Бәшмәк плантациялары киңәйә18.08.2017
Башҡортостанда бәшмәк ризыҡтары ҡулланыусылар араһында ҙур танылыу яулай. Ихтыяжға ярашлы, төбәктәге хужалыҡтар ҙа бәшмәк плантацияларын киңәйтә.
Туймазы районындағы “Туймазыагрогриб” крәҫтиән (фермер) хужалығы әле республика биләмәһендә бәшмәкте иң күп етештереүсе булып тора. Бында айына 35 тоннаға тиклем продукция етештерелгән тулы технологик цикл ойошторолған. Былтыр предприятиела 120 миллион һумдан ашыу күләмдә 408 тонна бәшмәк үҫтерелгән һәм һатылған. Киләсәктә хужалыҡ 1600 квадрат метрлыҡ майҙанды модернизацияларға, өҫтәмә рәүештә айына 25 тонна бәшмәк үҫтерергә һәм тағы ла 30 эш урыны булдырырға ниәтләй.
Предприятие шулай уҡ башҡа ауыл хужалығы культураларын да үҫтерә. Мәҫәлән, борсаҡ әүҙем культивациялана. Ул тупраҡты фосфор, азот менән байыта, ә был микроэлементтар ауыл хужалығы предприятиеһы майҙандарының ҙур өлөшөн биләгән ужым культуралары өсөн бик мөһим. Борсаҡ орлоғо һатыуға сығарыла, ә ҡалған йәшел масса бәшмәк үҫтереү өсөн серетмә әҙерләүҙә ҡулланыла.
2016 йылда “Туймазыагрогриб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Олег Фәррәхов республика конкурсы йомғаҡтары буйынса “Ауыл хужалығы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” тип танылған.