Башҡортостан “Апимондия” конгресына әҙерләнә12.09.2017
Башҡортостан “Апимондия” конгресына әҙерләнәБашҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялар федерацияһы президенты Филипп МакКейб етәкселегендәге делегация менән осрашыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Унда Рәсәй умартасылары милли союзы президенты Арнольд Бутов та ҡатнашты. “Апимондия” вәкилдәре 2021 йылда 57-се Халыҡ-ара умартасылар конгресын Башҡортостанда уҙғарыу мөмкинлеген тикшерҙе.
— “Апимондия” конгресын беҙҙең Өфө ҡалаһында, Башҡортостан Республикаһында үткәреүгә етди әҙерлек бара. Был сара умартасылыҡ тармағын артабан үҫтереүгә көслө импульс бирәсәк. 2021 йылда конгресс үткәреүгә шулай уҡ дәғүә итеүсе Дания, Словения һәм Сербия — көслө конкуренттар. Беҙ был ярышта еңеп сыҡһаҡ, ул илебеҙҙәге умартасылыҡ тармағын юғарыраҡ кимәлгә күтәрәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ хәҙер системалы эшләй башланыҡ: яңы маҡсаттар ҡуябыҙ, яңы мәсьәләләр хәл итәбеҙ, сәнәғәттәге яңы идеологияға яҡынлашабыҙ. Үҫеш перспективаларына, маркетинг мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырырға тейешбеҙ. Беҙҙә әлегә эмоциялар өҫтөнлөк итә, хәҙер һөҙөмтәле эш — аныҡ һандар талап ителә. Рәсәй Федерацияһындағы, сит илдәрҙәге баҙарҙы, продукцияны реализациялау мөмкинлектәрен, шулай уҡ импортты ентекләп өйрәнә башларға кәрәк. Тармаҡ республикала яҡшы көйләнгән машина кеүек эшләргә тейеш. Был конгресс беҙгә мәктәп, ҡиммәтле тәжрибә туплау майҙансығы булараҡ кәрәк.
“Апимондия” федерацияһы президенты Ф. МакКейб Рәсәй умартасылары милли союзының 2021 йылда конгресты Башҡортостанда үткәреү буйынса әҙерләгән документтарын юғары баһаланы. Унда конгресс саралары уҙғарыласаҡ урындар, даталар, программа, экскурсиялар, делегаттарҙы урынлаштырыу, транспорт һәм башҡа мәсьәләләр етди уйланылған.
Умартасылыҡ буйынса тәүге халыҡ-ара конгресс 1897 йылда Брюссель ҡалаһында ойошторола. “Апимондия” федерацияһы 1949 йылда Амстердамда уҙғарылған 13-сө конгреста төҙөлә. Штаб-фатиры Рим ҡалаһында урынлашҡан. Конгрестар йыл аша йыйыла. Федерацияның төп идара органы — Генераль ассамблея, башҡарма органдары — Башҡарма совет һәм ете даими комиссия. Комиссиялар түбәндәге ете төп йүнәлештә эш алып бара:
— апитерапия;
— бал ҡорто биологияһы;
— умартасылыҡ иҡтисады;
— умартасылыҡ һәм ауыл үҫеше;
— технологиялар һәм сифат;
— бал ҡорто сәләмәтлеге;
— баллы үҫемлектәр.
“Апимондия” 1970 йылда Румынияның баш ҡалаһы Бухареста Умартасылыҡ иҡтисады һәм технологиялары институты аса. Шул уҡ йылда федерацияның “Apiacta” журналы сыға башлай. Һәр конгреста “АпиЭкспо” күргәҙмәләре ойошторолоп, ҡатнашыусылар араһында түбәндәге 12 номинацияла призерҙар билдәләнә:
Умартасылыҡ техникаһы;
Инновациялы умартасылыҡ продукттары;
Упаковка һәм реклама;
Фильмдар һәм башҡа видеопродукция;
Фотография;
Китаптар;
Дидактик материал;
Коллекциялар;
Журналдар;
Интернет сайттары;
“АпиЭкспо” күргәҙмәһе стендтары;
Йырҙар һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәр.
Башҡортостанда төрлө кимәлдәге умартасылыҡ конкурстары, фестивалдәр, бал йәрминкәләре ойоштороу буйынса бай тәжрибә тупланған. Башҡорт балы күргәҙмәләрҙә меңдән ашыу бүләк, миҙалдар, дипломдар, приздар алған.
2004 йылдың 1 октябрендә “Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡ тураһында закон”, 2012 йылдың 20 декабрендә “Башҡортостан Республикаһында 2020 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы” ҡабул ителгән.


Вернуться назад