Ваҡыт бар әле08.09.2017
Башҡортостанда “Йыл эшҡыуары-2017” республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
2005 йылдан башлап уҙғарылған бәйгегә ҡыҙыҡһыныу ярайһы уҡ ҙур, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан унда ҡатнашырға теләгәндәр байтаҡ. Быйыл документтар ҡабул итеү ваҡыты ике аҙнаға оҙайтылды. Ул 15 сентябрҙә тамамлана.
Конкурста шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, акционерҙар, ойошмалар, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ҡатнаша ала.
Ғаризаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәреү шарт: Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе, 44/1, 6-сы павильон. Электрон почта: [email protected]. Еңеүселәр быйыл декабрҙә бүләкләнә.


Вернуться назад