Ҡуян ите лә кәрәк05.09.2017
Ленинград өлкәһендә Европалағы иң ҙур йорт ҡуяны фермаһы төҙөләсәк. Смета проекты 1,2 миллиард һум тәшкил иткән ойошма эш башлаһа, миллионлаған кешене тәмле ит менән тәьмин итә аласаҡ.
Ҡасан ғына тауыҡ итен океан аръяғынан ташып ашаһаҡ, хәҙер үҙебеҙҙеке етерлек. Сусҡа ите лә артығы менән. Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәре яңы кәсеп төрөн үҙләштереүҙе мөһим тип иҫәпләй. Баҙар заманы һәр юҫыҡта тәүәккәлдәрҙе һәм төрлөлөктө ярата. Берәүҙәр өйрәк үрсетһә, икенселәр күркәгә тотондо. Бары шул саҡта ғына табыш, уңышлы эшҡыуарлыҡ хаҡында уйларға мөмкин.
Әйтергә кәрәк, шешҡолаҡтар һаны менән маҡтана алмайбыҙ әлегә. Бөтә илгә барлығы 3,5 миллион баш ҡуян тура килә. Бер ҡараһаң, 1990 йылға тиклем дә ошо уҡ сама булған. Бөгөн илдәге 547 миллион тауыҡ йәки 21,4 миллион сусҡа менән сағыштырып ҡарағанда, уйланырға урын бар. Ә сауҙа кәштәләрендә ҡуян итен үтә һирәк осратырға мөмкин. Ә бит ошо ризыҡҡа, күптәр ҡаҙ итен яратҡан кеүек, өҫтөнлөк биргән халыҡтар ҙа бар. Тимәк, бөгөн баҙарҙа уға ихтыяж ҙур.
Әммә табыш алыу өсөн тәүҙә шаҡтай сығым һалырға кәрәклеген дә оноторға ярамай. Өлкәнең Луга районында төҙөләсәк мегаферма кеүек хужалыҡтарҙы дәррәү ойоштороу мөһим. Предприятие файҙаланыуға тапшырылһа, йылына 1,2 мең тонна аҙыҡ бирәсәк. Был Европала иң ҙур ферма буласаҡ һәм илдең барлыҡ көньяҡ-көнбайыш төбәген ҡуян ите менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.