Базы буйҡайҙары, һай, туҡ башаҡ...05.09.2017
Базы буйҡайҙары, һай, туҡ башаҡ...Саҡмағош районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Базы” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында ураҡ кампанияһы менән танышты.
Быйыл хужалыҡта баҫыуҙарға 24,8 мең гектар ер бүленгән. Сәсеү майҙанында иген культуралары 14,9 мең гектарҙы, көнбағыш — ике мең, шәкәр сөгөлдөрө — бер мең, мал аҙығы 5,4 мең гектар ерҙе биләй.
“Базы” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Вадим Соколов әйтеүенсә, әле 6,4 мең гектар майҙанда иген йыйылған (дөйөм майҙандың 43 проценты), 32,7 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған. Предприятиела күрһәткестәр әүәлгесә юғары булмаҡсы. Мәҫәлән, быйыл гектарынан уңыш 51,1 центнер, шул иҫәптән ужым арышыныҡы — 44,8 центнер, ужым арпаһыныҡы — 49, ужым бойҙайыныҡы — 56, яҙғы арпаныҡы — 51,2, һолоноҡо — 62,3, борсаҡтыҡы 33,6 центнер тәшкил итә.
Базы буйҡайҙары, һай, туҡ башаҡ...Вадим Соколов, ужым бойҙайының “Скипетр” сорты айырыуса мул уңыш бирә, тип билдәләне. Ул хужалыҡ баҫыуҙарында ике йыл элек тәүге тапҡыр сәселгән. Әйткәндәй, был культураның уңышы гектарынан 75 – 80 центнерға етә. Бынан тыш, агрохужалыҡ 4,2 мең гектар ергә ужым игенен сәскән.
Продукцияны һаҡлау өсөн “Базы”ла иген ҡабул итеү пункты, келәттәр бар. Һуңғы өс йылда бында сәғәтенә етештереүсәнлеге 150 тоннаға еткән өс иген киптергесе лә төҙөлгән. Быйыл предприятие мал аҙығы әҙерләү планын икеләтә арттырып үтәгән.



Вернуться назад