Икмәк булһа, йыр ҙа булыр18.08.2017
Икмәк булһа, йыр ҙа булырАуыл уңғандары өсөн бөгөн бигерәк тә ҡыҙыу осор. Һәр кем, яланда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, тигән әйтемде дөрөҫ аңлап, шуның буйынса эш итә. Шуға күрә лә тәүлектең һәр сәғәтен файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Илеш районы хужалыҡтары ла ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырыуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Әйткәндәй, төбәк элек-электән үҫемлекселек тә лә, малсылыҡта ла һынатманы.
Мәҫәлән, райондың даны тирә-яҡҡа таралған “Үҙәк” МТС-ының Илеш филиалы бер нисә йүнәлештә эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Әлбиттә, өҫтөнлөк – ураҡҡа, малсылыҡ та ҡалышмай.
Әле баҫыуҙарҙа техника тауышы тынмай. Предприятиеның 12 мең гектар тирәһе ере иҫәпләнә, улай ғына ла түгел, Баҡалы районына ҡараған 3 мең гектарҙан ашыу ерҙе лә үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алғандар.
– Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре менән көслө, – ти хужалыҡ рәйесе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рим Шәмсетдинов. – Олоһо ла, кесеһе лә хеҙмәттән ял таба, беҙ бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырғаныбыҙ юҡ. Ялан-ҡырҙар – умарта күселәй, ә МТМ ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләй, техниканы ҡарайбыҙ, деталдәрен алмаштырабыҙ.
Икмәк булһа, йыр ҙа булырУраҡтың тиҙ арала бөтөрөнә ышаныс көслө. Ни өсөн тигәндә, автопарк төҙөк кенә түгел, ә яңы ла. Етәкселек үҙебеҙҙә етештерелгән барлыҡ техникаға ла өҫтөнлөк бирә. Предприятиеның Илеш бүлексәһендә – ун, ә Баҡалы бүлексәһендә ете комбайн баҫыуҙарҙы гиҙә. Ашлыҡ туранан-тура Шишмә элеваторына оҙатыла. Бөгөн арыш, борсаҡ, бойҙай сабыу йылдам бара, һаламды шунда уҡ төргәктәргә төрөп фермаларға ташыйҙар.
Рим Фәнис улы билдәләүенсә, хужа­лыҡта аш-һыу мәсьәләһенә төп иғтибарҙы бүлеп, дөрөҫ юлды һайлауҙарына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Кем әйтмешләй, әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә бит. Шуға күрә лә туҡландырыу тәүлегенә өс тапҡыр ойошторолған.
Ашатыу менән бәйле эш хаҡы буйынса бер нисә һүҙ. Етәкселек күптән тыуған тө­йәктә лә мул итеп аҡса эшләү мөмкинлеген барыһының да күңеленә һеңдергән. Нисек тиһегеҙме? Эйе, игенселәр өсөн төрлөсә дәртләндереү сараларын ҡулланыуҙы йолаға әйлән­дергәндәр. Бесән-һалам әҙерләүҙә мәшәҡәттәрҙе еңеләйтеү – шуға асыҡ миҫал. Тимәк, был кеше иген урғанда “ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын ҡасан һәм нисек әҙерләрмен икән”, тип баш ватмаясаҡ. Эш хаҡы ваҡытында түләнгәс, кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Бындағы 200 кешегә хеҙмәткә ҡарата түләү ваҡытында башҡарыла, өҫтәп түләүҙәр ҙә ҡаралған. Филиал директоры комбайнсы Булат Миңнуллинды маҡтап телгә алды. Шул иғтибарға лайыҡ: ул былтыр Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан автомобиль асҡысын алып шатлыҡлы мәлдәрен кисергән. Шулай уҡ Фәнис Ғилметдинов, Илшат Сәлихов, Илсур Ғайсин, Илнур Шакиров, водителдәр Флорис Имамов, Рәфис Әмирғолов, Фәрит Хәмиҙуллин, Рәшит Ғабдрахманов һәм башҡалар күптәргә өлгө.
– Уңыш көткәнгә ҡарағанда ла яҡшы, – тип һөйөнә директор. – Бакуйҙар шул тиклем ҡуйы, аша атлап сыҡҡыһыҙ. Бигерәк тә Лаяшты ауылы тирәһендәге баҫыуҙарға ҡарап һоҡланып туя алмайбыҙ. Пай ерҙәрен файҙаланған өсөн халыҡҡа иген таратып бирҙек, бынан тыш бесән дә алдылар.
Һыйыр малдарын арттырыу һәм сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү йәһәтенән эштәр планға ярашлы бара, иң мөһиме, потенциалдары булыуына ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә етәкселек.
Рим Шәмсетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һыйыр малдарына иң кәрәкле аҙыҡ – силос, сенаж, бесән, һаламды мул туплағандар. Егәрлеләр һәр шартлы баш малға 35 центнерҙан да кәм аҙыҡ әҙерләмәгән.
Хужалыҡтың рәйесе ҡамылдан атлай биреп туҡтаны ла, берсә зәңгәр күккә, берсә тулҡын шикелле бәүелгән иген баҫыуына ҡарап-ҡарап алды.
– Йылды бер нисек тә аңлап булмай шул, уның төрлөсә килеүе мөмкин, – тип дауам итә һүҙен Рим Фәнис улы. – Күп йылдар ауыл хужалығы тармағы менән бәйле булғас, быны яҡшы беләм. Шуға күрә лә һәр көтөлмәгәнлеккә әҙер тораһың. Игенселәрҙең киләсәк менән йәшәүе, алдарына теүәл маҡсаттар ҡуйыуы һөйөндөрә, берәүҙән дә мыжыу, төшөнкөлөккә бирелеүҙе күҙәткәнем юҡ.
Комбайнсы Фәнис Ғилметдиновтың да әйтер теләктәре йыйылған. Хәтһеҙ йылдар комбайндан төшмәгән игенсе бөгөн тормоштоң яҡшырыуына шатлығын йәшермәне, элекке ваҡыт менән хәҙергене сағыштырып булмай, ғөмүмән, иркенлек һәм муллыҡ киләсәк быуындарҙы ла шатландырып торһон ине, ти ул.
Илештәр алдан уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләгәс, был тәңгәлдә аңлашылмаусанлыҡтар юҡ, техниканы көйләү һәм рәтләү ҙә баҫыу ҡырында башҡарыла. Әңгәмәсем, ҡөҙрәте киң әпәкәйҙең, таңды таңға тоташтыра, тир һораған хеҙмәтте лә, шатлыҡ менән дуҫлаштыра, тип фекерен шиғыр юлдары аша еткерҙе.
Ҡояш йылмайыу менән Булат ағай иң беренсе булып комбайнын ҡабыҙҙы, уның өлгөһөнә йәштәр ҙә эйәрҙе. Лаяшты ауылы янында арпа һуғыу артабан дауам итте. Аяғыбыҙҙың еңел булыуын юлда саҡта Рим Шәмсетдинов телефон аша үҙе еткерҙе – егеттәр ваҡытынан алда был баҫыуҙа ла эште тамамлағандар.

Илеш районы.


Вернуться назад