Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хәбәр итеүенсә, дәүләт милкендә булған күсемһеҙ мөлкәтте урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ташламалы хаҡ менән ҡуртымға биреү һәм ошо юл менән йүнселлекте үҫтереүгә ярҙам итеү ни өсөндөр уңышлы килеп сыҡмай: бындай ҡуртымсылар юҡ тиерлек. Һөҙөмтәлә уның шарттарын үҙгәртергә булдылар.Ҡайһы бер биналарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү маҡсатҡа ярашлы, сөнки улар иҫкергән, кисекмәҫтән ремонт талап итә, ә урындағы власть органының төҙөлөш мәшәҡәттәренә аҡсаһы юҡ. Ҡуртымсы иһә уны гөл кеүек матурайтып алыр ине, етмәһә, шуның өсөн ҡуртым хаҡына ташлама ла яһала. Башҡортостанда бындай биналар 500-ҙән ашыу икән! Уларҙың ҡала үҙәгендә урынлашҡандары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Өфөләге Карл Маркс урамының Пушкин һәм Свердлов урамдары арауығындағы тарихи бина тиҫтә йыллап инде селтәр менән бөркәнгән килеш ултыра.
– Бындай биналарҙы эшҡыуар тәҡдим иткән теләһә ниндәй шарттарҙа ҡуртымға бирергә була, – ти министр урынбаҫары Азамат Хәсәнов. – Тимәк, ҡуртымсы өсөн ике йыллыҡ “каникул” барлыҡҡа килә. Бында ғәмәлдәге ҡуртым хаҡының 0,01 күләме билдәләнәсәк. Әйтәйек, 1000 квадрат метр майҙан өсөн йылына 10 мең һум ғына түләргә кәрәк буласаҡ.
Ике йыл уҙғандан һуң да ҡуртымсы ташлама менән файҙалана аласаҡ: өсөнсө йылында ул ғәмәлдәге хаҡтың 40 процентын, дүртенсеһендә 60 процентын, бишенсе йылда 80 процентын ғына түләргә хаҡлы. Шулай уҡ, төп эшмәкәрлегендә табышы кәмей ҡалһа, ҡуртымсы уны субарендаға биреү хоҡуғына ла эйә буласаҡ.