Эше лә, ашы ла бар22.08.2017
Эше лә, ашы ла барРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына, Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында сәнәғәт, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, ураҡ барышы менән танышты.
Күмертау ҡалаһында ул авиация предприятиеһының 55 йыллығына арналған “Вертолет” авиация техникаһы паркын асыу тантанаһында сығыш яһаны, халыҡты — Ҡала көнө, авиаторҙарҙы һәм тармаҡ хеҙмәткәр­ҙәрен һөнәри байрам — Рәсәйҙең һауа флоты көнө менән ҡотланы.

Тантанала шулай уҡ “КумАПП” йәмғиәтенең идарасы директоры Юрий Пустовгаров сығыш яһаны. Ул Рөстәм Хәмитовтың “Рәсәй вертолеттары” холдингы етәкселеге менән осрашыуы, эш мөмкинлектәрен берлектә тикшереү һөҙөмтәһендә быйылғы йылдың 1 ғинуарынан Күмертау авиазаводы коллективына эш хаҡын 26 процентҡа арттырырға ҡарар ителеүен билдәләне.
— Был ҡарарҙың дауамы ла бар, — тип өҫтәне Юрий Пустовгаров. — 1 сентябрҙән инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡа эшселәргә эш хаҡын 21 процентҡа арттырабыҙ. 20 йыл эсендә беҙ тәүге тапҡыр ошондай ҙур аҙым яһайбыҙ.
Тантана тамамланғас, төбәк етәксеһе парк майҙансығында Күмертау авиация предприятиеһы һәм “Ротор” конструкторлыҡ бюроһы етештергән авиация техникаһы менән танышты, завод ветерандары менән аралашты.
Күмертауҙа Рөстәм Хәмитов Йәштәр инновациялы ижад үҙәген ҡарап сыҡты. Ул быйыл апрелдә Балалар ижады үҙәге нигеҙендә асылғайны. Уны ойоштороуға федераль, республика ҡаҙналарынан һәм муниципаль бюджеттан субсидия рәүешендә грант бүленгән. Әле бында уҡыусылар, студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар шөғөлләнә. Бынан тыш, үҙәк йәш тикшеренеүселәргә һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә, сәнәғәт предприятиеларындағы инженер-конструкторлыҡ кадрҙарына үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирергә әҙер. Асылған мәлдән алып унда 1100-ҙән ашыу кеше уҡып сыҡҡан, уның эше менән танышҡан.
Эше лә, ашы ла барРеспублика Башлығы Балалар ижады үҙәгендәге спорт һәм тамаша залдарын, бассейнды, картинг өсөн асыҡ майҙансыҡты ҡараны, балалар менән аралашты, уларҙың проекттары менән ҡыҙыҡһынды, етәкселек менән үҙәкте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов “Ҡала мөхитен төҙөкләндереүҙә биш аҙым” федераль программаһында ҡатнашҡан Күмертауҙағы социаль объекттарға, ҡалала барған эштәргә иғтибар бирҙе. Программала бер нисә рекреация зонаһын, атап әйткәндә, Ю. Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын, Еңеү, “Осош” парктарын төҙөкләндереүҙе, боҙ аренаһын төҙөүҙе финанслау күҙаллана. Рөстәм Зәки улы төҙөкләндереү эштәре барған парк биләмәһен ҡарап сыҡты, Күмерселәр һарайын капиталь ремонтлау сифатын баһаланы.
Эше лә, ашы ла барСтәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы академик Королев урамындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшөн тикшерҙе. Был йорт Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаға ярашлы һалына. Әле эш графиктан артта ҡалып башҡарыла. Төбәк етәксеһе фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, ҡалған эш күләме, инженерлыҡ селтәрҙәрен ваҡытында тоташтырыу һәм йортто файҙаланыуға тапшырыу өсөн тейешле документтарҙы тултырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды.
— Республикала граждандарҙы күсереү программаһын тамамлайбыҙ, Стәрлетамаҡтан тыш, бөтә ҡалалар ҙа йөкләмәне теүәл үтәй. Өс-дүрт сменала эшләгеҙ. Һеҙҙең башҡа сарағыҙ юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан етәксеһе ҡала башлығы Владимир Куликов менән “Яр буйы” биҫтәһен планлаштырыу проекты буйынса фекер алышты, торлаҡ йорттар менән бер рәттән социаль инфраструктура — балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү, шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү зарурлығын билдәләне.
Эше лә, ашы ла барСтәрлетамаҡ районында Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер хужалыҡ баҫыуҙарын ҡарап сыҡты, мал аҙығы туплау, ураҡ кампанияһы һәм ужым сәсеүгә әҙерлек барышы менән ҡыҙыҡһынды. Район башлығы Рөстәм Баһауетдинов әйтеүенсә, мал аҙығы сифаты яҡшы, уның буйынса план 120 процентҡа үтәлгән. Ике аҙнала районда арпа, һоло, борсаҡ йыйыуҙы тамамларға, унан бойҙай урырға төшөргә ниәтләйҙәр.
Рөстәм Хәмитов “Рощинский” совхозы етәк­сеһе Илдар Тимерғәлин менән предприя­тиеның быйылғы эшен һәм үҫештең көнүҙәк бурыстарын тикшерҙе. Совхозда табыш былтырғы менән сағыштырғанда ун процентҡа артҡан, игендең уңышы гектарынан 30 — 35 центнер тәшкил итә, һөт етештереү 2016 йылғы кимәлгә ҡарата яҡынса 15 процентҡа күтәрелгән.
“Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында Башҡортостан Башлығы арпа йыйыу барышын ҡараны. Хужалыҡта эш әүҙем бара. Бында субсидиялау программаһы нигеҙендә республика күрһәткән финанс ярҙамына юғары һөҙөмтәле заманса техника һатып алғандар.


Вернуться назад