Ярымутрауға ҡитға ҡушылһа...29.08.2017
Ярымутрауға ҡитға ҡушылһа...Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы уның иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаны – республика хөкүмәте былтырғы һәм ошо йылдың тәүге яртыһындағы үҫеш йомғаҡтарын ҡарағандан һуң шулай тип белдерҙе. Төбәктең Иҡтисад министрлығы раҫлауынса, Рәсәйгә ҡушылғандан алып уҙған арауыҡта ярымутрауҙа бер генә социаль-иҡтисади күрһәткес тә түбәнәймәгән.
Республика хөкүмәте уҙған осорҙоң һөҙөмтәһен беренсе тапҡыр шулай мәғлүмәттәр нигеҙендә йомғаҡланы. Быға саҡлы эшләнмәүенең сәбәбе шунда: Рәсәй менән Украинаның статистика күрһәткестәре буйынса алымдар йыш ҡына үҙ-ара сағыштырып ҡарарлыҡ түгел, һум менән гривнаның нисбәтен сағыштырыуҙа ла проблемалар бар.

– Ғәҙәттә, был һөҙөмтәләрҙе күреү һәм “ҡапшап ҡарау” еңел түгел, – ти Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов. – Транспорт инфраструктураһы, элемтә, яғыулыҡ, энергетика буйынса һәм башҡа объекттарҙа, төрлө учреждениеларҙа күп үҙгәрештәр булып алды. Бындай пред­прия­­тиеларға тикшереүселәр анһат ҡына үтеп инә лә алмай, ләкин һандарҙы йәше­реү мөмкин түгел: ыңғай үҫеш бар, һәм беҙ хөкүмәттең эшмәкәрлеге тураһында граждандарға хәбәр итеп торорға бурыс­лыбыҙ.
Әгәр ҙә 2012 - 2013 йылдарҙа Ҡырым иҡтисадының үҫеше ноль кимәлендә тирбәлһә, 2015 йылда республиканың тулайым эске продукты 8,5 процентҡа артҡан, былтырғы йомғаҡтар уның тағы ла 7,1 процентҡа үҫеүен күрһәтә. Сәнәғәт 2011 – 2013 йылдарҙа уртаса 1,2 процент­ҡа үҫһә, 2014 – 2015 йылдарҙа ул биш тапҡырға ҙурыраҡ – 6,1 процентҡа күтәрел­гән.
Ярымутрау халҡының аҡсалата килеме 2013 йыл, йәғни Украина составында булған һуңғы йыл буйынса күрһәткесте 167 процентҡа уҙып китте, тип раҫлана республиканың Иҡтисад министрлығы әҙерләгән рәсми документта. Йән башына килем 2013 йылда 7,1 мең һум (гривнаны һумға әйләндереп иҫәпләгәндә) булһа, былтыр ул 19,1 мең һумға еткән.
Сағыштырмаса аҡсалата күрһәткес­тәрҙе министрлыҡ ул саҡтағы курс буйынса гривнаны һумдың үҙ-ара нисбәтен ҡулланып иҫәпләп сығарған. Ләкин Рәсәйҙең юғары иҡтисад мәктәбенең инфляция һәм иҡтисади үҫеш проблемалары лабораторияһы мөдире Владимир Бессонов аңлатыуынса, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң халыҡтың аҡсалата килеме тиҙ үҫә, шуның менән бергә хаҡтар ҙа нығыраҡ “тешләшә” башлаған һәм, дөйөм хәлгә йомғаҡ яһағанда, был да иҫәпкә алынырға тейеш. Шулай ҙа, ошо уҡ эксперт раҫлағанса, республикалағы эш хаҡының һатып алыу һәләтен Украиналағы (2013 йыл) һәм Рәсәйҙәге (2016 йыл) осорҙар менән сағыштырып ҡарағанда, төп аҙыҡ-түлек тауарҙарын ғына алырға мөмкин. Улар буйынса иҫәпләгәндә, Ҡырымдағы эш хаҡының һатып алыу һәләте былтыр өс йыл элек булғанынан 22 процентҡа юғарыраҡ килеп сыға икән.
Башҡа күрһәткестәр буйынса ла үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, теркәлгән енәйәттәр һаны, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 32 процентҡа аҙайған. Күп ҡатлы йорттар араһында капиталь ремонт үткәрелгән биналар һаны алты тапҡырға артҡан. Симферополь аэропор­тының эш күләме лә иғтибарға лайыҡ: өс йыл эсендә пассажирҙар ағымы бында 4,3 тапҡырға күбәйгән, Керчь аша паром ярҙамындағы халыҡ ағымы хатта 6,8 тап­ҡырға артҡан. Дөрөҫ, был осраҡта ярымут­рауға ҡоро ер аша, йәғни Украина яғынан юл­дың ябылыуы ла күпмелер йоғонто яһағандыр.
Рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле, Иҡтисад министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге осорҙа дүрт тапҡырға кәмегән. Әммә рәсәйҙәрҙең күпселеге эшһеҙлеген рәсми теркәтмәүҙе хуп күрә. Шуға күрә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы­ның методикаһына ярашлы иҫәпләгәндә генә тулы күренеш хасил буласаҡ. “Росстат” күрһәтеүенсә, был методикаға ярашлы тикшереү Ҡырымда рәсми эшһеҙлек кимәленең 6,8 процент икәнлеген раҫлай. Был насар күрһәткес түгел: Рәсәйҙең 27 төбәгендә ошо күрһәткес тағы ла юғары­раҡ. Дөрөҫ, 2013 йылда, йәғни Украинала саҡта, эшһеҙлек кимәле шул сама – 5,7 процент – булған. Әммә, эксперттар раҫлауынса, уны түбәнәйтеп күтһәткәндәр, сөнки ошо уҡ йылда үткәрел­гән һорау алыуҙа украиндарҙың 68 проценты эшһеҙлекте төп проблема тип атаған икән.
Ҡырымға әлеге мәлдә һис тә еңел түгел. Етештереү инфраструктураһы Украинала булған саҡта яңыртылмаған, ҡорамалдар туҙыу сигендә. Демографик проблема ла бында киҫкенерәк – халыҡтың хеҙмәткә һәләтлелек сиген үткән өлөшө арта бара һәм хәҙер бындағы халыҡтың 27,4 процентын пенсионерҙар тәшкил итә. Рәсәйҙең “Милли энергетика хәүефһеҙлеге” фонды билдәләгәнсә, Украинаның транспорт һәм энергетика блокадаһы ла иҡтисадҡа кире йоғонто яһамай ҡалманы. Нисек тә булһа был ярымутрауҙың хәлен насарайтырға ынтылып, Киев хатта, хәтерләйһегеҙҙер, Днепрҙан эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе лә туҡтатты.
Шулай ҙа Ҡырым халҡы киләсәктең яҡшыраҡ буласағына ышана. “Йәмәғәт­селек фекере” фонды яҙыуынса, былтыр ноябрҙә үткәрелгән һорау алыуҙа халыҡ­тың 69 проценты (Севастополдә 63 проценты) һуңғы бер ике йылда хәлдең яҡшыра барыуын билдәләгән. 2015 йылда бындағы инфляция Рәсәй төбәктәре ара­һында иң юғарыһы – 26 процент – булһа, былтырғы йомғаҡтар уның 7 процентҡа саҡлы түбәнәйеүен күрһәтте. Әгәр ҙә 2013 йылда уртаса эш хаҡы 7 – 7,5 аҙыҡ-түлек “кәрзин”енә торошло булһа, былтырғы һөҙөмтәләр буйынса был аҡсаға туғыҙ-ун “кәрзин” тура килә. Һуңғы бер йылда республика халҡы 16 мең кешегә артҡан.


Вернуться назад