Райондың “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығы водителе Фәғит Фәтҡуллин быйыл хеҙмәт юлының 25-се көҙөн ҡаршылай. “Тимер ат”ты армияға тиклем үк “йүгәнләгән” ағай йәштәргә биргеһеҙ. Үҙе кеүек тәжрибәле, тырыш хеҙмәттәштәре Рәмзил Латипов, Илмир Булатов, Әнүр Ташбулатов, Кәүсәр Ҡотлов менән алмашлап, көндө төнгә ялғап эшләй ул. Тәүлегенә – тиҫтәләгән рейс... Әйтеүе генә анһат. Ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәйенсә ырҙынға алып барып еткереү, комбайнсыларҙың эшен тотҡарламау водителдең яуаплылығына, тырышлығына бәйле. Һис шикһеҙ, Шишмә хужалыҡтарының еңеү-ҡаҙаныштары нигеҙендә нәҡ Фәғит Фәтҡуллин кеүек ер йылыһын, ер ҡөҙрәтен тойоп йәшәгән һәм эшләгән ябай ауыл хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ята. Улар йыл да етерлек кимәлдә уңыш йыйып, мал ҡышлатыу миҙгелен ауырлыҡһыҙ үткәрә. Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл тиһәләр ҙә, август аҙағы – сентябрь башындағы һауа шарттары ауыл хужалығының алдағы көндәренә туранан-тура бәйле. Бер юлы нисәмә эште башҡарып өлгөрәһе бар — ураҡ, мал аҙығы әҙерләү, ерҙе туңға һөрөү, ужым культураларын сәсеү, орлоҡ запасын туплау... Ярай әле өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙарҙан һуң көҙгө көндәр ҡыуандыра. Көндәр артабан да аяҙ торһа, хужалыҡтарға финиш һыҙығына сығырға ла күп ҡалмаясаҡ.
“Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығында ла эштәр күптән гөрләй. Бында яландарҙың 90 процентҡа яҡыны эшкәртелгән дә инде.
— Миләш уңһа, көҙ матур килә, ти торғайны өлкәндәр. Ә быйыл әлеге емеш ифрат күп. Сентябрь аяҙ торор тип ышанабыҙ, — ти хужалыҡтың баш агрономы Азат Йосопов.
Әйткәндәй, “Әғли” – райондағы иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Ҡеүәтле техника, яғыулыҡ-майлау материалдарының тейешле кимәлдә тупланыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплы, тырыш булыуы – быларҙың барыһы ла уңыштың нигеҙен билдәләй. Бынан сирек быуат элек фермер Наил Әһлиуллин башлап ебәргән эште бөгөн уның улы Илдар дауам итә. Әйткәндәй, тәжрибәле, булдыҡлы етәксегә Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр союзы рәйесе вазифаһын да ышанып тапшырғандар.
— Тырышһаң, уңышың күренә, ҡаҙаныштарың ваҡытында баһалана, дәүләт тә ярҙамынан өҙмәй, – ти ул. – Уңған, яуаплы хеҙмәттәштәрем — хужалыҡтың төп көсө, таянысы. Ялҡауҙар, эшһеҙҙәр заманы үтте хәҙер.
Һис шикһеҙ, яландарҙы ниндәй генә заман машиналары иңләһә лә, алдынғы технологиялар ҡулланылһа ла, төп көс хеҙмәт кешеһенә төшә. Ә шишмәләр был йәһәттән ғорурланырға хаҡлы. Ниндәй генә тармаҡты алып ҡараһаң да, тәжрибәле, тырыш, яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Әйткәндәй, хужалыҡ игенселектән тыш малсылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек тармаҡтарын да уңышлы алып бара. 250 баш һыйыр малы, 16 мең ҡаҙ, 8 мең йәш ҡаҙ, 140 мең себешкә иҫәпләнгән инкубатор, 100-әр гектар майҙанда сәселгән кишер, сөгөлдөр баҫыуҙары, 40 гектар ерҙе биләгән бәрәңге орлоғо — былар барыһы ла хужалыҡтың ҡеүәтенә асыҡ дәлил. Ун бер мең тонна һыйҙырышлы йәшелсә һаҡлау урыны ғына ни тора. Ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә: йыл әйләнәһенә 0 градус температураны тота, елләтелә. Был ҡоролманың үҙенсәлеген Өфө, Пермь эшҡыуарҙары татып өлгөргән дә инде. Улар йыл әйләнәһенә хужалыҡтан күмәртәләп йәшелсә һатып ала.
Етәкселектең тағы бер иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ “сифатын” билдәләп үтеү зарур — бында беренсе урында һәр ваҡыт йәштәр килә. Мәҫәлән, хужалыҡтың баш агрономы Азат Йосопов — Өфө егете. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлау менән “Әғли” фермаһында практика үтә лә ошонда эшкә ҡала. Ике тапҡыр Голландияға барып, тәжрибә туплап та ҡайтҡан. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
— Һәр нәмәгә яйлап яраҡлашаһың инде ул. Шул иҫәптән тәбиғәт шарттарына ла. Беҙ ҙә яйлап-яйлап кукуруз, рапс, көнбағыш баҫыуҙарын киңәйтәбеҙ. Ни тиһәң дә, улар эҫегә лә тиҙ бирешеп бармай, ямғыр ҙа үтә ҡурҡытмай. Ғөмүмән, миңә ҡалһа, хужалыҡ алға китһен өсөн бер йүнәлеш менән генә сикләнергә ярамай, — ти ул.
Хужалыҡта хеҙмәткәрҙәргә лә яҡшы мөғәмәләлә. Уларҙың һәр ҡайһыһы социаль яҡланған. Көнөнә өс тапҡыр бушлай ашатыу ҡаралған, бесән-һаламдан өҙөклөк юҡ.
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда төш ауғайны инде. Ә комбайнсылар иһә ҡайтырға уйламай ҙа ине буғай.
— Ҡояш батҡансы эшләрһегеҙ инде бөгөн, — тибеҙ егеттәргә.
— Ямғыр яумаһа, яландан ҡайтыу юҡ хәҙер. Нисек тә ураҡты тамамларға...
Шишмә районы.