Өмөттәрҙе аҡлар мәл01.09.2017
Өмөттәрҙе аҡлар мәл Хәбәрсенең ике ҡулына бер эш, тигәндәй, әле был хужалыҡты барып яҙаһың, әле икенсе фермерҙың булмышын барлайһың. Сәфәр мәле лә төрлөсә тура килә: сәсеү, бесән, ураҡ, мал ҡышлатыу. Тик шуныһы: командировкаға барып ҡайттың да оноттоң түгел, һорауҙар мәҡәлә баҫылып күп ваҡыт үткәс тә борсой: артабан хужалыҡ нисек үҫешә, диктофонға яңғыратҡан пландары нисек үтәлә. Шуға барған төбәктәр гелән үҙенә саҡырып тора.Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәгән һәм шул ерлектә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған Александр Герасимов менән дә яҙғы сәсеү осоронда осрашырға насип иткәйне. “300 гектар еребеҙ бар. 100 гектарҙа – ужым (бойҙай), ҡалғанына быйыл яҙ сәсәбеҙ”, – тип пландары менән уртаҡлашҡайны Александр Николаевич ул саҡта. Бойҙай, ҡарабойҙай сәскәндәр, яҙғы эш тамамланған. Ә йәй нисек үткән һуң? Өмөттәр аҡланғанмы? Ошо һорауҙар менән йәнә Герасимовтарҙың ауыл пайсыларынан ҡуртымға алған һәм райондың ауыл хужалығына тәғәйенләнгән ерҙәрҙә йәйелгән баҫыуҙарына елдерәбеҙ. Ер кешеләренең “Башкирская 10” төрлө бойҙай һуҡҡан мәлдәре.
Өмөттәрҙе аҡлар мәл— Быйылғы һауа шарттары бер аҙ ҡурҡытып та ҡуйғайны, әммә, Аллаға шөкөр, уңыш бар, гектар ҡеүәте — 25 центнер, — тип ҡәнәғәтлек белдерҙе хужалыҡ етәксеһе.
Тимәк, өмөттәр аҡланған.
Хужалыҡ етәксеһе тигәс тә, Александр Герасимов килештереп, баҫыуҙа башаҡ ҡапшап, әмер биреп йөрөүселәр рәтенән түгел. Бөтә мәшәҡәттәрҙе лә үҙе башҡарырға күнеккән фермер әле лә ҡустыһы Вячаслав комбайндан бушатҡан игенде “ГАЗ”игында ремонтланған, яңыртылған иген һаҡлағысҡа ташып тора. Игенде тракторҙа Фәнил Рәшитов саба.
Уңған кеше бар яҡлап та уңған шул. Бындайҙарҙың өмөтө, әлбиттә, һәр саҡ мотлаҡ аҡлана.
Ишембай районы.


Вернуться назад