Эш кәрәк, эш!05.09.2017
Рәсәйҙә август уртаһына 784 мең кеше эшһеҙлек буйынса рәсми теркәлгән. Ә хеҙмәт мәшғүллеге
1,6 миллион эш урыны тәҡдим итергә әҙер. Тимәк, һәр кешегә (эшһеҙ тип танылған) икенән дә күберәк вакансия тура килә.


Эш эҙләгәндәр һаны илдең 60 төбәгендә кәмегән. Шулай ҙа 19 субъектта уларҙың күбәйеүе, айырыуса Севастополдә, Сыуаш Республикаһында һәм Ханты-Манси автономиялы округында һиҙелерлек артыуы билдәләнгән.
Башҡортостанда ла эшһеҙҙәрҙең кәмеүе, ә вакансияларҙың ишәйеүе күҙәтелә. Бөгөн 21 мең кеше рәсми теркәлгән, был йыл башынан ике меңгә аҙыраҡ. Әле 46 мең эш урыны тәҡдим ителә, йыл башында 32 мең булған.
Өфө, Сибай, Благовещен, Ишембай ҡалаларында, Ейәнсура, Йылайыр, Баҡалы, Нуриман, Стәрлебаш, Кушнаренко, Хәй­булла райондарында халыҡты эшкә урынлаштырыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләр бар.


Вернуться назад