Ысын ир-егеттәр шөғөлө30.08.2017
“УралТаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Вәлихановтың эш бүлмәһе алдында сират йыйылып киткән. Бүлмәлә кәңәшмә бара, ә ишек төбөндә кеше ҡайнаша. “Кемдәр, ни кәрәк уларға?” тигән һорау тыуҙы. Баҡһаң, эш һорап килеүселәр шулай күп икән.
Форсаттан файҙаланып, дәү кәүҙәле бер егеткә һүҙ ҡушам. Ул үҙен Ильяс Кәримов тип та­ныштырҙы. Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районынан.
– Учалыға йәшәргә күсендек. Ҡыҙым бында донъяға килде, ғаиләбеҙ бер аяҡ менән Баш­ҡортостанға аяҡ баҫты тиерлек, – тип йылмайҙы ул, – хәҙер үҙемә яҡшы эш табаһы ғына ҡалды. “УралТаш”та тәртип, эш хаҡын лайыҡлы түләйҙәр, тип ишеттем дә бәхетемде һынап ҡарарға булдым.
Был уҙаманды эшкә алған­дармы, белмәйем, әммә һуңынан һөйләшкәндә предприятие директоры үкенес белдерҙе: көн һайын байтаҡ тәжрибәле хеҙмәткәр эш һорап килә, әммә “УралТаш”тың штаты тулған, яңы белгестәр бик аҙ алына. Ә тап бында килеүҙәре сер түгел, предприятие эш хаҡын һәр хеҙмәткәргә индергән өлөшөнә ҡарап түләй. Күпме икәнен яҙып тормайбыҙ – күпселек предприя­тиеларҙа бил бөгөүселәр көнләшеп ҡарарлыҡ, тип әйтеү менән сикләнергә мәжбүрбеҙ...
“УралТаш” күптән ойошторолһа ла, тулы ҡеүәткә һуңғы ике-өс йылда эшләй. Ахун ауылынан 12 километр алыҫлыҡта Таш-Морон гранит ятҡылығын үҙләштерәләр. Әле өҫтә ятҡан ҡатламдарҙы һыҙырып, төп ятҡылыҡҡа етеп киләләр. Күпме запас икәнлеген төҫмөрләүе лә ҡыйын. Айырым белгестәрҙең фаразына ҡара­ғанда, донъя масштабында ла бик әһәмиәтле күләм. Ваҡ ярмалы. Учалы һәм Мансур ятҡылығында аҡһыл таш булһа, бында һорғолт төҫтәгеһе табыла. Ул шымар­тылһа, матур күкһел төҫкә инә. Гранит – ҡаты таш, мәңгелек төҙөлөш материалы.
– Көнбайыш Европа илдәре санкциялар индереп, валюталар курсы үҙгәргәс, иркен тын алып ҡалдыҡ. Уға тиклем Украина һәм Ҡытайҙан гранит материалдары килтереү ватан етештереүенә ҡарағанда отошло ине бит, – тине Руслан Рәмил улы. – Продукция­быҙ күп тараф­тарға оҙатыла, әммә иң әһәмиәтле йүнәлеш – “Урал таштары” пред­приятиеһы менән бер рәттән Мәс­кәүҙең “Минең урам” програм­маһында ҡат­нашыуыбыҙ. Баш ҡалабыҙ – төп ҡулланыусы баҙары, ташты киҫеп кенә өлгөрт!
Эйе, таш етештереүселәр ҡыш көндәрендә (төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән миҙгел) элек буш торһа, хәҙер бында йыл әйләнә­һенә эш ҡайнай. Продукция һа­тылғас, ҡорамал яңыртылып тора. Предприятиеның инвесторы Алексей Николаевич Степанченко был йүнәлеште хуплай, һәр яҡлап булышлыҡ итә, тип белдерҙеләр. Италиянан өр-яңы уникаль станоктар килтерелгән. Ситтән ҡара­ғанда дәү ташты еп менән ышҡып киҫкән кеүек күренә, туҡтамай һыу бөркөлөп торғас, зарарлы саң-туҙан бөтөнләй юҡ. Тауышы зә­һәрлеген зәһәр инде, әммә гранит тиклем гранитты бер нисек тә шым ғына бысып булмайҙыр.
Бөгөн яңы фрезерлау цехы тө­ҙөлә. Ике цех тулы көсөнә эшләй. Таш киҫеү цехы айына биш меңләп квадрат метр төрлө үлсәмдә һәм формала плитәләр, ә икенсе бүлек бордюр, парапет, баҫҡыс һәм башҡа төҙөлөш конструкциялары етештерә.
Шулай уҡ брусчатка (урамға түшәү өсөн шаҡмаҡлап ярылған таш) етештерәләр. Быныһы төп производство түгел, әммә предприятие етәкселегенең бер киҫәк уникаль гранитты әрәм иткеһе килмәй, плитә етештереүҙән ҡал­дыҡтар ошо рәүештә файҙа­ла­ныла. Әңгәмә ваҡытында асыҡ­ланыуынса, Руслан Рәмил улы тулыһынса ҡалдыҡһыҙ производство тураһында хыяллана икән: ҡырсынташ сығарған ҡоролманы берәй саҡ карьерға алып барып ҡуйһалар, граниттың саң бөртөгө лә юҡҡа сарыф ителмәйәсәк.
Рәсми статусы ”Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт” булһа ла, “УралТаш”ты ауыҙ тултырып “социаль яуаплы бизнес” өлгөһө тип әйтер­лек. 260-лап кешенең юғары эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урындары менән тәьмин ителеп, башлыса урындағы халыҡ йәлеп ителеүе тураһында ғына әйтеүебеҙ түгел. Йәмғиәт былтыр хәйриә маҡса­тында бер миллион һум самаһы аҡса тотона, быйыл да ошо сәйәсәт дауам итә. Үҙҙәре урынлашҡан Бөйҙө ауыл биләмәһенә һәр яҡлап булышлыҡ итеүҙән ситләшмәйҙәр. Экология мәсьәләләренә лә иғти­барлылар. Хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына йәйге ялға лагерҙарға 12 юллама алып биргәндәр.
– Ташсы – ысын ир аҫылдары шөғөлө, гранит табыу һәм эшкәртеү өсөн был таштан да нығыраҡ булырға кәрәк. Кемдер башта эшкә урынлаша ла күпмелер ваҡыттан түҙмәй еңелерәк шөғөл эҙләп китә. Хәйер, коллективыбыҙҙың тотҡаһы – эшһөйәр, тәжрибәле кадрҙар. Таш киҫеүсе Айҙар Әхмәров, Динар Нәзиров, Илфат Мәғәсүмов, Вадим Әхмәткирәев, водитель Антон Венцов, экскаваторсы Азат Абзалетдинов, тейәү машинаһына идара итеүсе Альберт Фәхрисламов, кран машинисы Закир Вилданов һәм бик күп башҡа хеҙмәткәрҙе маҡтап телгә алырлыҡ, – ти етәксе.
Әйткәндәй, 1979 йылда Учалы ауылында тыуған Руслан Вәли­ханов оло тормошҡа аяҡ баҫ­ҡандан бирле таш менән бәйле произ­водстволарҙа эшләй. “Баш­ҡорт аҫылташтары”, “Гранит” кеүек предприятиеларҙа, һуңғы биш йыл – “УралТаш” йәмғиәтендә. Таш киҫеүсе, быраулаусы, мастер, карьер начальнигы – барлыҡ карьера баҫҡыстары аша эҙмә-эҙлекле юл үтә, шуға ла таш эшкәртеү серҙәрен энәһенән-ебенә тиклем белә. Һуңғы ике йылда – предприятие директоры вазифаһында.


Вернуться назад