Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләр23.08.2017
Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләрБашҡортостан Хөкүмәте 2017 йылғы ураҡта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән иген йыйыу комбайндары, үҙйөрөшлө сапҡыстар операторҙары, йөк автомобилдәре, сөгөлдөр йыйыу комбайндары водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары араһында икенсе республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте. Хөкүмәттең ошо туралағы бойороғо Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
Конкурс игенселек мәҙәниәтен, етештереү һөҙөмтәлелеген һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында үткәрелә. Ул “Иң яҡшы комбайнсы”, “Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы”, “Иң яҡшы водитель”, “Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы”, “Иң яҡшы механизатор” кеүек номинацияларҙы үҙ эсенә ала. Бәйгене ойоштороу һәм үткәреү бурысы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелде. Әйткәндәй, аграрийҙар араһында конкурс үткәреү тәҡдимен “Баҫыу көнө-2016” республика семинар-кәңәшмәһендә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов индергәйне.
— Йәмғиәт яҡшы эшләгәндәрҙе күрергә, ошонан һығымта яһарға тейеш. Яҡшы хеҙмәт яҡшы баһаланыуы зарур, — тигәйне Рөстәм Хәмитов.
Былтыр ун кеше төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡты. “Иң яҡшы комбайнсы” номинацияһында биш еңеүсегә республика Башлығы “Нива” автомобилдәренең асҡысын тапшырҙы. Башҡа еңеүселәр “Лада Гранта” автомобиленә сертификат алып ҡыуанды.


Вернуться назад