Көндәр генә аяҙ торһон01.09.2017
Көндәр генә аяҙ торһон “Завет” хужалығы етәксеһе Ғамир Ғәлләмовты баҫыуҙа тап итә алманыҡ. “Кредит юллап йөрөй ул. Көндәр аяҙ торғанда, ураҡты тиҙерәк тамамларға иҫәп. Яғыулыҡ-майлау материалдары кәрәк. Уңыш бар, шунлыҡтан кредитты ла ваҡытында түләйәсәкбеҙ”, — тип ҡаршы алды беҙҙе хужалыҡтың баш агрономы Рим Ҡолмөхәмәтов.
— Быйылғы тәбиғәт шарттары Әбйәлил игенселәре өсөн ҡулай булды, бар нәмә емерелеп уңды. Ике йылға етерлек мал аҙығы тупланды, әле һоло баҫыуына төштөк, — ти Рим Әшрәф улы. – 800 гектарҙа бойҙай, 600 гектар майҙанда арпа, 400-өндә һоло сәстек. Быйыл тәүге тапҡыр 200 гектар майҙанда етен сәселде. Әле бар уңыштың 200 тоннанан ашыуы йыйып алынды. Һәр гектарҙан уртаса 18 центнер уңыш алабыҙ.
Баҫыуҙы иңләгән “Дон-1500” комбайндары етештереүсәнлеге яғынан һис тә сит илдекенән ҡалышмай, әле булһа ябай һәм ышаныслы баҫыу карабы хеҙмәт итеүҙән туҡтамай. Баҫыу батырҙары Айҙар Шакиров менән Зөлҡәфил Әхмәтйәновты етәкселек маҡтап телгә алды. Хужалыҡ игенселәрҙе көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин итә. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, эшселәргә шулай уҡ бесән-һалам, ашлыҡ биреү ҡаралған.
Райондың баш агрономы Вил Мийәнов әйтеүенсә, яҙғы сәсеү эштәренең үҙ ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ үтеүе һөҙөмтә бирмәй ҡалмаған. Шулай уҡ минераль ашламалар ҙа ваҡытында индерелде, иң мөһиме — тәбиғәт мәрхәмәтле булды, хәҙер ашлыҡты тулыһынса йыйып алыу ғына ҡалды, — тип һөйөнә Вил Нәжип улы.
Арыш баш ҡоҫҡан, туҡ башаҡтар елгә тирбәлгән, иген баҫыуҙары әллә күпме саҡрымдарға һуҙылған мәл — йылдың иң матур сағы. Был көндәр – игенсе өсөн генә түгел, бар ауыл халҡы өсөн дә яуаплы һәм мәшәҡәтле мәл, сөнки ер кешеһе туҡ башаҡ һөйөндөрөр ваҡыттың ҡәҙерен белә, шунлыҡтан һәр минутын файҙаланырға тырыша. Иң мөһиме — көндәр генә аяҙ торһон, ә ҡалғаны ер улдарының тырышлығына бәйле.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад