Көрсөккә ҡаршы план яңыртыла һәм… ҡыҫҡартыла01.09.2017
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел “Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының тотороҡло үҫешен һәм социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеүҙең комплекслы планы”ның яңыртылған редакцияһын раҫлағайны. Йышыраҡ “Көрсөккә ҡаршы план” тип аталған документ БР Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан һуңғы осорҙағы реаль хәлдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Яңы планда 2016 йылдағы шундай документтың үтәлеш тәжрибәһе лә иҫәпкә алына.
Документ федераль кимәлдә ҡабул ителгән көрсөккә ҡаршы планға нигеҙләнә. Федераль документ проектында уның бюджеты тәүҙә 488,7 миллиард һум тип күрһәтелеп, аҙаҡ 107,5 миллиард һумға тиклем ҡыҫҡартылды. Проекттан Федерация субъекттарына субсидиялар (200 миллиард һум) һәм РФ Хөкүмәтенең өҫтөнлөклө проекттары (178,9 миллиард һум) алып ташланды. Төбәктәргә субсидиялар өлөшләтә Рәсәй бюджетына, өлөшләтә РФ Хөкүмәтенең 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән комплекслы программаһына күсереләсәк. Һөҙөмтәлә федераль план бюджеты дүрт тапҡырға ҡыҫҡартылып, субсидиялар, нигеҙҙә, машиналар эшләү тармаҡтарына ғына йүнәлтеләсәк. Бюджетта был маҡсатҡа ла аҡса етешмәү сәбәпле, ҡалған сумма Резерв фондынан алынасаҡ.
Йыл башында уҙғарылған Гайдар иҡтисади форумында Премьер-министр Дмитрий Медведев көрсөккә ҡаршы пландарҙа һәм комплекслы программала бюджет һәм финанс сәйәсәтенә генә иҫәп тотмайынса, иң етди структура рефор­маһына күсеү зарурлығына баҫым яһаны.
Стратегик тикшереүҙәр үҙәге советы етәксеһе, элекке финанс министры Алексей Кудрин структура реформаһын иң тәүҙә дәүләт идараһы системаһынан башларға тәҡдим итә.
Күренекле экономист, Мәскәү дәүләт университеты доценты Андрей Кобяков иҫбатлауынса, Федерация субъекттарына көрсөккә ҡаршы план буйынса бирелергә тейешле, әммә бирелмәгән һәм федераль үҙәктәге банктарҙа әйләнештә йөрөгән 200 миллиард һум проблеманы аҙ ғына ла хәл итә алмаясаҡ Федераль үҙәк иң етди стратегик мәсьәләне ваҡ тактик мәсьәләләр кимәлендә генә хәл итергә йыйына. Төбәктәргә инвестициялар 200 миллиард түгел, ә кәмендә 3 триллион кимәлендә талап ителә. Бында һүҙ Федераль үҙәк һәм Федерация субъекттары араһындағы бюджет мөнәсәбәттәрен нигеҙенән үҙгәртеү тураһында бара. Төбәктәрҙәге бюджеттарҙа үҫеш өсөн етерлек аҡса ҡалдырып, уларҙың финанс үҙаллылығын нығытыу мөһим. Кире осраҡта – барлыҡ финанстарҙы федераль үҙәктә туплап, үҙәктән ваҡлап төбәктәргә таратыу уларҙың финанс үҙаллылығын юҡҡа сығара, хатта кисәге иң көслө донор төбәктәрҙе дотацияға йәшәүселәр хәленә төшөрә. Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова 2016 йыл һөҙөмтәләрен анализлап, Федерация субъекттарының 2017 финанс йылы башына дәүләткә дөйөм бурысы 2,32 триллион долларға етеүе тураһында белдерҙе. Федераль бюджеттан дотация алған (реципиент) төбәктәр һаны артып, бюджет донорҙары һаны 11 генә ҡалған. Донорҙар иҫәбенә Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Свердловск һәм Төмән өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары ғына инә. Рәсәй бюджетының яртыһынан күбеһен, йәғни 54 процентын, илдең ни бары өс төбәге – Ханты-Манси автономиялы округы (28 процент), Мәскәү ҡалаһы (16 процент) һәм Ямал-Ненец автономиялы округы (10 процент) — тәьмин иткән, йәки ҡаҙнаның төп донорҙары – газ һәм нефть компаниялары менән Мәскәүҙә тупланған финанс капиталы. Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, тулайым төбәк продукты (ВРП) буйынса иң көслө ун лидер иҫәбенә ингән Башҡортостан Республикаһы (тулайым төбәк продукты күләме – 1 триллион 317,4 миллиард һум) былтырғы һөҙөмтәләр буйынса дотациялы төбәктәр иҫәбенә ингән.
Кредит рейтингы аналитик агентлығы (АКРА) белгестәре раҫлауынса, төбәктәр­ҙең бындай ауыр хәлдә ҡалыуының төп сәбәбе – федераль һәм төбәк бюджеттары араһындағы дисбаланста. Мәҫәлән, 2000 йылға тиклем федераль бюджетҡа төбәктәрҙә йыйылған һалымдарҙың 50 проценты тапшырылһа, хәҙер 73 проценты тапшырылып, төбәктәрҙә 27 проценты ғына ҡала. Урындарҙа, финанслау етешмәү сәбәпле, иҡтисади һәм социаль үҫеш тотҡарлана, һалым базаһы кәмей.
Йәнә, Башҡортостанда һәм башҡа милли республикаларҙа килемдәрҙең ҙур өлөшө милли мәҙәниәт, мәғариф, милли тел, милли матбуғат һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт эше үҫешенә йүнәлтелергә тейеш — был хоҡуҡ Рәсәй һәм Башҡортостан, башҡа республикалар Конституцияларында, Федераль үҙәк менән килешеүҙәрҙә, халыҡ-ара хоҡуҡи нормаларҙа нығытылған һәм ҡәтғи рәүештә үтәлергә тейеш.
Бюджеттар балансын көйләү өсөн Федерация субъекттарында һалым базаһын тергеҙеү мөһим. Төбәктәрҙә байтаҡ килем сығанаҡтары юғалтылған – нәҡ шул сәбәпле илдә донор төбәктәр һаны кәмей, дотация алыусылар арта. Федераль үҙәк ҡабул иткән көрсөккә ҡаршы план сиктәрендә төбәктәргә йүнәлтелергә тейешле 200 миллиард һум ғына проблеманы хәл итмәйәсәк. Илдә бюджеттар балансы көйләнеп, төбәктәрҙә һалымдар­ҙың ҙурыраҡ өлөшө ҡалдырылһа һәм иҡтисади үҫешкә йүнәлтелһә, бынан төбәк бюджеттары ла, федераль бюджет та отасаҡ ҡына.


Вернуться назад