Айырым үткән ғүмер йәл дә бит...05.09.2017
Айырым үткән ғүмер йәл дә бит...Вахта. Һуңғы йылдарҙа был ысул менән йөрөп эшләгән ир-егеттәр генә түгел, гүзәл зат та күбәйҙе. Үкенескә ҡаршы, әлбиттә. Күптәр сараһыҙҙан китә сит тарафтарға эшкә. Ярай әле бөтөнләйгә түгел, бер-ике ай эшләйҙәр ҙә тыуған ерҙәренә ялға ҡайталар, ауылда матур итеп донъя көтәләр. Өйҙәрендә уларҙы яратҡан ғаиләһе һағынып көтөп тора. Вахта ысулы менән эшләүселәр тураһында “алған аҡсаларын эсеп бөтәләр” тигән кеүегерәк лаҡап таралған-таралғанлыҡҡа, әммә ундайҙар һирәктер. Ә уңғандар ҡайтҡас та тағы эшкә, донъя­ларын бөтәйтеүгә керешә. Шулай итеп, тыуған ауылдары ла матурлана, төҙөкләнә.
Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Әхмәҙуллиндар ғаиләһен маҡтап ҡына телгә алалар. Ғәлим менән Мөғлифә күрше Аҫҡар мәктәбендә уҡығанда танышҡан, класташтар. Бергә булыуҙарына сирек быуат тулып килә инде. Төпкөл ауылда йәшәһәләр ҙә, тормош шарттары ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел. Үҙ ҡулдары менән ҙур итеп йорт һалып ингәндәр. Һыу өйҙә, теләйһең икән, душта ҡойоноп ал, хатта бәҙрәф тә эстә. Ялға ҡайтҡан ваҡытында һаман да донъяһын ҡотайтыуҙы, нимәлер эшләүен дауам итә Ғәлим. Бына хәҙер мал-тыуарына бесәнен, газ булмағас, утынын да күпләп әҙерләргә кәрәк.
Әхмәҙуллиндар дүрт һылыуҡайға ғүмер биргән. Өлкәндәре Нурания – Башҡорт дәүләт медицина, ә Розалиялары Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙар икеһе лә түләүһеҙ бүлектәрҙә уҡый. Наҙгөл ауыл мәктәбендә VIII класта, Нәркәс беренсегә барҙы.
Ғаилә башлығы 15 йыллап инде вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Әле ул Ханты-Манси округының Мегион ҡалаһында “Нефтеспецстрой” ойошмаһында экскаватор машинисы. Мәктәптә яҡшы уҡыған башлы егет ниңәлер йәш сағында юғары белем алыуға ынтылмаған. Ярай, уның ҡарауы, хәҙер, ана, ҡыҙҙарының таянысы.
– Ауыл ерендә эш юҡ бит, үҙегеҙ беләһегеҙ. Минең менән бергә Башҡортостандан бик күптәр ал-ял белмәй тырышып эшләй, – ти Ғәлим Сәлимйән улы. – Тәртип ҡаты. Егеттәрҙең эсеп йөрөгәнен күргәнем юҡ, сөнки беләләр – шунда уҡ ҡыуыласаҡтар, ә эш таба алмағандар, урынлашырға сират көткәндәр Себерҙә лә етерлек.
Ай ярым – эштә, ай ярым ауылда ғаилә башлығы. Әйтеүе генә анһат. 45 көн буйы ситтә йөрө әле.
– Һағындыралыр инде? – тим.
– Әлбиттә! Ярай әле хәҙер телефон бар. Гел шылтыратышып, һөйләшеп, хәл белешеп торабыҙ.
Ауылды төрлө яҡтан уратып алған Бәштин, Әрҙәкле, Кәзәтау тауҙарын, бейек ҡарағайҙарҙы, ап-аҡ олонло ҡайындарын, таштары үтә күренеп ятҡан Нөгөш йылғаһын, саф һауаһын нисек һағынмайһың?! Тыуған яҡтың ҡойма буйҙарында үҫкән кесерткәнен, юл буйында ятҡан ат тиҙәген дә әллә ни күрәһең бит ул ситтә йөрөгәндә.
– Өй ризығы ла ныҡ һағындыра. Бигерәк тә билмән, үҙебеҙҙең иттән бешерелгән ризыҡ, – тип тә өҫтәй Ғәлим. Мөғлифәһе уңған, аш-һыуға бик оҫта. Ғөмүмән, егәрле, ҡулынан килмәгән эше юҡ.
– Вахтовик ҡатыны булыу ҡыйындыр ул? – тигән һорауға:
– Өйрәндек инде хәҙер. Ғәлим ҡайтҡан арала ауыр эштәрҙе атҡарып китә. Мал-тыуарҙы, баҡсаны ҡыҙҙар менән үҙебеҙ ҡарап торабыҙ, – тип тыйнаҡ ҡына яуап бирҙе. – Ә Ғәлим ҡайтыр юлға сыҡһа, ҙур байрам көткән кеүек әҙерләнәбеҙ: мунса яғабыҙ, тәмлекәстәр бешерәбеҙ…
Мөғлифә – һөнәре буйынса агроном. Ул үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк бик уңа. Һуңғы йылдарҙа ҡортсолоҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнә башлағандар. Ә бал ҡорттары – бик нескә йән эйәләре, үҙҙәренә айырым тәрбиә талап итә. Сифатлы бал алам тиһәң, умартасылыҡ серҙәрен бик яҡшы белергә һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.
Бер-береһенә ихтирам, ышаныс, тоғролоҡ, аңлашып йәшәү кеүек сифаттар бәхетле итәлер был парҙы. Күп балалы ғаиләбеҙ, тип бер ҙә зарланмайҙар, тырышып донъя көтәләр. Күҙ теймәһен. Ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап алсаҡ, аҡыллы. Уларға матур тәрбиә, тейешле белем биреп, ҙур тормошҡа әҙерләргә бурыслы икәндәрен яҡшы аңлай Әхмәҙуллиндар.
Балалары ла эшһөйәр булып үҫә, бына тигән ярҙамсылар. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, йәйге каникулда студент ҡыҙҙары эшкә лә урынлашырға тырыша. Үткән йылда Нурания – ауыл медпунктында, ә Розалия Геленжикта эшләп ҡайтҡан.
Ҡыҙҙарын бик ярата Ғәлим. Эштән бушаған арала бәләкәстәре менән шашка, домино уйнап та ала. Улар ҙа ҙурайыр, Алла бирһә, мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға ла китерҙәр. Атайҙары һаман да Себер тарафтарында тир түгерме икән? Их, ғүмер бер генә, яратҡан ғаиләңдән айырым үткән көндәр, айҙар, йылдар йәл, әммә әлегә Әхмәҙуллиндар һайлаған иң уңышлы юл ошо.


Вернуться назад