Эш хаҡын һуңлатыу тарихта ҡалһын29.08.2017
Эш хаҡын һуңлатыу тарихта ҡалһынБашҡортостандың Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге көндә предприятиелар һәм ойошмалар үҙ коллективтарына түләүҙе кисектергән эш хаҡы 380 миллион һумға еткән. Был хәлде төҙәтеү, ундай бурысты булдырмау өсөн ниндәй саралар күрелә?
– Күптән түгел Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияларының береһендә Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин эш хаҡы түләүҙе кисектереүҙең социаль яҡтан үтә хәүефле енәйәт булыуы һәм уның етди эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы тураһында яҙғайны, – ти Башҡортостандың Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы рәйесе Татьяна Астрелина. – Ни өсөн тигәндә, түҙемлеге бөткән кешенән көтөлмәгән ҡылыҡтар көтөргә мөмкин. Мин Бастрыкин менән тулыһынса килешәм һәм эш хаҡы буйынса бурысы йыйылған ойошма етәкселәрен, мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә теләмәгән ҡайһы бер түрәләрҙе аңламайым...
Бөгөн республикала туғыҙ меңдән ашыу кеше хеҙмәт хаҡын ала алмай интегә. Бынан тыш, банкрот тип иғлан ителгән йөҙҙән ашыуыраҡ предприятие бар (шул иҫәптән – муниципаль ойошмалар), уларҙың бурысы йәмғеһе 330 миллион һум тәшкил итә. Ундағы элекке коллективтарҙың хәле тағы ла хөртөрәк, сөнки предприятиеларҙың етәкселеге лә юҡ, һатырлыҡ мөлкәте лә ҡалмаған тиерлек.
Һуңғылары араһында Октябрьский ҡалаһының “Автоприбор” заводы ла бар. Уның үҙ хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәренә 2015 йылдан алып түләнмәгән бурысы 23 миллион һумдан ашып киткән. Бурысты ҡайтарыу мәсьәләһе хатта бер нисә тапҡыр республика Хөкүмәте кимәлендә лә тикшерелгән. Предприятие етәксеһе хәлде төҙәтергә лә вәғәҙә биргән, конкурс эше тамамланған, ойошма юридик яҡтан ябылған. Әммә бөгөнгә бурыс һаман түләнмәгән!
– Мәсьәлә юғары кимәлдә тикше­релгән икән, уны хәл итеү – урындағы түрәләрҙең намыҫ эше, – ти дәүләт инспекцияһы рәйесе. – Министрлыҡтар һәм муниципаль органдар был тәңгәлдә айырыуса хәбәрҙар булырға тейеш. Предприятиела эшмәкәрлек һүлпәнәйә бара икән, уның бөлгөнлөккә табан йүнәлеш алыуын күрәһең икән, тимәк, кешеләр менән эш хаҡы буйынса иҫәп-хисап яһауҙарына өлгәш, яңы эш урындары табырға ярҙамлаш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай миҫалдар бик аҙ. Хеҙмәт хаҡы буйынса проблемаға дусар булған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиеларҙың байтаҡ булыуы айырыуса ғәжәпләндерә: улар барыһы ла дәүләт контролендә бит! Етәкселәре һәләтһеҙ булып сыға икән, ваҡытында алмаштыр. Мөлкәтте кемдәрҙер үҙенә ташый икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт ит.
Хеҙмәт хаҡын түләүҙең һуңлаты­лыуына рәсми булмаған мәшғүллек тә булышлыҡ итә. Бигерәк тә юғары уҡыу йорттары һәм колледждарҙы тамам­лаған йәш белгестәр, нисек тә булһа эшкә урынлашырға ынтылып, етәкселектең теләһә ниндәй шартына риза була. Тимәк, шунда уҡ хеҙмәт килешеүе төҙөү талабы ҡуйылырға тейеш. Юғиһә тәүҙә “Һинең нисек эшләй алыуыңды ҡарарға кәрәк әле, стажировка үтеп бөткәс, килешеү төҙөргәме-юҡмы икәнлеген хәл итербеҙ” тип алдаштырып, һуңынан ошо белгестең айҙар буйы эш хаҡын ала алмаған йәки унан бөтөнләй ҡолаҡ ҡаҡҡан осраҡтары ла аҙ түгел. Был осраҡта етәкселеккә юридик яҡтан бер ниндәй дәғүә ҡуйып булмай – рәсми килешеү юҡ бит... “Вазифа бурыстарына тотонғас та етәкселек килешеү төҙөүҙән баш тарта икән – уға талап ҡуйыуҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки законһыҙ нигеҙҙә эштән бушатыуҙары буйынса ла, шулай уҡ нигеҙһеҙ шелтә биреү тураһында ла судҡа дәғүә бирергә мөмкин”, – ти белгестәр.
Хоҡуҡи яҡтан грамоталылыҡ беҙҙең халыҡта, аҡрынлап булһа ла, үҫә бара. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, мәҫәлән, быйылғы тәүге ярты йыллыҡта эш хаҡын һуңлатыуҙары, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүҙән баш тартыуҙары һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптарының күҙәтелмәүе тураһында өс меңгә яҡын ялыу килгән. Рәсәй Хеҙмәт кодексында эш хаҡын тотҡарлауҙың аҡланырлыҡ сәбәптәре күрһәтелмәгән, йәғни улар бөтөнләй юҡ. Ошо Кодекстың 136-сы статьяһында эш хаҡының айына ике тапҡыр түләнергә тейешлеге күрһә­телгән (әгәр ҙә хеҙмәткәр уға эш хаҡын айына бер тапҡыр ғына түләүҙе һорап ғариза яҙа икән, ҡануни яҡтан был дөрөҫ түгел). Ошо ҡанунды боҙған өсөн эш биреүсене матди һәм административ, ә ҡайһы саҡта хатта енәйәт яуаплылығы көтә. Хеҙмәт өсөн аҡсаны түләү 15 көндән дә артығыраҡҡа һуңлатылһа, коллектив эште туҡтатырға, ә өс айҙан да ашыуыраҡҡа һуҙылһа, предприятиены банкрот тип иғлан итеү хоҡуҡлы. Ҡануниәт ҡайһы бер һөнәр кешеләрен генә эш хаҡын тотҡарла­ғанда хеҙмәт бурыстарын туҡтатыуҙы тыя: дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, “Ашығыс ярҙам” белгестәренә, полицейскийҙарға, янғын һүндереүселәргә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәренә, элемтә хеҙмәткәрҙәренә, хәүефле етештереү ҡоролмаларында торғандарға, ғәҙәттән тыш хәлдәр белгестәренә һәм ҡотҡарыусыларға.
Әгәр ҙә хеҙмәткәр эш хаҡы буйынса бурысты ҡайтарыуҙарын талап итеп судҡа мөрәжәғәт итә икән, ул эш биреүсенең уның хоҡуғын боҙоу арҡаһында барлыҡҡа килгән әхлаҡи зыянды түләүенә лә өмөт итә ала (шул уҡ Кодекстың 237-се статьяһы). Эш өсөн теләһә ниндәй сумманы түләүҙә лә тотҡарлыҡ килеп сыҡһа, етәксе кисектерелгән һәр көн өсөн процент (аҡсалата компенсация) түләргә бурыслы. Эйе, был уның хоҡуғы түгел, ә бурысы! Илебеҙҙең Хеҙмәт кодексының 136-сы статьяһында яҙылғанса, эш биреүсе һәр хеҙмәткәргә уның хеҙмәт хаҡының айырым өлөштәрен ҡағыҙҙа хәбәр итергә тейеш. Әлеге компенсация ла ошонда күрһәтелә. Уның күләме ҡануниәт тарафынан билдәләнгән: ул Рәсәй Үҙәк банкының ошо мәлдәге рефинанслау ставкаһының 1/300 кимәленән дә түбән була алмай. Был сумма эш хаҡын тотҡарлауҙа етәксенең ғәйебе булыу-булмауға ҡарамай.
Хеҙмәт хаҡын түләүҙең кисекте­релеүе – бөтә ил буйынса күҙәтелгән дөйөм бәлә. “Аҡса юҡ!” тигән яҙыу эленгән кассалар үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғәҙәти күренешкә әйләнгәйне һәм бының сәбәбе лә асыҡ – ул саҡта иҡтисадтың ниндәй хәлдә булыуы барыбыҙға ла билдәле (1999 йылдың сентябрендә Рәсәй предприя­тиеларының 47 проценты эш хаҡын билдәләнгән ваҡытында түләй алманы). Ә быйыл йәй ошо йәһәттән кисек­терелгән бурыстың артып китеүен нисек аңлатырға һуң?
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл йәй эш хаҡы буйынса кисекте­релгән бурыс артты. Йыл башынан иҫәпләгәндә, предприя­тиеларҙың был бурысы 378 миллион һумға артты һәм әлеге мәлдә ул дүрт миллиард һумдан ашып киткән. Ил буйынса булғас, был сумма кемгәлер үтә ҙур булып та күренмәҫ, ләкин һәр һум артында – тәғәйен ғаиләнең мохтажлығы. Олигархтар өсөн түгел, ә ябай эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын тотҡарлайҙар бит. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда бай йәшәй тип иҫәпләнгән Мәскәү ҡалаһында ла быйыл июлдә эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 14 процентҡа артҡан. Әйткәндәй, бындай бурысҡа бәләкәй хосуси фирмалар ғына түгел, ҡаҙна предприятиелары ла юл ҡуя. Белеүебеҙсә, тап һуңғыларында эш хаҡы сағыштырмаса аҙыраҡ, ләкин шул тиндәрҙе лә үҙ ваҡытында ала алма әле... Эш хаҡы буйынса был бурыстың иң ҙур өлөшөнөң мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм педагогия учреждениеларына тура килеүе айырыуса ғәжәпләндерә.
– Эш хаҡы буйынса бурыстың тап йәй уртаһында ныҡ ҙурайып китеүе иҡтисади яҡтан аңлашыла, – ти Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад инсти­тутының Социаль сәйәсәт үҙәге етәксеһе Евгений Гонтмахер. – Халыҡ ял итергә юллана, отпуск аҡсаһы менән бергә һәр кемгә үткән ай өсөн эш хаҡы ла түләргә кәрәк. Бөтә ил масштабында был ҙур суммаға әйләнә. Уҡытыусылар, мәҫәлән, ике айлыҡ отпускыға китә, улар барыһы ла алдан планлаш­тырылырға тейеш. Ә Рәсәй төбәк­тәренең ҡаҙнаһы йыш ҡына дефицитлы, йәғни сығымдар килемдән ашып китә, шуға тотҡарлыҡ та тыуа.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин әйтеүенсә, былтыр эш хаҡы түләүҙә айырыуса ҙур өҙөклөккә юл ҡуйған етәкселәргә ҡарата 1 708 енәйәт эше ҡуҙғатылған, был, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк! Шуларҙан 1 134 эште ҡарау тамамланған, был күрһәткес тә 2015 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Иң мөһиме шул – был саралар ҡаплатылған зыян күләмен миллиард ярым һумдан өс миллиард һум самаһына тиклем арттырыу мөмкинлеге биргән. Бынан тыш, тәфтишселәр юллауы буйынса 1 миллиард 600 миллион һумлыҡ мөлкәткә арест һалынған, быныһы инде 2015 йылғы кимәлде алты тапҡырға уҙып китә! Быйыл, эш күләменең арта барыуын күреп, Тәфтиш комитеты төбәктәрҙәге прокуратура органдары менән берлектә эшләй башлаған, шулай уҡ урындарҙағы хеҙмәт инспекциялары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһын­дағы килешеүҙәр ҙә төҙөлгән. Йылдың тәүге өс айында эш хаҡы түләүҙе айырыуса оҙаҡ һуңлатҡан етәкселәргә ҡарата 471 енәйәт эше асҡандар.
Бер нисә ай элек Рәсәйҙең Бойондо­роҡһоҙ профсоюздары федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков Граждандар кодексына эш хаҡының өҫтөнлөккә эйә булыуы тураһындағы үҙгәреш индерергә тәҡдим иткәйне, йәғни тәүҙә хеҙмәт өсөн түләргә, шунан һуң ғына социаль фондтарға иғәнә һәм һалымдар күсерелә ала. Хәбәр ителеүенсә, ҡануниәт өлкәһендә эшләүселәр хәҙерге мәлдә ошо мәсьәлә менән шөғөлләнә. Эш хаҡын һуңлатыу күренеше тарихта ҡалырға тейеш һәм быға өлгәшеү өсөн илебеҙҙә хоҡуҡи һәм административ алымдарҙың бөтәһе лә бар. Был мәсьәләнең уңышлы хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынған ойошмалар, тәғәйен етәкселәр һәм, әлбиттә, предприя­тиеларҙың үҙ-ара килешеп эшләүе генә кәрәк.


Вернуться назад