Беҙҙең иҫәптән 650 миллион һум урлағандар...29.08.2017
Былтыр Рәсәй халҡының банктарҙағы иҫәбенән хакерҙар 650 миллион һум аҡсаны сәлдергән. Был турала “Известия” гәзите банк хеҙмәтләндереүенең хәүефһеҙлеге буйынса махсуслашҡан “Zecurion” компанияһының мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итә.
2015 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 15 процентҡа кәмегән, сөнки рәсәйҙәр иң билдәле алдаҡ схемаларын өйрәнеп өлгөрҙө һәм, телефон аша төрлө мәкерле “смс-хәбәрҙәр” килһә, уларға иғтибар итмәҫкә тырыша.
Ләкин, әлеге компания аңлатыуына ҡарағанда, урланған аҡса кимәленең быйыл 750 миллион һумға барып етеүе лә ихтимал. Эксперттар раҫлауынса, кибер-уғрылар урлашыу схемаларын камиллаштырыуын дауам итә. Мәҫәлән, улар үҙҙәрен һалым хеҙмәте белгестәре тип таныта һәм, бурысты ҡаплау зарурлығына һылтанып, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте белергә тырыша.
Бынан тыш, урлашыу өсөн социаль инженерия алымдарын оҫта ҡулланып, улар банк хеҙмәткәрҙәре булып та шылтырата һәм картаның мәғлүмәттәрен (номер, CVV, PIN-код) асыҡлай. Хакерҙар шулай уҡ телефонға шылтыратыу өсөн интерактив тауыш системаһын (VR) да ҡуллана. Йә булмаһа, банк клиенттарының электрон почтаһына үҙҙәренә кәрәкле файлдарға һылтанған хәбәр ебәрә. Был ҡушымталарҙы асҡан клиенттың телефонына вирустар килеп инә.
Ошондай схемаларҙың береһе төрлө интернет-ресурстарҙа автомобиль һатҡан кешеләргә тәғәйенләнгән. Был осраҡта “һатып алыусы” һатыусының банк картаһына автомобиль өсөн задатка индерергә тәҡдим итә һәм авторлаштырыу кодын хәбәр итеүҙе һорай. Картаһының номерын әйтеү менән һатыусы ошо задатканан да, элек булған аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға.
Хоҡуҡ боҙоусылар алыҫтан тороп түләү буйынса яңы сервис, мәҫәлән, “Avito” системаһы йәки файҙаланыуға яңы индерелгән дәүләт түләү (һалым, пошлиналар) хеҙмәттәре менән дә ылыҡтырырға ынтыла. “Үҙеңде дәүләт органы хеҙмәткәре итеп танытып, ғәҙәти граждандарҙы алдау еңелерәк тә”, ти эксперттар.
“Zecurion” компанияһы үҙ картаңдың мәғлүмәттәрен (һаны, CVV, PIN-код, операциялар өсөн бер тапҡыр ҡулланылған паролдәр) бер кемгә лә хәбәр итмәҫкә кәңәш итә. Үҙегеҙ үк сит кешегә әйтеп биргәс, тимәк, аҡсаһыҙ ҡалыуҙа ла һеҙ генә ғәйепле булып сығаһығыҙ. Банк был зыянды ҡапларға тейеш түгел. Ғәҙәттә, банк хеҙмәткәрҙәре клиенттың исем-шәрифен һәм карталағы һуңғы дүрт һанды ғына һорай. Уныһы ла – клиент үҙе банкка шылтыратһа ғына.
Бурыс йыйылыуы тураһында хәбәр итеү маҡсаты менән шылтыратҡан осраҡта ла банк хеҙмәткәрҙәренә һеҙҙең карта тураһындағы мәғлүмәт кәрәкмәй, улар фәҡәт бурысты тиҙ арала түләп ҡуйыу кәрәклеген генә иҫегеҙгә төшөрә. Әгәр ҙә шикләнһәгеҙ, “Үҙем шылтыратырмын”, тип телефонды һүндерегеҙ һәм банктың йәки һалым хеҙмәтенең сайттарында күрһәтелгән телефондар буйынса бәйләнешкә инегеҙ.
Электрон почта аша билдәһеҙ адрестарҙан килгән ҡушымталарҙы асмағыҙ. Билдәле булып күренгән саҡта ла хат ебәреүсенең адресын иғтибар менән тикшерегеҙ – айырма бер хәрефтә генә булырға ла мөмкин. Ҡушымтаны асып, компьютерығыҙға вирус индереүегеҙ ихтимал, ә ул банктағы иҫәптән аҡсаны юғалтыу хәүефе тыуҙыра.


Вернуться назад