Йәште үҙгәртеп кенә...05.09.2017
“Росстат” эшләгән граждандарҙы иҫәпләү алымын үҙгәртте. Хәҙер
70 йәштән үткәндәрҙе лә иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡ ҡатламы менән тигеҙләнеләр. Бының сәбәбе: быйыл Рәсәй Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһына (МОТ) ҡушылғанлыҡтан, яңы стандарт ҡағиҙәһе шуны талап итә.
Бығаса беҙҙең илдә 15-тән 72 йәшкә тиклемге халыҡ ошо төр категорияға индерелде. Хәҙер был сик алып ташланды, бынан һуң статистика буйынса 80, хатта 100 йәштәгеләр ҙә эшкә һәләтле булып иҫәпләнә. Шулай итеп, имеш, был яңылыҡ илдә эшсе көс һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
МОТ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күпселек илдәрҙә бындай йәш буйынса сикләү юҡ. Иҫәпкә 15 йәштән һәм унан өлкәндәр алына.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, пенсионерҙарҙың һәр өсөнсөһө хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә (яҡынса 15 миллион самаһы кеше). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был яңылыҡтың бер ни ҡәҙәр илдә пенсия йәшенең артыу ихтималлығына ла бәйле булыуы бар. Бөгөн Рәсәйҙә хеҙмәткә яраҡлы кешеләр 70 миллиондан саҡ ҡына күберәк булһа, пенсионерҙар – 43 миллион самаһы. Өлкән йәштәгеләр һаны йылдам үҫә барыуын иҫәпкә алғанда, егерме йылдан һуң был күренеш киреһенсә була башлауы ла ихтимал.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә ирҙәр пенсияға – 60, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән сыға. Әлбиттә, ҡайһы бер зарарлы предприятиеларҙа тир түккәндәрҙең иртәрәк тә хаҡлы ялға оҙатылыуы мәғлүм. Йәнә илдә уртаса ғүмер оҙонлоғо үҫә бара – хәҙер ул 72 йәшкә яҡынлашты.
Әммә был яңылыҡ илдә эшкә һәләтле кешеләрҙең һанын тамырынан үҙгәртә алырмы икән? Ни генә тимә, 72 йәштән һуң әүҙем эшләгән граждандарҙы күп тип әйтеп булмай.