Хеҙмәт хаҡы – “конвертта”05.09.2017
РАНХиГС ижтимағи фәндәр институты белгестәре билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа тейешле тәртиптә документ тултырмай, йәғни “конвертта” хеҙмәт хаҡы алғандар һаны Рәсәйҙә арта бара һәм бөгөн барлыҡ эшләгән халыҡтың
44,8 процентын тәшкил итә.


Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, былтыр ундайҙарҙың һаны 40,3 процент булған. Шулай ҙа бынан алдағы 2013 (44,5%), 2006 (45,1%) йылдарҙа күрһәткес тағы ла юғарыраҡ теркәлгән. Башлыса өҫтәмә эш урыны табып, килем алғандар ошондай юлға бара. Үҙ эше менән мәшғүл булған халыҡ та килемен йәшереү, һалым түләмәү маҡсатынан хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырырға ашыҡмай. Ундай­ҙар 62,2 процент иҫәпләнә.
Эшләгәндәрҙең үҙенең төп хеҙмәт хаҡын “конвертта” 31,4 проценты, йәки яҡынса 23 миллион кеше ала. Бер йыл элек был күрһәткес 28,8 процент тәңгәлендә булған.
Халыҡ ни өсөн бындай аҙымға бара һуң? “Беҙҙең өсөн аҡса алыу мөһимерәк” тип аңлата улар бының сәбәбен.


Вернуться назад