Бурысты түләмәй сара юҡ05.09.2017
Рәсәй Босния менән Герцеговинаға СССР-ҙан мираҫ булып ҡалған 125,2 миллион доллар бурысын түләне. Һуңғы сирек быуатта Рәсәй сит ил дәүләттәре алдында бөтәһе 105 миллиард доллар “тоҙ”он ҡапланы.
Илдең Финанс министрлығы мәғлүмәт­тәре буйынса, был бурыс СССР-ҙың Югос­лавия менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре һөҙөмтәһендә һәм уны Рәсәйҙән түләтеү хаҡында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң барлыҡҡа килгән.
Эйе, СССР-ҙан шаҡтай “мираҫ” ҡалды. Тәүҙә уның тышҡы бурыстарын бөтә республикалар ҙа түләү зарур тиелде. Был хаҡта 1991 йылдың декабрендә документҡа ҡул ҡуйылырға тейеш ине. Бурыстың төп өлөшө Рәсәйгә (61,34%) тура килде. Украина – 16,37, Белоруссия 4,13 процентын ҡапларға бурыслы тип билдәләнде. Иң аҙ өлөш Эстонияға (0,62 %) ине. Әммә Балтик буйы республикалары, Азербайжан, Молдавия, Төркмәнстан, Үзбәкстан килешеүгә имза һуғыуҙан баш тартты. Һөҙөмтәлә 1994 йылда Рәсәй Советтар Союзының бөтә мөлкәтенә алмашыу иҫәбенә барлыҡ бурысты үҙенә алды.
1994 йылдың 1 ғинуарына, Рәсәй банкы мәғлүмәттәре буйынса, СССР-ҙың бурысы 104,507 миллиард доллар тәшкил иткән. Уның күберәк өлөшө (47,615 миллиард доллар) Париж клубы кредиторҙарына, СССР-ға һәм башҡа дәүләттәргә бурысҡа биргән илдәр берләшмәләренә тура килде. Тағы 27,5 миллиард доллары элекке социалистик илдәргә һәм уларҙың дуҫтарына, 27,239 миллиарды Лондон клубы банктарындағы йөкләмәләргә ине.
Рәсәй бурысты бары яңы быуатта ғына әүҙем түләй башланы, сөнки нефткә хаҡ артты, илдең “артыҡ” валютаһы пәйҙә булды. Быйыл һуңғы түләүҙәр ҡапланды. Февралдә Македонияға 60,6 миллион доллар түләһәк, күптән түгел Босния менән Герцеговинаны бәхилләтеп ҡуйҙыҡ.
Мәғлүмәттәр буйынса, әлегә Көньяҡ Кореяға 594,3 миллион доллар бурыс ҡалған. Уны 2025 йыл аҙағына тиклем биреп бөтөргә ниәт тотола. Башҡа бурыстар – башлыса облигация займдары.


Вернуться назад