Ярышып виноград үҫтерәбеҙ05.09.2017
Уҙған быуаттың “айныҡ йылдарында” меңдәрсә гектар виноград плантацияларын төбө-тамыры менән ҡутарып ташлаһаҡ, хәҙер хатаны төҙәтәбеҙ. Әлбиттә, булғанды ботарлап ырғытыу өсөн әллә ни сығым, оҙайлы ваҡыт, аҡыл кәрәкмәһә, ә бына ҡабаттан тергеҙеүгә шаҡтай аҡса түгергә тура килә.
Аҙмы-күпме ҡалған баҡсалар быуат башында уңыш менән ҡыуандырманы. Шарап етештереү ҙә йүнләп үҫешмәне. Әммә һуңғы йылдарҙа был хаталар төҙәтелә, ауыл эшсәндәре йәнә дәртләнеп йөҙөм үҫтереүгә тотондо: йыл һайын 300 – 400 гектар майҙанда яңы плантациялар барлыҡҡа килә. Әлбиттә, иң яҡшы сорттарҙы һайлап алырға тырышалар. Мәҫәлән, ҡыҙыл шарап өсөн – “каберне совиньон” һәм “мерло”, ә ағына – “шардоне”, “пино блан”.
Әлбиттә, бөгөнгө шарттарҙа емеште эшкәртеү өсөн заманса технологиялар талап ителә. Был йәһәттән дә эш ҡуҙғалды тиергә мөмкин. Ниһайәт, илдә яҡшы йыһазландырылған лабораториялар асыла, уларҙа селекция эше менән уңышлы шөғөлләнәләр.
Ҡыуаныслы һөҙөмтәләр бар: былтыр кәрзингә бөтәһе 550 мең тонна виноград йыйылған. Был – рекорд. Илдең бөтә тарихында 1990 – 1992 йылдарҙа ғына ошонан саҡ ҡына күберәк емеш йыйып алынған. Әлбиттә, уңыш 440 мең тонна тәшкил иткән Ҡырым федераль округын иҫәпкә алмайынса.
Быйыл виноград үҫтереүселәр 720 мең тонна татлы емеш уңышына өмөт итә. Бында ла Ҡырымдыҡын һанамайбыҙ. Әйткәндәй, шарап емешенең яртыһы тиерлек Краснодар крайына, ә һәр өсөнсөһө Дағстанға тап килә. Дөрөҫ, көньяҡ республикалар коньяк етештереүгә яраҡлы сорттарға махсуслашҡан. Ҡалғаны Ставрополь крайына, Ростов өлкәһенә тура килә.