Яңы комбайндарҙа яңы үрҙәргә табан!18.08.2017
Яңы комбайндарҙа яңы үрҙәргә табан!…Жуково яланы. Баҫыу буйлап рәт-рәт булып теҙелеп киткән бакуйҙарҙа сағыу ҡояш нурҙарына иркәләнеп иген бешә. Тағы бер бакуй өҫтәп, ҡаршыға өр-яңы “КСУ-10” (үҙйөрөшлө универсаль салғы) елдерә. Штурвал артында Привалов крәҫтиән (фермер) хужалығының иң алдынғы механизаторҙарының береһе – Руслан Дәүләткилдин.
— Себер тарафтарында ла эшләп ҡараным, ҡалым да һуҡтым, тик күңел барыбер ауыл хужалығына тартып тик тора, — тип белдерә Руслан хеҙмәтенә ҡарата һөйөүен. – Эш хаҡы яҡшы, аҡсалата, ваҡытында түләнә, ең һыҙғанып иген сабып тик йөрөйөм, — тигән кинәнес тойғоларын да асып һала “ялан батыры”. Башҡа баҫыуҙарҙа шулай уҡ бурыстарын үтәп йөрөгән комбайнсылар: Ринат Ғәйнуллин, Илгиз Мәҡсүғолов, Марс Ғәлиевтәр ҙә ошондай уҡ фекерҙә булыуҙарына шик юҡ.
Ысынлап та, бындай шарттар, маҡсаттар барҙа тырышып иген урырға ғына ҡала. Билдәле эшҡыуар Александр Привалов ике йыл элек кенә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, уңыштары етерлек. Табыш алыр өсөн күп көс һалына. Ҡалай менән ябыла барған ферма-келәт баштарын, күптән түгел ҡайтарылған 126 баш “волгоград” тоҡомло һарыҡтарҙы, шулай уҡ инде күптән үлән утлаған “романов” тоҡомло 500 баштан ашыу ҡуйҙы, һыйыр малын иҫәпкә алғанда, күпте күҙалларға булалыр. Хәйер, баҫыуҙағы үҙйөрөшлө салғынан тыш шулай уҡ береһе дүрт миллион һумдан ашыу хаҡ тәшкил иткән, икенсеһе ете миллион һумлыҡ комбайндарҙы күреп та һоҡланмау мөмкин түгел. Ә инде хужалыҡтың районда иң беренселәрҙән булып ураҡҡа төшөүҙәре әйтелгәндәргә асыҡлыҡ индерә һымаҡ: өлгөрҙәр, тырыштар һәм булдыҡлылар эшләй бында.
— 1700 гектар сәселгән, шул иҫәптән 1500 гектар – бойҙай культуралары. Ғөмүмән, сәсеүлек майҙаны 3000 гектар тәшкил итә, — тип баҫыуҙары менән таныштыра баш аграном Евгений Ефимов. – Әле бына “Московская 39” сортлы бойҙай урабыҙ. Гектарынан 30 центр уңыш алырға иҫәп тотабыҙ.
Бындай уңыш көткәндә, һауа шарттарын яҡшы булыуын ғына теләргә ҡала.

Ишембай районы.


Вернуться назад