Иғтибар үҙәгендә — эшҡыуарлыҡ12.04.2012
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 100 миллион, федераль бюджеттан 300 миллион һум бүленәсәк.
Быйылғы программа ҡайһы бер үҙенсәлектәргә эйә. Бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтеүҙе урындағы кимәлгә тапшырыу дауам итәсәк. Райондарға, бәләкәй ҡалаларға эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль программаларын ғәмәлгә ашырыуға субсидиялар биреләсәк.
Программала шулай уҡ яңы ярҙам төрҙәре лә күҙаллана. Иң элек инфраструктура ойошмаларының Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарының бер өлөшө субсидияланасаҡ. Ошо маҡсатта 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Ойошмалар конкурс буйынса билдәләнәсәк.
Лизинг түләүҙәрен, шул иҫәптән тәүге иғәнәне ҡаплауға айырым иғтибар бирелә. Быйылғы программала яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға лизинг договоры төҙөгән осраҡта тәүге иғәнә өсөн гранттар биреләсәк. Был һалым түләүҙәрен ҡулайлаштырыу иҫәбенә аҡсаны һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк.
Бынан тыш, һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар һәм студенттар эшҡыуарлыҡ субъекттарының айырым төркөмө итеп билдәләнә. Уларға бизнесты башлау өсөн гранттар биреләсәк.
Программаның тулы тексы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад