Аҡса йотҡан “кеҫә”ләр күбәйә22.08.2017
Аҡса йотҡан “кеҫә”ләр күбәйәОшо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова Президент Владимир Путин менән осрашып, йылдың беренсе ярты йыллығындағы эш һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. Т. Голикованың белдереүенсә, отчет осоронда бюджет финанстарын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоу осраҡтары арта төшкән. Уҙған йылда палата 965 миллиард һум күләмендәге 3846 хоҡуҡ боҙоу осрағын теркәһә, быйыл иһә тәүге ярты йылда ғына ла 1,13 триллион һум күләмендәге 2631 хоҡуҡ боҙоу күренеше булған.

Былтырғы иң ауыр закон боҙоу осраҡтары “Роскосмос” дәүләт корпорацияһы, Федераль таможня хеҙмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы эшмәкәрлегенә бәйле. “Роскосмос” эше” корпорацияның башҡарыусы директоры Владимир Евдокимовты ҡулға алыу менән тамамланды. Федераль таможня хеҙмәтендәге ваҡиғалар уның етәксеһе Андрей Бельяниновты вазифаһынан бушатыуға килтерҙе. Ауыл хужалығы министрлығы элекке етәксе Елена Скрынник заманынан ҡалған проблемаларҙан аҙағынаса ҡотола алмайынса, әлегәсә күберәк коррупцияға бәйле яңылыҡтарҙа иҫкә алына.
Хоҡуҡ боҙоу осраҡтарының төп өлөшө бюджет һәм бухгалтер иҫәбенә ҡарай. Т. Голикова раҫлауынса, 1,13 триллион һум күләмендәге бюджет аҡсаһын юғалтыуға килтергән 2631 эштең барыһын да туранан-тура закон боҙоу тип һанап булмай. Техник хаталар ҙа йыш осрай. Финанс-бюджет тәртибен тейешле кимәлгә еткереү өсөн дәүләт идараһы системаһындағы кадрҙарҙың квалификацияһына иғтибарҙы арттырыу талап ителә. Иҫәп палатаһы был йүнәлештә етди тикшереү алып бара, ноябрь айында тейешле документ әҙер буласаҡ.
Тикшереү һөҙөмтәләре байтаҡ хәлдәргә бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Мәҫәлән, кадрҙар системаһындағы үҙгәрештәр статистикаһы ғәжәпләндерә. Ғәмәлдә, унда сис­темалы эш алып барылмауы күренә. Статистикаға ярашлы, 2012—2015 йылдарҙа илдә дәүләт хеҙмәткәрҙәре һаны арта, былтыр иһә ул 5,6 процентҡа кәметелә. Әммә был ҡыҫҡартыу иң тәүҙә ябай хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә тура килә, ә етәкселәр һаны күбәйә: федераль органдар етәкселәре урынбаҫарҙары һаны — 18 процентҡа, департамент директорҙары — 21 процентҡа, идаралыҡ начальниктары 13 процентҡа артҡан.
Федерация субъекттарында ла кадрҙар системаһындағы реформа ябай хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә генә башҡарыла — улар 11,9 процентҡа ҡыҫҡартылған, шул уҡ ваҡытта етәкселәр һаны 8,4 процентҡа артҡан. Татьяна Голикова һүҙҙәре менән әйткәндә, дәүләт идараһы кадрҙары системаһында бюджет финанстары инеп юғалып торған “кеҫәләр” күбәйгән, ә кәрәкле белгестәр һаны ҡыҫҡартылған. Ноябрь айына Иҫәп палатаһы был көнүҙәк мәсьәлә буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләйәсәк, палата рәйесе доклад менән Федерация Советында сығыш яһаясаҡ.


Вернуться назад