ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүе күҙәтелә. Етештереүселәр был тәңгәлдә үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарай. Сибайҙың “Экопром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте көнөнә алты тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә.

Әйткәндәй, исеме есеменә тап килә: бында тик экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы һөт продукттары әҙерләнә. Оҙаҡ йылдар тотороҡло эшләп килгән йәмғиәттең уңыш сере — сеймалды үҙҙәрендә эшкәртеүҙә. Сибай һәм күрше ҡалаларҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана “Экопром”дың пастеризацияланған айыртылмаған эсәр һөтө, ҡатығы, ряженкаһы, ҡаймағы. Бөгөн шулай уҡ эремсек эшләү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Яҡын арала ҡайнатылған һөт, кефир, йогурт етештерә башлау юлдары өйрәнелә. Цех асылғандан алып эшләгән оператор-технолог Надежда Краснованы етәкселәр маҡтап телгә ала. Күптән түгел уңған ханымға тырыш хеҙмәте өсөн ҡала Советының Рәхмәт хаты тапшырылған.
Республика Башлығының “үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирергә кәрәк” тигән һүҙҙәрен ҡеүәтләп, сифатлы, экологик яҡтан таҙа, тәме һәм арзанлығы менән һатып алыусының күңеленә хуш килгән “Экопром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән һөт ризыҡтарын һайлаған кешеләр бер ҡасан да отолмаясаҡ. Был һөт ризыҡтары оҙаҡ йылдар Сибай сауҙа кәштәләренең иң түрен биҙәр.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад