Әҙерҙе һатыу еңел һымаҡ күренһә лә29.08.2017
Әҙерҙе һатыу еңел һымаҡ күренһә ләРәсәй иҡтисадының көрсөктән сыға башлауы һәм күп йүнәлештәрҙә ыңғай һөҙөмтә күренеүе тураһында хәҙер йыш яҙалар. Әлбиттә, барлыҡ тармаҡтарҙа ла хәл бер төрлө түгел. “Росбизнесконсалтинг” агентлығы хәбәр итеүенсә, көрсөк һынауын иң ауыр үткән тармаҡ сауҙа булып сыҡты, ләкин шуныһы ғәжәп: сауҙа нөктәләренә һәм баҙарға эшкә килергә теләүселәр кәмемәй...
Донъя иҡтисадындағы ауыр көрсөк илебеҙ предприятиеларын да урап үтмәне һәм күп ойошмалар хеҙмәт­кәрҙәр һанын ҡыҫҡартырға мәжбүр булды. Әммә сауҙа тармағында эшләгәндәр һаны һуңғы йылдарҙа кәмемәне, хатта арта төштө. Был күренеш артабан да дауам итәсәк, тип раҫлай эксперттар. Сәбәбе ябай: башҡа ҡайһы бер тармаҡтарҙа ҡыҫҡартыуға эләккән хеҙмәткәрҙәр, күп уйлап тормай, сауҙа ойошмаларына эшкә сыға, сөнки бында (айырыуса баҙарҙа) әллә ни ҙур квалификация талап ителмәй, “тере” аҡса булған ерҙә төшөм дә ҙурыраҡ һәм эш хаҡы ла ваҡытында бирелә.
Былтыр ваҡлап һатыу сауҙаһы әйләнеште 5,2 процентҡа кәметте, йәғни ул 28,1 триллион һум тәшкил итте. Шулай ҙа уның кәмеү темпы аҡрынайҙы – 2015 йылда, мәҫәлән, унан алдағы йыл менән сағыштыр­ғанда, ун процентҡа аҙайғайны. Ҡулланыу әүҙемлеге – иҡтисадтың дөйөм күрһәткестәренең береһе. Ул халыҡтың реаль килеменә бәйле. Ләкин һуңғы осорҙа был күрһәткес тулы күренеште күҙ алдына килтерергә ярҙам итмәй башланы, сөнки халыҡ үҙ эш хаҡын шунда уҡ тотоноуға түгел, ә туплауға өҫтөнлөк бирә. Һәр хәлдә, Үҙәк банк мәғлүмәттәре шуны раҫлай.
“ВТБ-Капитал” экономисы Александр Исаков аңлатыуынса, сауҙа әйлә­нешенең кәмеүе банктарҙың кредит алыу шарттарын ҡатыраҡ итеүенә һәм күп кешенең элек алған кредиттарҙы тиҙерәк түләп бөтөргә ынтылыуына ла бәйле.


Вернуться назад