Орлоғоң сифатлы булһа...16.08.2017
Орлоғоң сифатлы булһа... “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, “Сифатлы орлоҡ — уңыш нигеҙе”. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында сәсеүгә, орлоҡҡа бәйле әйтем-мәҡәлдәр бихисап. Быуаттар буйына һыналып, бөгөн дә асылын юғалтмаған улар, сөнки дымлы ергә һалынған гәрәбәләй тос бөртөктәр генә өҫтәлебеҙҙе мул ризыҡлы итәсәк, ил ҡеүәтен билдәләйәсәк.Оҙаҡ йылдар Илеш районының “Ялалов” крәҫтиән (фермер) хужалығы орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, һәм, әйтергә кәрәк, бик уңышлы ғына. Улар район, республика хужалыҡтарын ғына түгел, хатта Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрен дә уникаль орлоҡ менән тәьмин итә, ә сифатлы бойҙай сорттары һәр ерҙә лә ҙур ихтыяж менән фай­ҙалана.
— Шөкөр, эшмәкәрлегебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ, беҙҙең продукцияға һорау һәр саҡ булды һәм буласаҡ, бөгөн дә яңы сорттар сығарыу өҫтөндә тәжрибәләр, эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр алып барабыҙ, — ти хужалыҡ етәксеһе Илдар Фирҙәүес улы Ялалов. — Былай бөтә шарттар ҙа булдырылған, дәүләттән, район хакимиәте яғынан һәр яҡлап ярҙам һәм теләктәшлек бар.
1992 йылда Илдарҙың олатаһы Мозаһит ағай ойошторған крәҫтиән (фермер) хужалығы тәүҙә эшмә­кәр­леген 150 гектарҙан башлай. Бөгөн иһә Илдар атаһы Фирҙәүес ағай менән 1200 гектар майҙанды файҙа­лана. Йәмғиәт Башҡортостан, Татарстан, Пенза, Силәбе, Һамар, Ульяновск, Омск һәм башҡа төбәктәрҙең ауыл хужалығы буйынса махсус­лаш­ҡан ғилми-тикшеренеү институттары менән хеҙмәттәшлек итә. Һәр үҙенсәлекле орлоҡ уйлап сығарған автор менән уңайлы килешеүҙәр төҙөп, етәкселек яңы сорттарҙы һатып алып, үҙҙәрендә күпләп үҫтерәләр. Нигеҙҙә, бында “Башкирская-10”, “Фатыня”, “Башкирская-11”, “Саша”, “Экада-109”, “Архат”, “Йондоҙ”, “Ульяновск-105”, “Рысак”, “Льговская” сорттары кеүек яҙғы һәм ужым бойҙайы, һоло, арпа, ҡарабойҙай үҫтерәләр.
Элиталы орлоҡҡа ихтыяж булғас, йәмғиәт ҙур ихласлыҡ менән заказ буйынса яңы сорттар үҫтереп һатыуға сығара. Мәҫәлән, былтыр 10 мең центнер уникаль орлоҡ һатылған. Етәкселек быйыл да ошо уҡ күләмдә продукция һатырға иҫәп тота. Әле уны йәмғиәт 160 тонна тирәһе әҙерләгән дә инде.
Орлоғоң сифатлы булһа...Хужалыҡтың баш агрономы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре Фирҙәүес ағай Ялалов билдә­ләүенсә, быйылғы уңыш күрһәткес­тәре былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Ике бойҙай таҙартыу агрегаты линияһын ҡороу орлоҡ сифатын да күтәрергә мөмкинлек биргән.
Әле йәмғиәттә 15 кеше эш менән мәшғүл, ә инде ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ. “Йәштәр ҙә хәҙер Себергә сығып китмәй, ауылда ҡалырға тырыша. Белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ, һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ”, — ти Илдар Ялалов.
Хужалыҡтың техника паркы бай, уны яңыртыуға бында аҡса йәл­ләмәйҙәр, йыл һайын 10-12 миллион һумлыҡ техникаға эйә булалар. Заманса ауыл хужалығы ҡоролма­лары менән дә тулыһынса йыһазлан­дырылған. Орлоҡ һаҡлау өсөн яңы келәттәр төҙөлә. Дәүләттән субсидия бүленгәс, бында төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ. Күптән сафҡа ингән оҫтаханала механизаторҙар техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләй.
— Йыл һайын ашламалар менән туйындырылған баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуға өлгәшәбеҙ, игенселәр­ҙең кәйефе күтәренке, — ти Фирҙәүес ағай. — Техника ла төҙөк һәм яңы булғас, бер ниндәй тотҡарлыҡ күҙәтелмәй.
“Ялалов” хужалығы етәкселеге, алдынғы комбайнсылар Сидор Сайранов, Илгиз Ғабдрахманов, водителдәр Мәғрүф Фәррәхов, Әмирулла Ғимазетдинов, Эдуард Гәрәевте һәр яҡлап маҡтап телгә алып: “Бындай уңғандар менән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була”, – ти.


Вернуться назад