Башаҡтар шауын тыңлап06.09.2017
Башаҡтар шауын тыңлапИгенсе өсөн быйылғы йыл ҡулай килә: башаҡтар туҡ, күңел көр. Аяҙ көндәр булғанда бар уңышты йыйып ҡына өлгөр. Баймаҡ районы баҫыуҙарында иген культураларын урып-йыйыу ҡыҙыу бара. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Азат Шәрипов әйтеүенсә, барлығы 73 мең 886 гектар майҙанда иген культуралары сәселгән, әле шуларҙың яртыһынан күбеһе урып-һуғылған. Гектар ҡеүәте – уртаса 20,5 центнер. Үткән йыл Баймаҡ игенселәре 150 мең тонна ашлыҡ йыйып алһа, быйыл был күрһәткес тағы ла күберәк буласаҡ.
Райондың баш агрономы Радик Рәхмәтуллин менән төбәктә иң алдынғыларҙан һаналған Ленин исемендәге кооперативы баҫыуына юл алдыҡ. Юлда беҙгә хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов та ҡушылды. Ток һырты тип аталған баҫыуҙа комбайндар тауышы гөрләй, ашлыҡ тейәгән машиналар күренә. Эштең ҡайнап торған мәленә тап килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, иген батырҙары беҙҙең менән бер аҙ һөйләшергә ваҡыт тапты. “Уңыш яҡшы, техника төҙөк, кәйеф көр! — тип яуапланы улар бер тауыштан. – Шулай булғас, ниңә эшләмәҫкә? — тине кемдер. – Тик бына һеҙ генә мәшәҡәтләп йөрөйһөгөҙ”, — тип бер аҙ төрттөрөп тә алырға онотманы игенселәр.
Ысынлап та, һәр минуты ҡәҙерле булған ваҡытта баҫыу батырҙарын туҡтатыу үҙе бер оло енәйәткә тиң кеүек тойолдо, шуға күрә улар менән тиҙ генә аралаштыҡ та яндарынан китергә ашыҡтыҡ. Баш агроном Урал Әбүбәкер улына үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирҙек.
— Бөтәһе 2 мең 320 гектарҙа иген культуралары сәселде, шуларҙың яртыһынан күбеһе урып-йыйылды. Әле беҙ торған баҫыу 228 гектар майҙан тәшкил итә, бында беҙ арпа сәстек. Арпаның уңышы яҡшы, гектар ҡеүәте уртаса 28 центнер. Күрше баҫыуҙа һоло сабалар. Арпа менән һолоно бөтһәк, артабан бойҙайға сират, — тип эш барышы менән таныштырҙы баш агроном.
Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселегендәге хужалыҡ һәр кампанияны юғары әҙерлек менән ҡаршы алып, күптәргә өлгө күрһәтә. Ваҡы­тында сәсеү, минераль ашламалар индереү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған, уңыштың яҡшы булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Хужалыҡта йыл ярымға етерлек мал аҙығы тупланған, әле силос һалыу йылдам бара. Ужым арышы ла сәселгән.
Һәр йылдағыса, хужалыҡ етәк­селеге хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү сараһы булдырған. Удар бер көнлөк, удар өс көнлөк ярыштар эшселәргә сәм өҫтәй, күңелдәрен күтәрә, матди яҡтан “кеҫәләрен дә ҡалы­найта”, етмәһә, кемдең беренсе булғыһы килмәһен! Көнөнә ике тапҡыр йылы аш ҡаралған. Ашнаҡсылар Миңзәлә Ишалина, Гөлиә Солтанова һәм Таңһылыу Ҡотдосовалар әҙерләгән аш-һыу баҫыу батырҙарын тәмле һәм сифатлы булыуы менән һөйөндөрһә, Зәлифә Исхаҡова, Әнисә Ырыҫмөхәмәтоваларҙың көн һайын бешергән хуш еҫле икмәктәрен ҡайырып ашау үҙе бер кинәнес! Әйткәндәй, районда берҙән-бер хужалыҡ үҙ бойҙайынан үҙ тирмәнендә он тартып, ҡалас бешерә.
Башаҡтар шауын тыңлапКомбайнсылар Илгиз Әсмәндиәров, Биктимер Килдин, Ғәлим Ғәлин баҫыу караптарында гиҙһә, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Наил Үҙәнбаев һәм Динар Тимербулатовтар ашлыҡты ырҙын табағына ташый. Йәмил Үҙәнбаев етәкселегендәге ырҙын табағы коллективы ла был көндәрҙә ал-ял белмәй тир түгә. 18 кешенән торған коллектив килтерелгән ашлыҡты ҡабул итеү, уны таҙартып келәттәргә һалыу, орлоҡҡа айырыу кеүек эштәрҙе йылдам башҡара.
Башаҡтар шауын тыңлапКүҙ күреме етмәҫ баҫыуҙарҙа туҡ башаҡтар йырын, комбайндар моңон тыңлап, баҫыу батырҙарының һәр минутты мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу өсөн атлығып тороуҙарын үҙ күҙҙәрең менән күреп, агрономдарҙың һәр башаҡты ҡарап, уларҙың тос булыуына балаларса ҡыуаныуҙарын күҙәтеү, ер кешеһе өсөн тап ошо мәлдән дә ҡәҙерлерәк ваҡыт булмауына төшөнәһең, уларҙың ауыр хеҙмәтенә тағы бер тапҡыр инанаһың, икмәкте тир түкмәй үҫтереп булмаясағын күңелең менән тояһың. Ленинсыларҙың был яуаплы кампанияны уңышлы атҡарып сығыуына тулы ышаныс бар. Әйткәндәй, үткән йылда тап ошо хужалыҡтың алдынғы механизаторы Зәки Ҡотлоғужин, республика буйынса иғлан ителгән “Башҡортостандың иң яҡшы комбайнсыһы” конкурсында еңеү яулап, өр-яңы “Нива” автомобиле менән бүләкләнгән. Тимәк, быйыл да кооператив хеҙмәтсәндәренә тырышырға, ең һыҙғанып эшләргә һәм йәнә машиналы булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад