Американы уҙып киттек05.09.2017
Быйыл Рәсәй экспортҡа иген оҙатыу буйынса сираттағы рекордты күрһәтергә ниәтләй. Уңыш былтырғынан да шәберәк көтөлә – илебеҙ донъя баҙарына 40,5 миллион тонна иген тәҡдим итмәксе.
Былтыр Рәсәй ситкә 36 миллион тонна иген һатҡан. Шуның 27 миллионы – бойҙай, биш миллионы – кукуруз. Дөйөм уңыш 117 миллион тоннанан ашҡан. Ике осраҡта ла был – тарихи ҡаҙа­ныш. Сағыштырыу өсөн: былтыр Евросоюздағы барлыҡ 28 илдең дөйөм иген уңышы 147 миллион тонна тәшкил иткән. Тиҙҙән беҙ үҙебеҙ генә лә бөтә Европанан күберәк икмәк үҫтерәсәкбеҙ.Игенде ситкә һатыуҙы һуңғы биш йылда өс тапҡырға арттырыуға өлгәштек. Әйткәндәй, өс йыл элек Канаданы, АҠШ-ты ҡыуып уҙып, беренсе урынға сыҡтыҡ.
Быйылғы уңыш йәнә рекорд ҡуйырға форсат бирәсәк. Дөрөҫ, был миҙгелдә бөтә планетала ла тәбиғәт шарттары уңай килде тип әйтеү мөмкин түгел. Донъяла иген уңышы былтырғынан саҡ ҡына кәмерәк булып, яҡынса ике миллиард тонна йыйылыр тип көтөлә. Тап шуға ла донъя баҙарында игенгә хаҡ артты, ә был иһә Рәсәй ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙам ғына итәсәк.
Йәйҙең тәүге ике айында ғына экспортҡа былтырғыға ҡарағанда 20 процентҡа күберәк иген һатҡанбыҙ. Белгестәр быйыл Рәсәй ситкә 40,5 миллион тонна иген оҙатасаҡ тип күҙаллай. Уның төп өлөшө – бойҙай. Шулай уҡ августа бүтән илдәргә 0,5 миллион тонна арпа, 200 мең тонна кукуруз ебәреләсәк.
Шуныһы ғәжәп: игенде күп һатһаҡ та, экспортҡа һатылған дөйөм Рәсәй аҙығының ул 34 процентын тәшкил итә. Икенсе урында – балыҡ, өсөнсөлә – май.
Дөйөм алғанда, быйыл ил экспорты 19 про­центҡа артҡан. Бары тәүге кварталда ғына биш миллиард һумлыҡ тауар юлға сыҡҡан. Беҙҙең продукцияны иң күпләп алған бишәү иҫәбенә Ҡытай, Мысыр, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм Көньяҡ Корея инә.


Вернуться назад